Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә “Алтын көҙ” Рәсәй ауыл хужалығы сәнәғәте күргәҙмәһенең Гран-прийы тапшырылды.
Мәскәүҙә ун һигеҙенсе тапҡыр уҙған сарала, ғәҙәттәгесә, төбәгебеҙ вәкилдәре һынатманы. Яҡташтарыбыҙ күп миҙалдарға лайыҡ булды. Айырыуса Шаран, Федоровка, Мәсетле, Борай эшсәндәренең эшмәкәрлеге юғары баһаланды.