Мин – киномеханиктар нәҫеленән05.10.2016
...Балалар өсөн сеанс башланырға ун биш минутлап ҡына ваҡыт ҡалып килә. Йыуынам, йүгерә-йүгерә матур кейемдәремде эҙләйем. Һуңларға һис тә ярамай – бөгөн бит яңы фильм килгән!

– Мин ҡабаланам, һин ашығаһың, – тип көлә ҡырынып торған Азамат ағайым. – Мин бармайынса барыбер кино башланмаясаҡ.
Эйе, ысынлап та, ул бармайынса барыбер экран да ҡабынмаясаҡ, хатта клуб та асылмаясаҡ, сөнки өлкән ағайым – киномеханик. Хәйер, бер ул ғынамы ни, атай-әсәйемдең минән башҡа бөтә балалары ла ошо һөнәр буйынса эшләне бит: Бәләбәй һәм Ленинградта махсус курс тамамлап ҡайтҡандан һуң Рима апайым Ишембай ҡалаһында ул саҡтағы “Икар” кинотеатрында оҙаҡ йылдар фильм күрһәтте, Фримә исемлеһе иһә был һөнәргә шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһында өйрәнеп, Түбәнге һәм Үрге Әрмет, Әрмет-Рәхим ауылдарында кинотаҫма әйләндерҙе, Рәйес ағайым менән Фирҙәүес апайым үҙебеҙҙең ауылда – Түбәнге Әрметтә кино ҡуйҙы.
Кемдер киномеханик һөнәренә училище-техникумда эйә булһа, кемдер был һәләтте үҙалдына өйрәнде. Иң мөһиме – өлкән апайҙан башланған “сир” бер туған биш баланы ла әсир итте. Кем белә, бәлки, ошо юлдар авторы ла әллә кем булып кино таҫмаһын әйләндереп торор ине әле, тик башҡа заман һәм ят тормош ҡиммәттәре килде шул – өй түрендә видеомагнитофондар урын алды. Ошо байлыҡҡа эйә булыр өсөн, хәтерләйем, ҡайһы берәүҙәр хатта һарайындағы мал-тыуарын һатып бөттө. Әйткәндәй, ауылда был дефицит күренеш беҙҙең йортҡа иң беренселәрҙән булып килеп инде – бушлай кино ҡарау клубтан өйгә күсте.
Эйе-эйе, үҙем кино күрһәтеп өлгөрмәһәм дә, шундай бәхеткә эйә инем. Ағай-апайҙарым кино ҡуйғас, сеансты һәр саҡ бушлай ҡараным. Белһәгеҙ икән, ниндәй ғорурлыҡ ине ул заманында. Башҡалар аҡса түгә, мин фырт ҡына залға инеп ултырам йәки киноаппараттар бүлмәһенә йүнәләм – түбә күккә теймәҫлек күренешме ни бала-саға өсөн!
Шуныһын да билдәләге килә: ағай-апайҙарым кино күрһәтһә лә, төп эш урындары башҡа ерҙә булды. Мәҫәлән, ағайҙарым колхоздан эштән ҡайта ла, тиҙ генә кейенеп-йыуынып, клубҡа йүгерә. Уйлай китһәк, киномеханик ауылда иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе булһа ла, әллә ни аҡсалы эш түгел ине. Тимәк, кино сәнғәтенә, фильм күрһәтеүгә туғандарымдың һөйөүе ҙур булған. Әйткәндәй, билет һатыусы Мөхәммәт ағай Әбсәләмов ялда булғанда был эште (билет һатыуҙы) әсәйем башҡара торғайны, шунан атай килеп етә. Фильм тамамланғас, күмәкләп ҡараған кино хаҡында һөйләшә-һөйләшә өйгә ҡайтыуҙарҙы һағынып иҫләргә генә ҡалды шул.
...Телгә алынған Мөхәммәт ағайҙы ауылдың бала-сағаһы иң уҫал кеше итеп күҙ алдына килтергәндер инде. Малай-шалайға шаярырға күп кәрәкме ни, әммә бер артыҡ тауыш сыҡтымы, әрләп ебәрә, түҙеп кенә тор. Шунһыҙ шуҡ балаларҙы тыйып та булмағандыр. Был абзый ауыл халҡына кино күрһәтеүгә сирек быуаттан ашыу ғүмерен арнаны.
Ауыл киноһын хәтергә төшөргәндә, Ишембай район кино күрһәтеү предприятиеһы (башта – киноселтәре) директоры Наил Шәрәфетдиновты ла телгә алмау яҙыҡ булыр. Төбәктең бөтә ауылдары ҡараған был ойошманы етәкләгән шәхес яҡташтарына яҡшы кино күрһәтеү өсөн тырышып эшләне. Һәр хәлдә, яңы әҫәр сығып та өлгөрмәй, уның исеме иғлан таҡтаһына яҙыла ине. Һинд кинолары, АҠШ боевиктары – беҙҙең быуын яратып ҡараған фильмдар. Бер киноәҫәрҙе хатта бер нисә тапҡыр күргән булды (ә ниңә – бушлай бит).
Боевиктар хаҡында һүҙ сыҡҡас, шуныһын әйтеү фарыз: был жанр һәр ваҡыт тулы зал йыйҙы. Ни ҡылаһың, аҙағы билдәһеҙ, үлеп һыуһаған азатлыҡ заманы ине бит. Боевиктарын ғына түгел, халыҡ иҫе китеп ҡыҫҡа метражлы клиптарын да ҡараны Американың. Шул уҡ ваҡытта бына үҙебеҙҙең илдә төшөрөлгән әҫәрҙәр араһынан “Пираты ХХ века” тигәне генә иҫтә ҡалған. Йәл, әлбиттә. Күрәһең, мин – боевиктар яратҡан быуын вәкиле, нисек кенә үкенесле булмаһын. Яңы кино ҡарап ҡайтҡас, малайҙар менән шул картиналағы сюжетты ҡабатлап уйнаныҡ, атыштыҡ-һуғыштыҡ, фильм геройы һымаҡ оҫта яугир булырға хыялландыҡ. Ярай әле уныһы тормошҡа ашмаған...
Заман талабы ағай-апайҙарымды башҡа һөнәр үҙләштерергә мәжбүр итте, һәр кем үҙ урынында лайыҡлы хаҡлы ялға ла етеп килә инде. Уның ҡарауы, үткәндәренә үкенмәй туғандарым, күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡлай. Шуға ғорурлыҡ менән: “Мин – киномеханиктар нәҫеленән!” – тип әйтәм.
P.S. Шуныһы үкенесле: ғаилә архивында кино күрһәтеүселәргә бәйле бер генә лә фото һаҡланмаған.






Вернуться назад