Юғарылыҡҡа ынтылып йәшәйек06.10.2016
Юғарылыҡҡа ынтылып йәшәйек Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм, хөрмәт­ле ватандаштар! Барығыҙҙы ла етеп килгән ҙур байрам – Республика көнө – менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Уртаҡ йортобоҙ тыныс, имен булһын, һәммәбеҙгә лә уға ҡот-бәрәкәт, иман өҫтәп йәшәргә яҙһын, иншаллаһ!
“Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был тойғо күңелдә генә йәшәргә түгел, ә ғәмәлдәребеҙҙә лә сағылыш табырға тейеш. Республика көнө алдынан уҙғандарға әйләнеп бағып, тыуған еребеҙ мәнфәғәтендә башҡарған эштәребеҙҙе барлап алайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Төйәгебеҙҙе күтәрерлек ниндәй уңыштарға өлгәшелгән? Ҡайһы эште башҡарып өлгөрөлмәгән? Быға нимә сәбәпсе булған? Ошо һәм башҡа һорауҙар ныҡлы фекер төйнәп, алға аныҡ маҡсат ҡуйырға булышлыҡ итер.
Эйе, республикабыҙ ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Һуңғы бер нисә йылға байҡау яһағанда ла, төбәк үҫеше мәнфәғәтендәге мөһим ваҡиғалар бихисап булды. Шуларҙың иң ҙурҙарының береһе – Өфөлә үткән БРИКС һәм ШОС саммиттары. Улар бәрәкәтендә, әл-хәмдү лил-ләһ, республикабыҙ бөтөн донъяла танылыу яуланы. Дәүләттәр араһында ныҡлы хеҙмәттәшлеккә юл ярылды, ҙур әһәмиәткә эйә килешеүҙәр төҙөлдө. Үҙ-ара татыулыҡҡа, именлеккә әйҙәгән сарала йәштә­ребеҙҙең дә ихлас ҡатнашыуы айырыуса шат­лыҡлы күренеш булды. Өҫтәүенә Өфөбөҙ тағы ла нурланды, юлдар яңыртылды, һоҡланғыс ҡунаҡханалар төҙөлдө. Ҡунаҡтарға республика­быҙҙа төрлө милләт, дин вәкилдәренең ни ҡәҙәр дуҫ-татыу йәшәгәнен, һәр береһенең асылы, мәҙәниәте, йолалары һаҡланыуын, ҡунаҡсыл­лығыбыҙҙы һәм башҡа бихисап өҫтөнлөгөбөҙҙө күрһәтеп, бөтөн донъяға сағыу өлгө таратыуға өлгәштек, әл-хәмдү лил-ләһ. Был ҡаҙаныштар – һәммәбеҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ.
Ошондай ҡаҙаныштарыбыҙҙың емештәрен һаҡларға, үҫтерергә бурыслы икәнебеҙҙе онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Яуланған ерҙә ятып ҡалырға тейеш түгел. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә бит бер мөбәрәк хәҙисендә юғарылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыуҙан туҡтамаҫҡа бойорған. “Әгәр ҙә ки өммәтемдең ике көнө бер тигеҙ икән, был – ҙур отолош”, – тигән ул. Тимәк, алға барған һайын һәр яҡлап үҫешергә, ғилемебеҙҙе, һөнәрҙәребеҙҙе арттыра барырға бурыслыбыҙ.
Эйе, тыуған илеңде яратыу – уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙ өлөшөңдө индереү ул. Әҙәм балаһы, айырыуса ир-ат, Ватанының һәр яҡлап алға барыуына булышлыҡ итергә бурыслы. Миҫал өсөн, ата-бабабыҙ йәшәгән еребеҙгә ҡарата шул ҡәҙәр хәстәрлекле булған, уға зарар килтермәгән, байлығын исраф итмәй ҡулланған. Мәҫәлән, тирмәне күсереп йөрөткәндә, ерҙе ҡаҙып, уның ҡара тупрағына зарар килтермәгәндәр, ипле генә ҡорғандар. Күсеп киткән саҡта ла арттарынан сүп-сар ҡалмаған. Ә хәҙер нисек? Еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе – Аллаһ Тәғәләнең оло ниғмәтен – тейешенсә ҡәҙерләйбеҙме? Битарафлыҡтың һөҙөмтәһе үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтасаҡ бит. Ер – йәшәйешебеҙҙең сығанағы. Ул саф икән, ашар ризығыбыҙҙың таҙа, сәләмәтлегебеҙҙең ныҡ булырын онотмайыҡ, хөрмәтле ватандаштар.
Тарихын белгән халыҡтың киләсәге бар. Ошо хәҡиҡәткә ярашлы изге төйәгебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә өлөш индергән ҡаһармандарыбыҙҙың, бөйөк шәхестәребеҙҙең яҡты рухына хыянат итмәйенсә, бөгөнгө тормошобоҙҙоң, уңыштарыбыҙҙың, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, иманға ынтылып йәшәйек, хөрмәтле йәмәғәт. Шул саҡта, иншаллаһ, үҙебеҙҙең дә, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың да киләсәге яҡты булыр. Йәштәребеҙ әҙәп-әхлаҡ, милләт-ара татыулыҡ мөхитендә хәйерле ғилем алһын, мөхәббәт нигеҙендә ғаилә ҡорһон, һау-сәләмәт, тәрбиәле балалар үҫтерһен. Илебеҙ тыныс булһын. Ватаныбыҙҙың именлеге, үҫеше өсөн ҡулға-ҡул тотоношоп бергә хеҙмәт итәйек. Халҡыбыҙға хас ихтыяр көсөн юғалтмайынса, юғарылыҡҡа ынтылып йәшәһәк, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлаһаҡ, киләһе һәр көнөбөҙ нурланып балҡыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад