Үреү – матурлыҡты күреү05.10.2016
Райондың сәләмәтлекте тергеҙеү үҙәге педагогтары, хеҙмәт буйынса инструкторҙары һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 5 – 18 йәшлек балаларҙың күңелендә зауыҡ, матурлыҡты күрә белеүгә ынтылыш тәрбиәләүгә күп көс һала.
Быйыл, мәҫәлән, ижади проекттарҙың береһенә ярашлы, малайҙар менән ҡыҙҙар ҡағыҙ көпшәләрҙән төрлө кәрзиндәр үрҙе, вазалар һәм башҡа һоҡланғыс һауыттар яһаны. Был шөғөл ифрат мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙ, матди сығым да күп талап ителмәй. Иң мөһиме – балаларға оҡшай. Улар эште бөтөн һәләтен һалып башҡара, һауыттарҙы бер-береһенекенән айырмалы, үҙенсәлекле итеп үрергә тырыша. Хеҙмәт емешендә һәр кемдең күңел хистәре, хыялдары сағыла. Шуға ла ҡул эштәренең һауыҡтырыу йүнәлешенә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Үреү – халыҡ сәнғәтенең үҙенсәлекле төрө. Боронғолар уның менән матурлыҡ тыуҙырыу өсөн генә шөғөлләнмәгәндер, ә сәләмәтлекте тергеҙеүҙә лә файҙаһы ҙур икәнен белгәндер. Мәҫәлән, сәсен гел үреп йөрөткән ҡыҙҙың бармаҡтары көн дә күпме күнекмә үтә! Ә был, мәғлүм булыуынса, мейе эшмәкәрлеге менән туранан-тура бәйле. Тимәк, үреүҙе сәләмәтләндереү йәһәтенән киңерәк файҙаланырға кәрәк.