Сит илдәрең ары торһон!07.10.2016
Сит илдәрең ары торһон! Мәғрур Ирәндек ҡаялары, ғорур Урал тауҙары, йәмле Талҡаҫ буйы, Бөрйән районы хозурлығы һуңғы йылдарҙа күп кенә туристарҙы үҙенә йәлеп итә. Күк Ирәндек буйындағы тәнгә шифа һәм сихәт бирерлек ҡымыҙ, саф һауа, көмөш күлдәрендә ялтыр балыҡтар уйнаған, хәтфә болондарында аллы-гөллө күбәләктәр осҡан, өйөр-өйөр йылҡылары утлаған ер, күҙ күреме етмәҫ сал ҡылғанлы дала менән олпат тауҙар ҡауышҡан ерҙә урынлашҡан “Ирәндек” этнотур базаһы. Йыл әйләнәһенә эшләгән ошондай илаһи ял урыны булғанда, әллә ҡайҙағы сит илдәрең ары торһон, тигән уйҙар киләлер бында ял иткән һәр кешегә.

Уның директоры Артур Кәри­мов әйтеүенсә, “Ирәндек”тә Франция, Англия, Германия илдә­ренән, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Татарстандан, Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләренән туристар ял итеп тә өлгөргән.
— Туристарға халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен, милли ризыҡ­тарын, аш-һыуын, ғөрөф-ғәҙәт­тәрен, кәсептәрен күрһә­тәбеҙ. Теләүселәргә көн һайын милли ризыҡ тәҡдим ителә, бишбармаҡ әҙерләнә, ҡаҙы, тултырма, ҡорот, ҡымыҙ менән һыйланалар, самауыр сәйен рәхәтләнеп эсә алалар. Махсус сайтыбыҙ бар, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, уларға юлды өйрәтеү, хозур тәбиғәттең төрлө ерҙәренә экскурсиялар тәҡдим итеү эшен ҡатыным Лилиә алып бара. Атайым ошонда уҡ йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, башҡорт тоҡомло аттарын үрсетә. Шуға күрә бергәләшеп эшләү күпкә еңел дә, отошло ла, — ти Артур Фәнис улы.
Әйткәндәй, ял итеүселәр өсөн бейә һауып ҡарарға, ҡымыҙ бешергә, йылғала балыҡ тоторға, атта һыбай йөрөргә мөмкин­лектәр булдырылған.
Этнотур базаһы элекке Моҫтай ауылы урынында (ауыл “перспек­тиваһыҙ” мөһөрө һуғылыу сә­бәпле юҡҡа сыҡҡан) урынлашҡан. Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, Моҫтай 1803 йылда барлыҡҡа килә. Заманында ҙур ауыл була, 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа унда 131 йортта 644 кеше йәшәүе теркәлә. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй­ҙең Дәүләт Думаһындағы тәүге башҡорт депутаты, Түбәнге Новго­род­тағы Мәкәр, Пермь губерна­һындағы Ирбит йәрминкәләре ахуны, һуңынан Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт хөкүмәте мөфтөйө булған Шаһишәриф Мәтинов бында тыуған. Моҫтай ауылы ир-егеттәре 1812 йылғы яуҙа ла, Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан. Ауыл­дың бик боронғо булыуын иҫбат­лап, әле лә төрлө көнкүреш ҡалдыҡ­тарын, эш һәм һуғыш ҡоралдарын таба бында эшлә­гәндәр. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: тап ошонан данлыҡлы Ебәк сауҙа юлы үткән. Ырымбурҙан Силәбегә барған каруандар Моҫтайҙа туҡтап, төн сығыр булған. Иртәгәһенә Ирәндекте артылып, Түбә баҙа­рында тауарҙарын һатып, кире килеп ҡунғандар.
1987 йылда Моҫтай ауыл булараҡ иҫәптән төшөп ҡалған.
“Ирәндек”тең төп бренды — ат туризмы. Артур Кәримов ҡунаҡтар­ҙың теләге буйынса Талҡаҫ күленә, Ғәҙелша шарла­уығына, Сереккүлгә, ауыл янын­дағы (элекке Моҫтай ауылы) Әүлиә ҡәберлегенә һәм ун ике кешенең ҡосағы саҡ еткән мәғрур йөҙйәшәр ҡарағасҡа һыбай тур ойоштора. Йәй көнө кемдер еләк-емеш йыйып кинәнһә, икенсе­ләре шифалы үләндәрҙе йыйыу­ҙы хуп күрә. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәһе иппотерапия буйынса шөғөллә­неү өсөн дә йыш мөрәжәғәт итә. Уларҙың да теләктәренән баш тартмайҙар, киреһенсә, бар яҡлап ярҙам итергә тырыша бында эшләүселәр.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Ирәндек” этнотур базаһында бик бай музей-тирмә эшләнгән. Ял итеүселәрҙе Артур Фәнис улы бындағы стендтар менән таныштырып, башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, ғөрөф-ғәҙәттәре, тормош-көнкүреш әйберҙәре, шөғөлдәре хаҡында бәйән итә. Тирмәлә урын алған айыу, бүре, төлкө, ҡуян тиреләре лә Ирәндек урманында ауланған йәнлектәрҙеке, төрлө папкаларҙа ауылдың тарихы, ял итеүселәрҙең яҙған теләк-тәҡдимдәре лә күренә. Әйткәндәй, Фәнис Кәримовтың тырышлығы менән бында мәсет төҙөлгән, ул ял итеүселәрҙең күңелдәрен сафландыра, иман нуры тарата. Хатта ҡайһы берәүҙәр тап ошонда килеп никах уҡыта, айыҡ туйҙар үткәрә. Шуны ла әйтергә кәрәк, ял итеүселәр өсөн яҙылмаған бер ҡанун бар: бында алкоголле эсемлектәр ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
Туристар теләктәре буйынса ағас йорттарҙа йәки тирмәлә йәшәй. Бында өс йорт бар, киләсәктә уның һанын тағы ла арттырырға иҫәптәре. Әлегә ҡояш панеле, генератор файҙаланыла, электр энергияһы үткәреү өсөн байтаҡ сығым талап ителә. Аш ҡаҙанда әҙерләнә, былай иткәндә ул иҫ киткес тәмле, телеңде йоторлоҡ була, тиҙәр. Ә төрлө үләндәр һалынған боҫрап ултырған самауыр сәйе хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Шулай уҡ ҡайын миндеге менән сабынып мунса инеүселәр, эргәләге Яҡшыдәүләт йылғаһына сумып, бар арыу-талыуҙарын онотоп, тәндәренә сихәт ала.
Сит илдән килгән туристар менән аралашыу Артур өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай, сөнки ул Англияла телде өйрәнеү өсөн ярты йыл стажировка үтә, улар менән тәржемәсеһеҙ аралаша. Бөгөн сит илдән туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн бында бар уңайлыҡтар етерлек, сөнки һуңғы йылдарҙа ситтән килеүсе­ләр бигерәк тә этнотуризм һәм агротуризм йүнәлешендәгеләргә өҫтөнлөк бирә. Ҡышҡы Ирәндек күберәк һунарсыларҙы йәлеп итә.
“2011—2018 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында туризмды үҫте­реү” программаһының ҡабул ителеүе төбәктә туризм йүнә­лешен һайлаусы эшҡыуарҙар өсөн “йәшел юл” асыу менән бер рәттән байтаҡ бурыстар ҙа ҡуйҙы. Билдәле булыуынса, көньяҡ-көнсығыш район­дарының иҡти­сади үҫтереү прог­рам­маһы нигеҙендә эшҡыуарлыҡ һәм туризмды үҫтереү, эске туризм үҙәктәрен үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә саҡырыу тора. Шуға күрә туризм өлкәһенә иғтибарҙың көсәйеүе, республикала туристик-рекреацион кластерҙың концепцияһы әҙер­ләнеүе, уның менән шөғөл­ләнергә теләк белдереүселәрҙең артыуы — яҡшы күренеш. Туризмдың килемле тармаҡ булыуы бер кемгә лә сер түгел, әммә бөгөн беҙҙә туриндустрия үҫешкән тип әйтә алмайбыҙ, сөнки уны юғары кимәлгә күтәреү өсөн байтаҡ эш башҡарыу талап ителә. Уларҙың барыһы ла аҡса мәсьәләһенә барып тоташа.
Артур Кәримов, төбәктә беренсе­ләрҙән булып этнотур базаһы төҙөп, әлегә тиклем бер тин субсидия алмаған, барыһын да үҙ аҡсаһына башҡара. Электр уты булмаған, юлы ташлы-соҡорло урынға бөгөнгө туристы йәлеп итеү еңелдән түгел. Шулай ҙа бирешмәй Артур Кәримов, ул киләсәктә “Ирәндек” этнотур базаһы ҡояшта ялтыраған Ирәндек тауының аҫыл таштары кеүек бөтә донъяның туристарын үҙенә йәлеп итер, күптәрҙең иң яратҡан ял урынына әйләнер тигән өмөттә.






Вернуться назад