Республика көнө алдынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын ҡотлау күркәм йолаға әйләнде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-
министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Башҡортостан Башлығы исеменән иң-иңдәрҙе ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.
– Журналисҡа иң мөһиме – киң эрудициялы булыу, мәсьәләнең айышына төшөнөү тәү шарт, – тине Салауат Тәлғәт улы. – Бөгөнгө тантананың мөһимлеген телгә алыу ҙа артыҡ. Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 120 йыл тула, киләсәктә Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы көтә.
Шул иғтибарға лайыҡ, быйыл бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла гүзәл заттан ине. Мәртәбәле премия 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов тураһында быға хәтлем йәмәғәтселеккә билдәле булмаған факттарҙы эҙләп табып, гәзиттә баҫтырғаны өсөн “Российская газета” хәбәрсеһе Гөлназ Даниловаға тапшырылды. Шулай уҡ “Киске Өфө” гәзитенән Фәүзиә Мөхәмәтшинаға (көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләр буйынса аналитик мәҡәләләре өсөн) һәм “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһынан Гүзәл Хәмитоваға (“Следопыт”, “Позывной барс” һәм “Мистический Башкортостан” тигән тапшырыуҙар әҙерләгәне өсөн) уңыш йылмайҙы.
Әйткәндәй, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” республика гәзите хәбәрсеһе булараҡ, Фәүзиә Мөхәмәтшинаның исеме күптәргә яҡшы таныш. “Киске Өфө” гәзитендә эшләү миңә ысын мәғәнәһендә икенсе һулыш бирҙе, бында күркәм ижади мөхит менән осраштым”, – тине Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы.