Йәйәү йөрөһәк тә, йәлләтмәнек05.10.2016
Заманында үҙебеҙҙең нисек уҡығанды иҫкә алам да мәғариф тармағының ярты быуат эсендә ни ҡәҙәр үҫеш кисергәненә хайран ҡалам. Айырма ер менән күк араһы кеүек бит! Һис һүҙһеҙ, яҡшы яҡҡа үҙгәреш күп, әммә икенсе яҡтан...


...Март уртаһы. Шәмбе ике дәрес уҡығас, ҡыуана-ҡыуана ауылға ҡайтырға сыҡтыҡ. Күмәкбеҙ, гел шулай бергәләп йөрөйбөҙ. Муҡсайҙарыбыҙҙа – ашханала ашамай һалып алған бер телем икмәк. Юл оҙон бит – 30 саҡрымдан ашыу. Төрлө хәлгә юлыға-юлыға йөрөгәс, икмәк алырға онотмайбыҙ.
Әле иһә көн шул ҡәҙәр матур, йылы. Баш өҫтөбөҙҙәге йылмаяҡ ҡояш беҙҙең менән бергә ауылға ҡайтып бара кеүек. Тауҙарҙағы ҡарҙы байтаҡ иретеп өлгөргән үҙе – үргә күтәрелгәндә йырғанаҡтарҙы сәпелдәтеп кисеп үтәбеҙ. Усҡа йыйып, эсеп тә ҡуябыҙ.
Тауға менеп еттек тә аҫҡа табан кемуҙарҙан йүгереп төшөп киттек. Бәләкәстәрҙе етәкләп алғанбыҙ. Аҙна һайын йөрөп уҡыуы әлегә ҡыйыныраҡ шул уларға.
Бына алдыбыҙҙа – киң йылға. Ҡыш был ерҙән шыуып, шаярышып үтә инек, әле иһә шәре сығып ята. Ағас баҫма урынынан шылып, теге яр яғындағы боҙ араһына ҡыҫылған. Ни эшләргә? Көн дә кискә ауыша башланы бит. Ҡояш һүрәнләнгәс, әсе ел дә ҡаҡҡылап ала. Арабыҙҙағы өлкән малайҙар кәңәшләште лә, һыуҙың үр яғындағы әрәмә араһына инеп, боҙҙоң ҡалынлығын тикшереп сыҡты. “Үтерлек”, тинеләр. Унан бер класташым тәүәккәлләп теге ярға уҙҙы һәм, шундағы ҡарҙы тапап-тапап урын әҙерләгәс, иң бәләкәйҙәрҙе сығара башларға ҡушты. Шулай кескәйҙәрҙе берәм-берәм оҙатырға тотондоҡ. Йөрәк дарҫлап тибә, ҡурҡыуҙан тән ҡалтырай. Аллаға шөкөр, барыһы ла имен-һау сығып бөттө. Уртансылар ҙа бәлә-ҡазаһыҙ үтте. Артабан минең йәштәш ҡыҙҙар берәмләп юлланды. Иң аҙаҡтан класташ малай менән икәүләп ҡалдыҡ. Минең сират. Көндөң һалҡынлауына ҡарамаҫтан, шыбыр тиргә баттым. Боҙ ҙа, кеше күп үткәнгәме, унан-бынан шыртылдап һынып ҡуя. Сығып еттем генә тигәндә, аяҡ аҫтымдағыһы уйылып китеп, билгәсә һыуға баттым. Ярай әле яр ситендәге тал тамырына йәбешеп өлгөр­гәйнем. Ул арала ике яҡтан ике класташым ярҙамға ашыҡты...
Өйгә саҡ ҡайтып йығылдым, тәнем уттай яна. “Иртәгә кире юлға сыҡҡансы шәбәйергә тейешһең”, – тип өләсәйем ҡаҙ майы менән бөтөн тәнемде ыуҙы ла бөркәндереп һалып ҡуйҙы. “Ярай, мәктәпкә йөрөмәй торорһоң”, – тиеү ҡайҙа! Иртәгәһенә, ысынлап та, күмәкләп кире юлға сыҡтыҡ. Теге йылға аша ике ағай баҫма һалып ҡуйғайны.
Мәктәп йылдарындағы ошо ваҡиғаны иҫләйем дә күҙ йәшенә мансылам. Нисек түҙҙек икән? Ә икенсе яҡтан сикһеҙ ғорурланам. Йәйәү йөрөһәк тә, йәлләтмәгәнбеҙ. Замандың ауырлығына ҡарамаҫтан, уҡыуға ынтылышыбыҙ шул ҡәҙәр көслө булған. Атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәр ҙә беҙҙе белемле итеп үҫтерергә тырышҡан, күңелебеҙҙә ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ, еңеү рухы тәрбиәләгән. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа тап шундай ине – йәмғиәт бер фекерҙә булды, уртаҡ маҡсат менән алға ынтылды.
Хәҙер иһә ошо сифат юғала барған кеүек. Ата-әсә менән мәктәп араһында аңлашылмаусанлыҡ күп. Мәҫәлән, ҡулайлаштырыуға бәйле балаларҙы ситкә йөрөтөп уҡытыу йәһәтенән фекер айырмалығы һаман бар. Миңә ҡалһа, бынан һис тә проблема эҙләргә кәрәкмәй. Хәҙерге балалар бит беҙҙең кеүек бата-сума йәйәү йөрөмәй, ә уңайлы автобуста барып ҡайта. Техника төҙөк, юлдар ҡараулы. “Мәктәбебеҙҙе яптылар, ауыл бөтә инде”, ти күптәр. Был иһә бәлиғ булмаған балаларға тотош төйәктең яҙмышын йөкмәтергә тырышыуға тиң түгелме?
Хәҙерге ата-әсә балаһын артыҡ иркәләй. Уның өсөн мәктәп эргәлә булһын, уҡытыусы эш ҡушмаһын, тәртип боҙған сағында ла тауыш күтәрмәһен... Бындай мөнәсәбәт күреп буй еткергән “хан” һәм “ханбикә”ләребеҙ илебеҙҙе, тыуған төйәгебеҙҙе нисек һаҡлар, үҫтерер икән?
Әлеге йәмғиәткә элекке осорҙағы берҙәм маҡсат етешмәй. Алда әйткәнемсә, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә, уҡытыусыларыбыҙ ҙа беҙҙе белемле итергә ынтылды, шул уҡ ваҡытта үҙаллылыҡҡа, бер-берең өсөн яуаплылыҡ тойорға, ярҙамлашып татыу йәшәргә өйрәтте. Йәмғиәт бит тап шундай булырға тейеш. Һәр бала шәхси мәнфәғәте өсөн генә тырышһа, үҙенең хатаһын танымайынса, уҡытыусыны ғәйепләүҙе ғәҙәт итеп алһа, уҡыған кабинетын йыйыштырыуҙан да ситләтелеп, аҡһөйәк булып үҫһә, киләсәкте күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Ул-ҡыҙын ысын кеше, илдең лайыҡлы терәк-таянысы итеп күрергә теләгән ата-әсә уны “ҡанаты аҫтында” тәрбиәләргә тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Баланың бәләкәйҙән барыһын да күреп, тормоштоң нимә икәнен белеп, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәнеп, башҡалар өсөн дә яуаплылыҡ тойоп үҫеүе мөһим. Шул саҡта йәмғиәттең нигеҙе лә ныҡ булыр.





Вернуться назад