– Республика көнөн яҡшы кәйеф менән ҡаршы алыу йәшәүгә дәрт өҫтәй. Бөгөн хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләйбеҙ. Төрлө тарафтарҙа Республика көнөнә арналған байрам саралары үткәрелә башланы. Башҡортостандың бөгөнгө ҡаҙаныштарында һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙә бар. Иң мөһиме – фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән эшләгән коллективығыҙҙы яңы үрҙәргә әйҙәйһегеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тантаналы сараны асып.Тәбрикләнеүселәрҙең береһе – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, туғыҙ роман, утыҙҙан ашыу повесть, бихисап хикәйә һәм очерктар авторы Ноғман Мусин Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан Халыҡтар дуҫлығы орденын алды. Яҙыусы сараға буш ҡул менән килмәгән – республика Башлығына яңы китаптарын бүләк итте.
– Республика халҡы һеҙҙең иғтибарҙы тойоп йәшәй. Миҫал итеп тыуған ауылымды ғына килтерәм. Ишембай районының төпкөлдә ятҡан Ҡолғона ауылына быйыл тау-ташты аҡтарып юл ярҙылар. Ике йыл эсендә бынамын тигән Мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыҡты. Был бина эргә-тирәләге тиҫтәләгән ауылға, меңләгән кешегә рухи терәк буласаҡ, – тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Ноғман Сөләймән улы.
2016 йыл өсөн Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт хужожество музейы директоры Айрат Тереғолов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары Гөлсинә Мәүлекәсова менән Илдар Манапов лайыҡ булды.