Аҙымдар ырамлы, шуға маҡсаттар ҙа ҙур07.10.2016
Кисә Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш уҙғарылды. Дәүләт Думаһы депутаттары, министрлыҡтар һәм ойошмалар етәкселәре, урындағы үҙидара вәкилдәре алдында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.

– Быйылғы байрамды беҙ яуаплы осорҙа – Башҡорт хөкүмәтенең Үҙәк Совет власы менән килешеү төҙө­үенең киләһе йыл билдәләнәсәк 100 йыллығы шарттарында ҡаршылай­быҙ, – тине республика етәксеһе. – Үткән йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитын ойоштороу буйынса тәжрибә ошо бер быуатлыҡ юбилейҙы шундай уҡ юғары кимәлдә билдәләргә ярҙам итер тип ышанам.
Башҡортостан Башлығы төбәк иҡтисадындағы ыңғай үҙгәрештәргә айырым туҡталып үтте. Ауыл хужа­лығы етештереүе, мәҫәлән, быйылғы һигеҙ айҙа алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 118 процент тәшкил итте. Ҡаҙнаны тулыландырыу өсөн барған ныҡыш­малы эш тә һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы: иҡтисадты “күләгә”нән сығарыу буйынса саралар өҫтәмә рәүештә бер миллиард һум алыу форсатын тыуҙырҙы.
Рөстәм Зәки улы республиканың 100 йыллығына ҡарата төҙөләсәк 100 объект тураһында: “Улар халыҡ мохтажлығын ҡәнәғәтләндерә алырлыҡ мөһим биналар булырға тейеш”, – тине һәм файҙаланыуға тапшырыласаҡ объекттар һанын бының менән генә сикләмәҫкә вәғәҙә итте.
Республика Башлығының телмә­ре­нән һуң йыйылыусыларға байрам концерты күрһәтелде.




Вернуться назад