Эш урыныңда тынысмы?07.10.2016
Хөкүмәт йортонда социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республика комиссияһының өс яҡлы ултырышы үтте.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов билдәләүенсә, республикала һәр кем үҙен эш урынында тыныс тойһон өсөн маҡсатлы саралар күрелә, уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыу һәм һәр төрлө имгәнеүҙәрҙе иҫкәртеү йәһәтенән ҡулдан килгәндең барыһы ла ғәмәлгә ашырыла.
Салауат Тәлғәт улы сараның көнүҙәклегенә айырым баҫым яһаны, күптән түгел Чита ҡалаһында хеҙмәт хәүефһеҙлеген арттырыуға арналған кәңәшмәне ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың шәхсән үҙе уҙғарыуын да юҡҡа ғына телгә алманы ул.
– Яҡынса бер ай элек социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды, – тине вице-премьер. – Киләсәктә социаль-хеҙмәт мәсьәләләрен эҙмә-эҙлекле хәл итеүҙә был мөһим документ дөйөм позицияны ныҡлы билдәләйәсәк.
Республика Профсоюздар федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйенов 7 октябрҙә Бөтә донъя лайыҡлы хеҙмәт өсөн эшмәкәрлек көнө билдәләнеүен хәтергә төшөрҙө, һаман да хеҙмәткә ҡарата түләүҙә тотҡарлыҡтар күҙәтелеүенә борсолоу белдерҙе, “Энергосервис”, “Автоприбор”, “Стәрлетамаҡ машина төҙөлөшө” һәм башҡа йәмғиәттәр – шуға асыҡ миҫал, тип һанап сыҡты, “Автоприбор” заводы эшселәренең хоҡуҡтарын даулап урамға сығыуын әйтте.
“Республика эш биреүселәр союзы” рәйесе Владимир Шолом хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу тураһында һөйләне.