Емешле хеҙмәтегеҙ – ил уңышы07.10.2016
Емешле хеҙмәтегеҙ – ил уңышы Илебеҙ Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөн билдәләне. Ошо айҡанлы баш ҡалабыҙҙа тантаналы саралар үтте.

Республика йортонда Башҡорт­остандың төрлө белем усаҡтарында эшләгән иң яҡшы 34 уҡытыусы тәбрикләнде. Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урынба­ҫары Салауат Сәғитов төрлө конкурстарҙа еңгән алдынғы уҡытыусыларға Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының премияларын тапшырҙы.
Был көндө республиканың Мәғарифты үҫтереү институтында ла ҡала һәм райондарҙан килгән башҡорт һәм урыҫ теле уҡытыусылары, юғары уңыштарға өлгәшкән йәш белгестәр гранттар алып һөйөндө.
– Бөгөн беҙ ғүмерҙәрен иң изге һөнәргә арнаған кешеләрҙе тәбрикләйбеҙ. Мәғариф системаһы яңыра, уның йөкмәткеһе үҙгәрә, яңы стандарттар индерелә. Әммә заманса компьютер класы ла, инновациялар ҙа педагогик һәләтте, оҫталыҡты алыштыра алмай. Хөрмәтле коллегалар! Эшегеҙ, ихласлығығыҙ һәм түҙемлегегеҙ, һөнәрегеҙгә булған һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Яңы ижади уңыштар, һәләтле һәм рәхмәтле уҡыусылар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм именлек теләйем, – тине, республиканың барлыҡ уҡытыусыларын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында ла Өфө ҡалаһының алдынғы уҡытыусыларын һәм ветеран уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланылар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Почет грамоталары тапшырҙылар. Тантаналы өлөштән һуң тамашасылар Руслан Сәйфетдинов, Светлана Арғынбаева кеүек сәхнә йондоҙҙарының, “Эдельвейс” вокаль ансамбленең, Башҡорт­остан Республикаһы Милли симфоник оркестрының сығыштарын тыңлап ҡыуанды.
Йәш быуындың киләсәген хәстәрләгән уҡытыусының емешле хеҙмәте – тотош илебеҙҙең уңышы. Хеҙмәтегеҙҙә сағылған исемдәрегеҙ ғорурланыуға һәм оло ихтирамға лайыҡ.

* * *

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ретрофотоларҙан ғына торған “Рәхмәт, уҡытыусым!” күргәҙмәһе асылды. Был сара менән Өфө Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

Тәүҙә сара социаль селтәрҙәрҙә башлана. Акцияға йәмғеһе 8 миллионға яҡын кеше ҡушыла. Университеттағы күргәҙмәлә иһә 20 фотоһүрәт ҡуйылған. Улар дәүләт архивтарынан йыйылған һәм заман һулышын асыҡ яҡтырта. Сараны асып, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин бөтә уҡытыусыларҙы ла һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
– Уҡытыусы – ул быуындарҙы берләштергән кеше генә түгел, ә рухиәтте, үҙенсәлекле мәҙәниәтте һаҡлаған шәхес тә, –тип билдәләне ректор.
“Рәхмәт, уҡытыусы!” фотопроекты һөнәр һәм белем биреүҙең, тәр­биәнең бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсә булыуын йәнә бер тапҡыр иҫбатланы.




Вернуться назад