Нисек ял итәбеҙ?22.03.2012
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл байрамдарға бәйле 29, 30 апрель, 1, 6, 7, 8, 9 май республикала ял көндәре булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы 1 май — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, 9 май — Еңеү көнө — ял көндәре.
Хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыуы маҡсатында Рәсәй Хөкүмәтенең “2012 йылда ял көндәрен күсереү тураһында”ғы ҡарары нигеҙендә ялдар шәмбе, 28 апрелдән — дүшәмбе, 30 апрелгә (байрам алды көнө), шәмбе, 5 майҙан — дүшәмбе, 7 майға, шәмбе, 12 майҙан шишәмбе, 8 майға (байрам алды көнө) күсерелә.
28 апрелдәге һәм 12 майҙағы эш оҙайлылығы 1 сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә төп һәм өҫтәмә түләнгән йыллыҡ отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы ял көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад