“Башҡортостан” гәзитен күптән алдырам, ләкин бер ваҡытта ла редакцияға хат яҙғаным юҡ ине. Әле бына бер нисә йыл элек башлаған эшемде еренә еткереү теләге менән ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүрмен. Быға тиклем бюрократизм машинаһы менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килмәне. Чиновниктар менән алышҡан хаттарым китап сығарырлыҡ булғас, гәзит һуңғы өмөтөмә әйләнде.
Өфө районының Авдон ауылында төҙөлөүсе физкультура-һауыҡтырыу комплексына 30 йыл элек, 1989 йылда, нигеҙ һалынды. Балалар спорт менән әүҙем шөғөлләнер, үҙебеҙгә лә буш ваҡытты файҙалы үткәрергә урын булыр тип шундай шатланғайныҡ, ләкин халыҡтың был теләге тормошҡа ашманы. Бина, “тормошҡа ашмаған хыялға һәйкәл” булараҡ, һаман һерәйеп тора.
Ике арала хаттар йөрөй торғас, март башында Өфө районы хакимиәтенән миңә ошондай яуап килде: “Был объектта төҙөлөш эштәре 2008 йылдың июлендә туҡтатылған. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 864-се ҡарарына ярашлы, төҙөлөп бөтмәгән “Авдон ауылындағы республика реабилитация үҙәге” бинаһы Башҡортостан Республикаһының мөлкәте тип танылды һәм Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының муниципаль мөлкәте исемлегенә күсерелде. Объект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ”.
2008 йылдан бирле Өфө районы хакимиәтенән төплө яуап ала алғаныбыҙ юҡ ине. Ниһайәт, яуап килде, ләкин эш урынынан ҡуҙғалманы. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы ҡасан да булһа төҙөлөп бөтөрмө? Был һорау бөтөн Авдон халҡын борсой. Ҡағыҙ бюрократизмы тамамланып, беҙҙең аһ-зарға ысынлап та ярҙам итерҙәй кеше табылырмы? Әллә һаман да “эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа” тигәндәй…
Әнүәр МӨХТӘРОВ.
Өфө районы,
Авдон ауылы.