“Һыҙланыуҙар, ҡыуаныстар, борсолоуҙар аша яулана яҡты үрҙәр”07.10.2016
“Һыҙланыуҙар, ҡыуаныстар, борсолоуҙар аша яулана яҡты үрҙәр” Башҡортостан юлдаш телевидениеһында йәнен-тәнен биреп эшләгән ижадсылар байтаҡ. Әммә ҡайһы бер фиҙакәр хеҙмәткәрҙәрҙең йөҙҙәрен дә күргәнебеҙ, тауыштарын да ишеткәнебеҙ юҡ. Сөнки беҙ яратып ҡараған тапшырыуҙар тотош бер төркөмдөң эшмәкәрлегенән хасил була.
Әммә телевидение хеҙмәткәрҙәре араһында халыҡ йөҙгә танып белгән, үҙ һүҙе, ҡарашы булғандар ҙа бар. “Байыҡ”, “Башҡорт йыры” телепроекттары аша үҙен халыҡ ижадын XXI быуатта заманса итеп тамашасыға еткергән ижадсы булараҡ танытты Рита Өмөтбаева.
Яңыраҡ тип әйтеп булмай инде, йәйен уны “Ҡурай” музыка каналының етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Ниндәй уйҙар менән яна бөгөн ойоштороусы? Яңы ижад мөхите “Байыҡ”тың филиалына әйләнеп китмәҫме? Әллә “Башҡорт йыры”ның майҙанына әүерелмәҫме? Хәйер, һөйләшһәң, һүҙ күп икән дә.


– Ниндәй кәйеф менән эш башла­ның, Рита? “Ҡурай”ҙағы эшмәкәрле­гең БЮТ-тағы эшеңдең дауамы бу­ла­саҡмы?
– Юҡ, улай булмаясаҡ. “Ҡурай” – ул берҙән-бер башҡорт музыка каналы. Музыка – ул йыр-бейеү генә түгел, ә халыҡтың зауығын, эстетикаһын үҫтергән йүнәлеш. Унда нескә юморға ла, тәрбиәүи тапшы­рыуҙарға ла, күңел асыуға ла урын табы­ласаҡ.
Бында эшкә килеү – минең өсөн бик ҙур яуаплылыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, социаль селтәрҙәрҙә халыҡ әүҙем рәүештә үҙенең теләктәрен белдерә, ышаныстарын күр­һәтә башлағас, башта аптырап киттем. Хатта бер ни тиклем ҡурҡып ҡалдым: был ни булды ул тип. Шуға күрә ҡаушаңҡырап эш башланым. Халҡымдың минән нимәлер көткәнен, эшләй алырыма ышаныуын тоям, әммә шул уҡ ваҡытта был тойғо мине һиҫкәндерҙе. Әммә эшләргә кәрәк, Рита, үҙеңде ҡулға ал, тинем дә, каналды биҙәүҙән башланым. Радиола, мәҫәлән, халыҡ йырҙы ишетә генә, ә бында беҙ ҡолаҡтан тыш, күҙҙең тойоу, күреү һәләтен дә файҙаланабыҙ. Шуға күрә кеше ҡа­рарлыҡ, хатта ҡарап туя алмаҫлыҡ картиналар, видеояҙмалар сығырға тейеш эфирға. Үҙәк телевидение каналдарынан әллә ниндәй темаларға әллә ниндәй энергетикалы тапшырыуҙар ағыла, ә беҙҙең маҡсат – башҡорт рухиәте өсөн хеҙмәт итеү. Башҡорт халҡының ижадын, мәҙә­ниәтен, тарихын, талантын башҡа халыҡ­тарға күрһәтеү – мөҡәддәс бурысыбыҙ. Әгәр “зәңгәр экран”дарға сығарылған видеояҙма, йыр зауыҡлы икән, уны баш­ҡалар ҙа яратып ҡараясаҡ. Аллаға шөкөр, беҙҙе Татарстан ҡарай башланы. Улар беҙҙе тап башҡорт каналы булған өсөн үҙ итә. Шылтыратып үҙ фекерҙәрен әйтәләр.
Башҡорт халҡының рухи ҡомарт­ҡыларын заманса тергеҙеү йәһәтенән дә “Ҡурай” үҙ эшен башҡара. Киләсәк өсөн “алтын фонд”ты булдырыу мөмкинлеге лә бар. Эшләйем тиһәң, эш етерлек.
Бөгөн телевидение каналдары технологик яҡтан үҙгәрә. Беҙ ҙә тапшырыуҙарҙы эфирға “Аш-ди” ысулы менән сығарыу юлына күсәбеҙ. Йырсыларға зауыҡлы, сифатлы видеороликтар эшләргә кәрәк. Уның өсөн мөмкинлектәр бар, бары тик ең һыҙғанып тотонорға кәрәк.
“Ҡурай”ҙың промо-ролигы аша халыҡҡа бындай канал барлығы хаҡында хәбәр итергә тейешбеҙ. Тамашасыларыбыҙҙы кире ҡайтарып алырға кәрәк.
– Ҡурай ул музыка ҡоралы ғына түгел. Ул – башҡорт халҡы өсөн ҡот та, моң да, ырыҫ та...
– Дөрөҫ әйтәһең, ҡурай – ул башҡорт халҡы өсөн бөтәһе лә. Ул – беҙҙең рухи хазинабыҙ, быуаттарҙан быуаттарға күсеп килгән ҡомартҡыбыҙ. Шуға күрә уның исемен йөрөткән каналда башҡорт халҡының бөтә рухи байлығы сағылырға тейеш.
– Яңы проекттар тураһында, моға­йын, уйлағанһыңдыр?
– Әлбиттә, “Ҡурай”ҙы байытыу йәһәте­нән байтаҡ яңы идеяларҙы тормошҡа ашырырға тип торабыҙ. Мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре менән әңгәмәләр, ижади портреттар, документаль фильмдар эшләү ниәте бар. Үҙем шиғыр яратҡан кеше булараҡ, шиғриәткә лә ҙур урын бүләсәк­беҙ. “Йөрәк тауышы” тип аталған тапшы­рыу­ҙа парлашып шиғыр уҡыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Мотлаҡ ирле-ҡатынлы уҡырға тейеш тигән һүҙ түгел. Унда әсәһе менән улы йәки ҡыҙы, ағалы-ҡустылы, ейәнсәре менән өләсәһе лә шиғри әҫәр уҡыуы ихтимал. Хатта ике әхирәт тә сығырға мөмкин эфирға. Әле яҙмаларҙы төшөрә башланыҡ. Диалог формаһындағы был тапшырыу үҙ тамашасыһын табыр әле, тип өмөт итәм. Шиғриәткә һыуһаған халыҡ, моғайын, был проектты ла үҙ итер, тип ышанабыҙ. Наилә апай Сәфәрғолова эшләйәсәк “Ике йөрәк”те. “Көлкө сәйе – бүләккә” тигән юмор тапшырыуының да форматын уйлап табыу өҫтөндә эшләйбеҙ.
Эш барышында шунда уҡ команда туплайбыҙ. “Башҡорт йыры”, “Байыҡ” тапшырыуҙарында бергә эшләгән, һынал­ған хеҙмәткәрҙәр менән артабан да бергә ижад итербеҙ, моғайын. Идеяларҙы хуп­лап торған етәкселеккә рәхмәт. Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡуповҡа, әйҙәгеҙ, шуны эшләйек әле, тип әйтеү генә шарт. Беҙҙең етәксебеҙ баҫым яһап, өҫтәл төйөп эшләтмәй, ә, киреһенсә, ижади азатлыҡ ҡуя. Ул яңы проекттарҙы күтәреп алырға әҙер тора. Әгәр етәкселек тарафынан ҡеүәтләү тоймаһам, белмәйем, мин нисек атҡарып сығыр инем икән анау хәтлем башланғыс­тарҙы. Хеҙмәт төйәгендә аңлау, ихтирам тойоу яңы үрҙәргә әйҙәй. Миңә эшләргә мөмкинлектәр асыҡ, ҡаршы­лыҡтар юҡ, бары тик тырышырға ла тырышырға.
– “Ҡурай” каналына күсмәйәсәкме “Байыҡ”, “Башҡорт йыры”?
– Юҡ, нишләп улай булһын ти. Элек тә бара ине “Ҡурай”ҙа беҙҙең тапшырыуҙар, шуға күрә артабан да дауам итәсәктәр.
Беҙ БЮТ менән берлектә ҡурай, ҡурай­сылар ҡатнашлығында яңы проект баш­ларға тип торабыҙ. Тапшырыу бына ошо­лайыраҡ буласаҡ: унда боронғо бер башҡорт көйөн бер нисә ҡурайсы йәки ансамбль уйнап күрһәтә. Әлбиттә, көйҙөң тарихын белеү ҙә зарур. Ҡурай маһирҙары – маэстролар – Мөхәммәт Түлебаев, Азат Айытҡолов, Ишморат Илбәков кеүек оҫталарыбыҙ алып бара тапшырыуҙы. Аҙаҡ улар көйҙө башҡарыу оҫталығы, башҡа ҡурайсыларҙың нисек уйнауы хаҡында һөйләйҙәр. Был үҙенә күрә ҡурай дәресе кеүек тапшырыу буласаҡ. Киләсәк өсөн эшләйбеҙ быны ла. Әйтәйек, йылдар, быуаттар үтһә лә, тап ошо осорҙа башҡорт­тар ҡурайҙы нисек уйнауы, ниндәй оҫталар булыуы менән таныша аласаҡ. Йәнә лә шул уҡ Азат ағайҙар үҙҙәре бик күп мәшһүр ҡурайсыларҙың уҡыусыһы булған, улар хаҡында ла һөйләйәсәктәр. Был тарих өсөн кәрәк. Ошондай рухи тапшырыуҙарҙы республика етәкселеге лә ҡеүәтләй ул, шуға күрә ярҙамдарынан ташламаҫтар, тип өмөт итәбеҙ.
Был тапшырыуҙы эфирға сығарыр өсөн зал кәрәк ине, әлбиттә, уны таба алмай бер аҙ ҡаңғырып алдыҡ. Ҡаршылыҡтар булманы түгел, әммә БЮТ етәксе­леге ниәтебеҙҙе аңлап, Конгресс-холды түләп арендаға алыу мөмкинлеген тыуҙыр­ҙы. Күңелде ҡырған мәлдәр ҙә була, әммә бирешмәйбеҙ, эшләйбеҙ.
– Мәҫәлән, нимәләр күңелеңде ҡыра? Һине бөгөн нимә борсой?
– Борсоған мәсьәләләр күп инде ул: кешеләрҙә намыҫ, ояла белеү төшөнсә­ләре юғалды, ниндәйҙер әрһеҙ, кеше башы аша йөрөгәндәр, интрига ҡорғандар үҫә бара. Ваҡ-төйәккә иҫ китмәй генә әйткәндә, мине милли зыялыларҙың тарҡаулығы әрнетә. Йәштәр хатта ундай түгел. Беҙҙең халыҡ шундай вайымһыҙ, бер нимәгә лә иҫтәре китмәй, төрлө секталарға китә. Киләсәк тураһында хәстәрләү, халҡым яҙмышы, мин шул милләттең балаһы, тип уйлау юҡ – бына ошолар минең эсемде бошора, йәнемде өйкәй.
Диндә лә бит ата-бабаларыбыҙҙың үҙ юлы бар, ә беҙҙекеләр самаһыҙ рәүештә нимәгә булһа ла ылығып китә. Эсә баш­лаһалар, туҡтамай эсәләр, сәхнәгә мен­һәләр, йондоҙ булып шашыналар, власҡа ултырһалар, нимә эшләгәндәрен белмәй­ҙәр. Белмәйем, әммә замандаштарҙың ошондай самаһыҙ ҡыланыштарына битараф була алмайым. Урта быуын бигерәк тә ошондай “сирҙәр”гә дусар булған.
Йәштәргә ҡараһам, ҡыуанам, улар талантлы ла, иманлы ла, рухлы ла. Тик бер нимә генә аптырата: китап уҡымайҙар. Беҙҙең быуын ул яҡтан башҡа булды. Иҫеңә төшөр әле бына: атай-әсәйҙәребеҙ гәзит-журнал алдыра, китап уҡый торғайны. Уларҙың был күркәм сифаты беҙгә лә күс­те. Элегерәк яҙыусылар, композитор­ҙар, йырсылар бергә ижад иткән, айырым бер мөхит тыуҙырған. Ә бөгөн һәр береһе тырым-тырағай, кем ҡайҙа теләй, шунда йөрөй. Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рамаҙан Йәнбәков кеүек шәхестәребеҙ ҡайнашып, аралашып, бер- береһе менән нескә шаярып ижад үрҙәрен яулаған. Хәҙер ана шул һулыш етешмәй.
Ҡайһы бер йырсылар шиғыр уҡымай ғына түгел, шағирҙарҙы ла белмәй. Шуға күрә “Ҡурай” каналында ана шул ижади бушлыҡты тултырғы килә. Башҡорт шәхестәрен күрһәтеү, сериалдар төшөрөү, актер йыры, юмористик кисәләрҙе тергеҙеү теләге лә бар күңелдә. Идеялар күп, Алла бирһә, тормошҡа ашырырға яҙһын.
Яңы клиптар төшөрә башланыҡ. Халыҡ уларҙы ла ҡыҙыҡһынып ҡабул итте, шылтыратып фекерҙәрен әйтеп торалар.
– Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш теле­видениеһы ошо көндәрҙә үҙенең 15 йыл­лығын билдәләй...
– Бөгөн күптәр, телевидение – мәғлү­мәти сығанаҡ, тип уйлай. Бының менән һис тә килешмәйем. Тере ваҡиғаны, был хәлде әйтеп үтеп кенә телевидениеның асылына төшөп эшләп булмай. Мин традицион тележурналистика нигеҙҙәрендә тәрбиәләнгәнмен, шуға күрә профес­сионалдың камераһы ауылдан ауылға, ҡаланан ҡалаға, күңелдән күңелгә йөрөргә тейеш, тип уйлайым. Көндәлек эш – бер, әммә фонд өсөн мәңге­лек темаларҙы күтәреп, заман һулышын күрһәтеү мөһим.
Коллегаларымды, телевидение ветерандарын байрамыбыҙ менән ҡотлайым.
– Рита, һин бит әле йәш кенә әсәй. Муса тыуғандан һуң үҙеңде ни­сек тояһың? Донъяға ҡарашың үҙгәр­мәнеме?
– Бала саҡта мөғжизә бар икәненә ышана торғайным. Әммә күптән инде ундай нәмәләрҙе таныған йәштән үткәнмен. Ә бына улым тыуыу менән донъяға ҡарашым үҙгәрҙе. Ғәзиз сабыйым тыуған мәлдә күңел әллә ҡайҙарға осто. Аллаһ Тәғәләнең бер бүләге бит инде бала. Уға ҡарап та туйып булмай. Нисектер ҡыҙым тыуған саҡта үҙем дә йәш булғанмын, хәҙер ул үҙе йәш кенә туташ, алдыңа ултыртып яратып та булмай тигәндәй. Шунан ҡыҙ балаға үҙеңә ҡараған кеүек ҡарайһың бит инде. Мин шуны эшләй алам, тимәк, ул да булдырасаҡ, тип уйлайһың. Ә малай менән бөтөнләй башҡа хәл. Улдарға ҡарап ир-атҡа, ҡәйнәгә мөнәсәбәт үҙгәрә. Хатта хәҙер ҡыҙыма ла: “Егеттәр менән мөлә­йемерәк бул. Күңелен рәнйетеп ҡуйма. Уның да бит әсәһе бар!” – тип әйтәм. Шунан ул минән: “Әсәй, һин мине ҡурсалап әйтәһеңме быларҙы? Әллә Мусаны уйлап һөйләйһеңме?” – тип көлә.
– Сабыйығыҙ бәхете менән үҫһен. Әйткәндәй, уға исемде кем ҡушты?
– Рәхмәт. Атаһы инде. Мин Йософ тигәйнем дә, ул Муса тигәс, ҡыуанып риза булдым. Тәрбиә йәһәтенән дә Заһирҙың ҡараштарын уртаҡлашам. Ул сабыр, тыныс холоҡло, шуға күрә баланы тыңлап, нимә әйтергә теләгәнен аңлап тәрбиәләй. Башта, әлбиттә, ул бер ни тиклем ҡауша­ған да кеүек булды. Баланы ҡулына ала ла иҫе китеп ҡарап тик ултыра. Шунан бер нисә көн үтеү менән йүргәк йыуыу, үтекләүҙәр китте, һәм ул был тормошҡа әйләнеп ҡайтҡандай булды. Уның эске шат­лығы, тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡ­ҡайны.
Хәҙер улыбыҙҙың теле асыла башланы. “Атай”, “әсәй” тип әйтә. Белһәң, шул һүҙ­ҙәрҙе ишетеүе ниндәй бәхет! Аллаһ Тәғәләгә ошо мәлдәрҙе бүләк иткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен!
Заһир музыкант булғас, балаға ла ана шундай тауыш, төрлө моңло ауаз сығара торған уйынсыҡтар ала. Баланың ритмикаһын да ҡарай. Уларҙың бер-береһе менән шулай ихлас аралашыуын күреү минең өсөн шул тиклем ҡыуаныслы. “Музыканы нескә тойһа, зауыҡлы булыр, тәрән тойғоло, баш мейеһенең ике ярымшары ла бер тигеҙ эшләр”, – тип аңлата Заһир улыбыҙҙы йыр-моң менән үҫтереү ниәтен.
– Һин ярһыу заттан, ә Заһир тыныс холоҡло күренә. Әллә яңылышаммы?
– Эйе, шулай. Әлдә ул тыныс, тип ҡуям ҡай саҡ. Мин янып китәм, ә ул сабыр ғына итеп берәй һүҙ әйтеп ҡуя ла, бөтә нәмә үҙ урынына ултырғандай була. Хоҙай Тәғәлә алай ҙа тыныс холоҡло ир биргән, тип уйлап ултырҙым әле яңыраҡ. Икең дә ярһый башлаһаң, нимә эшләмәк кәрәк! Мин хатта буштан-бушҡа янып алып китәм дә шунан уға ҡараһам, ул тып-тыныс, бер ни булмаған кеүек тота үҙен. Шунан миңә лә уның булмышы күскәндәй була. Бәй, нишләп ярһыйым әле ул мин, тим шунан. Аҙ һөйләгән, ваҡланып тормаған шундай тыныс башҡорт ире инде ул Заһир. Хоҙай Тәғәләм уның менән бергә балаларға терәк булып, оҙаҡ йылдар ижад итергә насип итһен инде.
– Уның алдында хис-тойғоларыңды нисек тыяһың?
– Ой, Заһир менән мин бөтөнләй икенсе Рита. Үҙенең холҡо менән мине шунда уҡ урынына ҡуя ул. Уның алдында ҡысҡырырға, тауыш күтәрергә ярамай. Уның энергетикаһы ялмап ала ла, мин тыныс кешегә әйләнәм. Беҙҙең өйҙә тып- тыныс. Бәлки, был сәйер һымаҡ тойолалыр, әммә уның янында хатта телефондан да тауыш күтәреп һөйләшә алмайым. Ул мине әрләй, бының өсөн битәрләй икән, тип уйлап ҡуйма, улай түгел. Заһир бына үҙен шулай итеп ҡуйған, уның алдында иремдең күңеленә хуш килмәҫлек бер нимә лә эшләй алмайым. Сәбәләнгәнде лә яратмай. Бөгөн ямғыр яумай икән, иртәгә яуыр. “Булыр, көт, сабыр ит!” – ти ул һәр саҡ.
– Мөхәббәт бармы, Рита, һинеңсә?
– Бар, әлбиттә. Тыуған ереңә, халҡыңа, илеңә, телеңә, ауылыңа, ата-әсәңә, эшеңә мөхәббәт тойғоһо менән рухланып йәшәй кеше. Был хисһеҙ донъяла йәшәү ҙә юҡ. Мөхәббәт беҙҙе илһамландыра, дәртлән­дерә. Мәҫәлән, яңы үрҙәргә әйҙәй беҙҙе был тойғо. Белмәйем, миңә мөхәббәтһеҙ йәшәүе ауыр булыр ине. Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы һөйөү кешенең ғүмерен йырлы итә. Хатта күңел төшмәгән мәлдәрҙе йәмләп ебәрә.
– Күңел төшмәгән саҡтарҙа нисек эшкә тотонаһың?
– Аллаға шөкөр, хәҙер үҙемде көйләргә, ҡайһы бер темаларға күңел ятмаһа ла, эште еренә еткереп башҡарырға өйрән­дем. Профессионал өсөн быны эшләгем килмәй, теге оҡшамай, тигән һүҙ булырға тейеш түгел. Мин бит шәхси компанияла эшләмәйем, ә дәүләт ойошмаһында. Шуға күрә етәкселек ҡуша икән, минең геройым булмаһа ла, тотонам, эшләйем, йырып сығам. Был – эш процесы, шулай булырға тейеш.
– Һинең кешеләрҙең йөҙөнә бәреп әйтә торған холҡоң бар ине. Хәҙер нисек?
– Йо-оҡ, хәҙер бер нимә лә тип әйтмәйем башҡаларға. Өндәшмәҫкә, әйтмәй түҙеп ҡалырға өйрәндем. Берен­сенән, кешеләр, бигерәк тә беҙҙең быуындыҡылар, әйткәнде бөтөнләй ҡабул итмәй. Етәксе булып эшләүе, бер ҡараһаң, еңел дә түгел ул. Һәр кемдең үҙ холҡо, үҙенең донъяға ҡарашы.
Икенсенән, бына беҙ, мәҫәлән, үҙ эше­беҙҙең шундай фанаттары инек. Беҙгә эшләргә, ижад итергә генә булһын. Ә хәҙер кешеләргә бер үтенес тә белдереп булмай, шунда уҡ: “Күпме түләйһегеҙ?” – тип һорайҙар. Берәй шәп герой тапһам, мин уны тиҙерәк төшөрөп, халыҡҡа күр­һәткем килә. Шул идея менән яна, йәшәй башлайым. Ә йәштәр шунда уҡ аҡса таптыра. Бер тинһеҙ нулдән башлап проекттар сығарғаным бар. Минең өсөн был донъя­ла иң беренсе сиратта аҡса тормай. Эйе, бер тинһеҙ эшләп тә, аҙаҡ бағыусылар аша булһа ла түләп ҡуйған осраҡтарым булды. Әммә иң мөһиме – эшләгән эшең­дең һөҙөмтәһен күреп ҡыуаныу. Ҡайһы бер коллегаларҙа ошо сифаттың булмауы мине ғәжәпләндерә. Төрлө өлкәләрҙән, Татарстандан “Әйҙәгеҙ, шул кешене эфирға сығарайыҡ!” кеүек тәҡдимдәр менән киләләр. Әгәр тауышы, моңо юҡ икән, был эш миңә ҡыҙыҡ түгел. Зауыҡлы концерт килеп сыҡмай, тамашасы “аһ!” итмәй икән, нимәгә кәрәк ул сығыштар? Минең өсөн иң мөһиме – иҫ китерлек проект! Сифатһыҙ нәмәне халыҡҡа тәҡдим итергә оялам мин. Шул арҡала тамашасы алдында абруйым төшөүенән ҡурҡам. Аллаға шөкөр, миңә ихтирам бар, халыҡ танып, үҙ итеп тора, әгәр ҙә уларҙың ышанысын аҡламайым икән, оят та инде. Ҡуй, Аллам һаҡлаһын ундай буш проекттарҙан! Халыҡ ижады – шул тиклем нескә донъя, шуға күрә эфирға юҡлы-барлы клип сығарып, апай-ағайҙар алдында дәрәжәмде төшөрөүҙән, халыҡ алдында хилафлыҡ эшләүҙән, кешеләрҙе рәнйетеүҙән ҡурҡам.
– “Байыҡ”тың баһалама ағзалары­ның ҡайһы берҙәре һинән өлкәнерәк, әммә конкурсанттарҙы яҡлап, уларға ҡаты ғына фекерҙәр әйтеп ҡуяһың. Үпкәләмәйҙәрме?
– Аллаға шөкөр, үпкә белдергән, риза булмаған кеше юҡ. Сөнки улар аңлай, мин быны дөйөм эш өсөн эшләйем. Ул һүҙ менән мин кемделер рәнйетергә йыйынмайым, ә бейеү сәнғәте, халыҡ сәнғәте яҙмышы өсөн янам.
Үҙемдең ҡул аҫтында эшләгәндәрҙе ҡәҙерләп кенә торорға тырышам. Ижад кешеләренең кәйефе лә төрлөсә булып китә, әммә барыбер берәй яйын табырға, күңел көйләргә була. Берәүҙе ҡеүәтләп ебәрәм, икенсегә ярҙам итергә тырышам, өсөнсөгә йылы һүҙ етә, дүртенсеһен ултырып тыңлайым, күңелен бушатҡанын көтәм. Бына шул рәүешле эшләргә тырышам.
Урамда, берәй районда инәйҙәр, бабай­ҙар танып һүҙ ҡушып: “Анау бейеүҙе сығарып шәп иттегеҙ әле ул. Һин Рита бит әле!”– тип маҡтап китһә, әллә ниндәй алтындарҙан да ҡиммәт миңә шул йылы һүҙ.
– Гел маҡтап торһалар, нисек ки­мәл­де тоторға һуң?
– Әллә гел маҡтап торалар тип уйлай­һыңмы? Юҡ, әлбиттә. Әр һүҙҙәрен дә ише­тергә тура килә. Әммә мин шуны беләм: беҙҙә еңеү яулаған бейеүселәр, йырсылар Рәсәй, донъя кимәлендә лә һынатмай бит. Ошо үҙе үк эшебеҙҙең күрһәткесе. Диләрә Иҙрисова, Нәркәс Юлдашева өсөн ошо көндәрҙә генә ҡыуанып, илап алдым. Талантлы халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙҙары бит улар. Айгиз Ғиззәтуллин, Артур Ҡәйепҡолов Башҡортостандан ситтә үҙҙәрен танытты. “Байыҡ” балалар конкурсында бейеп киткәндәрҙең яртыһы Р. Ну­риев исемендәге хореография училищеһына уҡырға инде. Был да бит ҙур күрһәткес!
– Тормош ҡуйған һынауҙарҙы нисек йырып сығаһың? Төрлө хәлдәр була бит инде ғүмер юлында...
– Әллә, оҙаҡ йәшәмәһәм дә, тормошта күп нәмәләр күрергә тура килде. Дуҫтар хыянатын да, коллегаларҙың йәберен дә кисерҙем. Ғәйбәт һүҙҙәр ҙә ишетелде, өҫтөмдән ялыу яҙыусылар ҙа булды. Әммә ни эшләтәһең инде, донъя булғас, ниндәй генә хәлдәр булмай. Кешеләрҙе кисерергә, тормош ҡуйған һынауҙарҙы аша атлап үтергә өйрәндем. Шөкөр, шөкөр, тим дә, артабан эшемә сумам. Көнләшкән, ҡаршылыҡтар тыуҙырған кешеләр ҙә булды, ни хәл итәһең инде. Аллаға шөкөр, барын да еңеп сығып, бәхетемде табып, ижад итеп йәшәп ятам. Элек яна торғайным, хәҙер: “Бәндә хурлаһын, Аллаһ ҙурлаһын. Фекер ҡеүәһе, эш дәрәжәһе бир, Хоҙайым!”– тип теләйем.
– Ниндәй күңел теләктәрең бар?
– Мөмкинлегем килеп сыҡһа, ғаиләм менән донъя буйлап сәйәхәт иткем килә. Бохараны, уның боронғо ҡорамдарын, Венецияны, уның элекке йорттарын күргем, урамдарында йөрөгөм килә. Ғаиләмә бағышлағым килә үҙемде.
– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сифаттарҙың ҡайһыһы һиндә ныҡ са­ғыла тип уйлайһың?
– Саялыҡ инде. Сабырлыҡ миңә саҡ килә башланы әле ул. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ әсәй-өләсәйҙәребеҙгә хас булған матур сифаттарҙың күбеһен юғалтҡанбыҙ. Ғәҙеллеккә ынтылыу тойғоһо ла бар миндә, әммә ул барыбер донъяны аңларға, кеше­ләрҙе баһаларға ҡамасаулай, минеңсә. Әйткән һүҙемдә үлә торған холҡом да бар: ауыҙымдан сыҡҡан икән, мин шуны эшләргә тейеш, һүҙемде кире ала алмайым. Яуаплылыҡ, тоғролоҡ кеүек тойғолар алҡымымдан алып килә. Ҡайһы бер кешеләр: “Ундай булма, йәшәүе ауыр бит!” – тиһәләр ҙә, ҡандан килгән холоҡ-фиғелдән ҡасып буламы ни инде.
– Буш ваҡыттарыңда нимә эшләй­һең?
– Буш ваҡытым юҡ тиерлек. Әммә килеп сыҡһа, ғаиләмә бүлергә тырышам. Тәбиғәткә сығабыҙ. Кино ҡарарға яратам. “Свадьба в Малиновке” һәм “Благословите женщину” фильмдары – иң яратҡан киноларым. Иҫем китеп ҡарайым шуларҙы.
– Телевидение һинең өсөн нимә?
– Телевидение – халҡым тарихы, мәҙәниәте, ижады хаҡындағы электән ниәтләгән эштәремде тормошҡа ашырыр майҙан. Луиза апай Фархшатова мине эшкә өйрәтте. Уға бик ҙур рәхмәтле­мен. Радмир Бәҙретдинов, Фәнүзә Нәҙер­шина, Риф Ғәбитов кеүек данлыҡлы шәхестәр менән эшләнем, эшләйем. Киләсәктә телевидение тормошона бәй­ләп, мемуар яҙырға тигән ниәтем дә бар. Аллаһ насип итһә, ошондағы ижади мөхитте, шәхестәр менән аралашыу хаҡында яҙғым килә. Кемдәрҙер, телевидениела ҡатмарлы холоҡло кешеләр эшләй, тигән фекерҙә. Улай түгел. Беҙ шул тиклем матур итеп аралашып, эш барышында тураһын әйтһәк тә, унан ситтә бер-беребеҙ менән яҡшы мөғәмәләләбеҙ. Телевидениеның үҙем эшләгән дәүерен сағылдырғым килә ул китапта. Йылдар үтер, башҡа кешеләр килер бында, башҡа дәүер һулышы менән тулыр телевидение, әммә күңелемдәге яҙмаларымды ҡағыҙға төшөрһәм, беҙҙең осор күҙ алдына баҫыр ине, моғайын.
– Башҡорт рухиәтен һаҡлар өсөн беҙгә XXI быуатта нимәләр эшләргә кәрәк, һинеңсә?
– Бөтәһе лә ғаиләгә бәйле. Дәүләт тә, мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла ата-әсә урынына туған телде, тарихты, мәҙәниәт­те өйрәтә алмай. Шуға күрә балалары алдында башҡортса һөйләшмәгән, халҡының үткәне тураһында һөйләмәгән­дәргә аптырайым мин. Шунан бөтә бәләне мәктәпкә, етәкселеккә япһарырға тырышалар. Бөгөн беҙгә балаларҙы түгел, ә ата-әсәләрҙе милли рухта тәрбиәләргә, уларға туған телдең, илдең ҡәҙере ха­ҡында һөйләргә кәрәк. Милли йолаларҙы, ғаилә байрамдарын, аҡһаҡалдар, ғаилә институтын күтәреү зарур.
Шәхси бәхет менән генә кинәнеп йәшәй торған кеше түгелмен. Халҡыбыҙ рухы, моңо менән бәхетлемен. Һынауҙар, ҡаршылыҡтар менән яулана яҡты үрҙәр.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.


Вернуться назад