Француз сәйәхәтсеһе Амур-Огюст-Луи-Жозеф Бертло менән хеҙмәттәшебеҙ Эдуард Дилмөхәмәтовты нимә берләштерә тип уйлайһығыҙ? Яуабы ябай: улар икеһе лә баш ҡалабыҙға ғашиҡ. Бертлоның 1895 йылда Өфөгә килгән сағында төшөргән фотоһүрәттәре Францияның Милли китапханаһында әле булһа һаҡлана, тиҙәр. Әлбиттә, һүрәттәрҙә ваҡыт тигәнең үҙ эҙен ҡалдырған. Уның ҡарауы, баш ҡалабыҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Эдуард француз коллегаһының эшен “яңыртып” алып килгәс, “аһ” иттек... Ваҡыт — мәңгелек, тиһәләр ҙә, 120 йыл ҡыҫҡа арауыҡ түгел шул...