Науруз — фарсы һүҙе, “яңы көн” тигәнде аңлата. Иранда ул Ҡояш календары буйынса яңы йыл башланған көн тип һанала. Шулай уҡ Төркиә һәм Евразияның ҡайһы бер халыҡтарының да ҡояш календары буйынса Яңы йыл байрамы Наурузға бәйле. Тарихы яҙма булмаған дәүергә барып тоташа. Ул рәсми статусын зороастризмдың дини байрамы булараҡ Ахменид империяһында алған. Наурузды донъяның төрлө мөйөштәрендә үткәреү әле лә дауам итә. Хәҙер ул яҙ көн менән төн тиңләшкән мәлдә билдәләнә.
Яҡын Көнсығышта Наурузды ғәрәптәр, Ислам дине таралғанға һәм Ғәрәп хәлифәте барлыҡҡа килгәнгә тиклем йәшәгән халыҡ вәкилдәре генә байрам итә.
Сүриә һәм Ираҡтағы ғәрәптәр уны билдәләмәй. Төркиәлә 1925 йылдан алып 1991 йылға тиклем Наурузды рәсми байрам итеү тыйылған булған. Сүриәлә әлегә ҡәҙәр уны билдәләүгә рөхсәт юҡ.
2009 йылдың 30 сентябрендә ЮНЕСКО тарафынан 21 март Халыҡ-ара науруз көнө тип иғлан ителгән.
Уны һәр халыҡ үҙенсә атап йөрөтә. Хәҙер Науруз Яңы йыл башланыуы кеүек билдәләнә. Мәҫәлән, 21 мартта Иранда һәм Афғанстанда, шулай уҡ Тажикстанда һәм Азербайжанда, Албанияла, Ираҡ Ҡурдистанында, Һиндостанда, Ҡырғыҙстанда, Македонияла, Төркиәлә, Төркмәнстанда һәм Үзбәкстанда дәүләт байрамы һымаҡ уҡ ойошторола. Ҡаҙағстанда — 21 — 23 мартта, ә Башҡортостанда һәм Татарстанда урындағы кимәлдә байрам ителә.
Бахай календары буйынса ла йыл башы һанала ул. АҠШ-та 21 март Ауыл хужалығы көнө булараҡ билдәләнә.
2010 йылдың 19 февралендә БМО-ның Генераль ассамблеяһының 64-се сессияһында “Халыҡ-ара науруз көнө” тип аталған резолюция ҡабул ителә. Уға ярашлы, БМО-ның Генераль ассамблеяһы 21 мартты Халыҡ-ара науруз көнө тип таный. Наурузға бәйле йолаларҙы һәм мәҙәниәтте үҫтереү һәм һаҡлау маҡсатында уны байрам иткән дәүләттәрҙең тырышлығы хуплана. Науруз 14 мартта байрам ителә башлай һәм “амал” тип атала. Йола буйынса һәр кем ике ҡуллап күрешергә тейеш: “Яңы йыл менән!”
Үзбәкстанда байрам ашы булып сумалак һанала. Ҡотлаусы: “Науруз байрамы бәхетле булһын!” — тип теләй. Уға яуап итеп: “Науруз байрамы мөбәрәк булһын!” — тиҙәр.
Тажикстанда, Азербайжанда, Ҡурдтарҙа ҡунаҡтарҙы: “Науруз байрамы менән!” — тип сәләмләйҙәр. Иранда байрам итеү, ғәҙәттә, 13 көнгә һуҙыла.
Боронғо йола буйынса, Наурузға тиклем йорт һәм ихата йыйыштырылырға, бурыстар ҡайтарып бирелергә тейеш.
Байрам өҫтәленә ете төр — бойҙай ононан бешерелгән көлсә, кукуруздан, тарынан, фасолдән, борсаҡтан, дөгөнән, кунжуттан әҙерләнгән — аҙыҡ-түлек ҡуялар.
Быйыл Өфөлә Науруз байрамы Якутов исемендәге паркта 14 апрелдә үтәсәк.
М. ХАРИСОВА әҙерләне.