Аҙанлы, тимәк, даланлы07.10.2016
Үрге Бишенделә мәсет асыу тантанаһы Ҡорбан ғәйетенә тура килде. Ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, олоһо ла, кесеһе лә ихлас йыйылды байрамға.

Был ауыл төҙөклөгө менән һоҡландыра. Былтыр асылған заманса социаль-мәҙәни үҙәк төйәктең күркәмлеген тағы ла арттыра. Унда китапхана, музей бар, балалар һәм өлкәндәр өсөн түңәрәктәр эшләй, тамаша залында әленән-әле концерттар уҙа. Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Зоя Сафина әйтеүенсә, “Миләштәрем” йыр ансамбле, “Йәшнәп торһон йәш йөрәк” фольклор төркөмө, драма түңәрәге айырыуса ҙур уңыштары менән һөйөндөрә.
Ауыл халҡы ифрат берҙәм, татыу. Иман йортон төҙөүҙе лә күмәк көс менән атҡарып сыҡты улар. Изге эшкә һәр кем ҡулынан килгәнсә өлөш индерҙе. Ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа тыуған төйәгенең яҙмышына битараф ҡалманы.
Мәсетте асыу тантанаһы күңел түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәргә, изге теләктәргә бай булды. Халыҡ­тың ҡыуанысын уртаҡлашырға Туймазы, Шаран райондарының имам-ахуны Рим Шәйәхмәтов, Туймазы ҡалаһы һәм районы хаки­миәтенең эштәр идарасыһы Дилә Арыҫланова, Октябрьский ҡала­һындағы “Альтернатива” йәмғиә­тенең генераль директоры Раил Фәхретдинов, Серафимовка һөт заводы етәксеһе Илдар Еникеев, Туймазының “Электролюкс” йәм­ғиәтенән Мөхәррәм Ямалетдинов һәм башҡа ҡунаҡтар килгәйне. Тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаған һәр кем бишенделәрҙең тормошона ҡот-бәрәкәт теләне, иман йорто ишеге гелән асыҡ булыр, унда намаҙ уҡыу, байрамдар үткәреү менән бер рәттән дини ғилем дә өйрәтелер тигән ышаныс белдерҙе.
Әйткәндәй, иман йортон төҙөүгә “Бишенде” йәмғиәте етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Вингаль Фазләхмәтов айырыуса күп көс һалды.
– Иман йортоноң мәктәп ҡаршыһында урынлашыуы юҡҡа түгел: балаларыбыҙ аҙан моңон ишетеп үҫһә, күңеле тулы изгелек булыр, – тине ул тәбрикләү сығы­шында. – Төҙөлөштә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт! Берҙәм эшебеҙ емеше булған ғибәҙәтхана, һис шикһеҙ, әҙәп-әхлаҡ, тәрбиә мәктәбенә әүерелер.
Вингаль Усман улы ошо ауылда тыуып үҫкән. Хәҙер районда ғына түгел, ә республика кимәлендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хужалыҡтың уңған һәм тынғыһыҙ етәксеһе ул. Бында 80-гә яҡын кеше эшләй, күмәкләп мул уңыш йыйып алғандар. Әйткәндәй, улар яҡшы хеҙмәт хаҡы, шулай уҡ торлаҡ менән дә тәьмин ителә.
Бишенделәр үҙҙәренең ауылдашы, әле Октябрьский ҡала­һындағы “Альтернатива” йәмғиә­тенә етәкселек иткән Раил Фәхрет­диновҡа ла иман йортон төҙөүҙә ярҙамы өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе. Шуны ла әйтеп үтеү зарур: хәстәрлекле, алдынғы ҡарашлы шәхесте яҡташтары күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланы.
Иман йортон тантаналы ас­ҡандан һуң халыҡ ҡорбан ашы янына йыйылып, ихлас аралашыуын, кәңәшләшеүен дауам итте. Уҡыусылар өсөн иһә һабантуй ойошторолдо.




Вернуться назад