Яңы уҡыу йылы алдынан Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министры алмашыныуы ғәжәп тойолһа ла, белем биреү өлкәһендәге ҡайһы бер ҡатмарлы мәсьәләләрҙең яйға һалынырына, фекер айырмалыҡтарының бөтөрөнә ышаныс артты. Ысынлап та, Ольга Васильева эшкә тотоноу менән бығаса үҙгәртеү мөмкин түгел кеүек тойолған ҡағиҙәләрҙе киренән ҡарау мөһимлеген белдерә башланы. Мәҫәлән, уҡытыусыларҙы ҡағыҙ мәшәҡәттәренән арындырыу, балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙе тергеҙеү, педагогтар менән ата-әсәнең аныҡ бурыстары билдәләнгән регламент индереү һәм башҡалар. Иң мөһиме – үҙгәртелергә тейешле ҡағиҙәләрҙең барыһы ла халыҡ мәнфәғәтен яҡлауға, власть һәм йәмғиәт араһындағы мөнәсәбәтте көйләүгә, аңлашылмаусанлыҡтарҙы бөтөрөүгә, белемле генә түгел, тәрбиәле лә быуын үҫтереүгә йүнәлтелгән.Уға өс документ етә
Һуңғы йылдарҙа уҡытыусыларҙан “Отчет менән ултырам”, “Документты тиҙ арала тултырып ебәрергә тейешмен” кеүек һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Әйтерһең, был уларҙың төп эшенә әйләнде. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, әле һәр мәғариф учреждениеһы урындағы үҙидара, шулай уҡ власть органдарынан айына уртаса 20 запрос ала икән. Уларға яуап биреү өсөн аҙна һайын дүрт-биш сәғәт ваҡыт китә.
Ошо йәһәттән мәктәп директорҙарынан, педагогтарҙан килгән бихисап дәғүәләрҙе күҙ уңында тотоп, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы белем учреждениеларында ҡағыҙ мәшәҡәтен кәметәсәк яңы закон проекты тәҡдим итте. Ул ғәмәлгә инһә, урындағы үҙидара, шулай уҡ власть органдары мәктәптәрҙән документ йә мәғлүмәт талап итә алмаясаҡ, тимәк, уҡыу йорто коллективы әллә күпме административ йөктән азат буласаҡ.
“Уҡытыусының өҫтәлендә өс кенә документ булырға тейеш: эш программаһы, класс журналы һәм көндәлек, – тип белдерҙе министр. – Уның төп бурысы – белем биреү. Хеҙмәтенең һөҙөмтәһе өҫтәмә ҡағыҙһыҙ ҙа күренеп тора”.
Иң бөйөк ғәмәл
“Уҡытыусының эше “хеҙмәт күрһәтеү” түгел. Был һүҙҙе әйтеүҙе тыясаҡмын, – тип белдерҙе яңы министр. – Беҙ бер ниндәй хеҙмәт күрһәтмәйбеҙ, ә тәрбиәләйбеҙ һәм белем бирәбеҙ. Ә әхлаҡи ҡанундарҙан сығып ҡарағанда, был – иң бөйөк ғәмәл”.
Эйе, уҙған быуат аҙағында йәмғиәттә нигеҙләнгән социаль тигеҙһеҙлектәнме, әллә мәғариф тураһындағы яңы законда ата-әсәнең мәктәп эшмәкәрлегендә яҡындан ҡатнашыу хоҡуғы киңәйтелеүе сәбәпсе булдымы – ҡайһы берәүҙәр уҡытыусыны “хеҙмәт күрһәтеүсе” тип ҡабул итә башланы. Ул барыһына ла өлгөрөргә тейеш, ул яуаплы, ул бурыслы, ул ғәйепле... Бәғзе ата-әсәнең педагогка ҡарата ошондай мөнәсәбәтен күргән балалар остазына хөрмәт менән ҡараясаҡмы? Юҡ. Һөҙөмтәлә уҡытыусының абруйы, дәүләт уны нисек кенә күтәрергә тырышмаһын, Совет осорондағы менән сағыштырырлыҡ түгел. Был, әлбиттә, мәктәптең эшмәкәрлегендә лә, педагогтың хеҙмәт ҡаҙаныштарында ла, баланың белем сифатында ла сағылыш таба.
Ошо йәһәттән министр Ольга Васильеваның һүҙҙәре бик ваҡытлы яңғыраны. Эйе, уҡытыусы — хеҙмәт күрһәтеүсе түгел, ә белем биреүсе, тәрбиәләүсе. “Тиҙ арала һәр мәктәптә уҡыу йорто менән ата-әсәләрҙең бәйләнеш сиктәрен билдәләгән регламент индерергә кәрәк, – тине ведомство етәксеһе. – Быға хоҡуҡи норма һәм нигеҙ бар. Регламентта ата-әсәнең – уҡытыусыға, мәктәптең ғаиләгә талаптары аныҡ күрһәтелергә тейеш”.
Матди ихтыяжды ҡәнәғәтләндермәһәк...
Үҙәк мәғлүмәт саралары белдереүенсә, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһында үткән конференцияла Ольга Васильева ил уҡытыусылары өсөн ипотека кредиттары буйынса ставканы кәметеү тәҡдимен яҡлап сыҡҡан. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар Сахалин өлкәһендәге тәжрибә – Курил утрауҙарында йәшәгәндәргә йорт төҙөү өсөн процентһыҙ кредит биреү – хаҡында һүҙ алып барған. Рәсәйҙең йәш уҡытыусыларына ла ошондай мөмкинлек тыуҙырып булмаймы? Илдең мәғариф һәм фән министры был практиканы киң йәйелдереү кәрәклеген әйткән. “Һөҙөмтәлә йәш уҡытыусыларға мохтажлыҡ кисермәйәсәкбеҙ”, – тигән ул.
Эш хаҡына килгәндә, министр уны түләүҙең берҙәм тармаҡ системаһын булдырыу яҡлы. Ошо йыл аҙағына профсоюз вәкилдәре менән берлектә положениеларҙың яҡынса проекты әҙерләнәсәк. “Әле эш хаҡындағы база һәм дәртләндереү өлөштәренең ярашлылығы 70-кә 30 булырға тейеш тип һанала. Был – иң ҡулайлы, дөрөҫ бүленеш, – тип белдерҙе Ольга Васильева. – Педагогтың хеҙмәт хаҡы кәметелгән осраҡтар ҡаты контролдә тотоласаҡ. Дәүләттең маҡсаты – уҡытыусы һөнәрен әхлаҡи йәһәттән генә түгел, матди яҡтан да дәрәжәле итеү”.
Эшләп үҫһендәр
Һәм, уҡыусыларға килгәндә, улар хәҙер мәктәптәге ҡул көсө талап иткән эштәрҙән ҡотола алмаясаҡ. Яңы министр йәш быуынды тик “ҡулланыусы” итеп тәрбиәләүҙе туҡтатыу кәрәклеген белдерҙе: балалар эш белеп үҫергә тейеш.
“Элек ауылдарҙағы белем усаҡтарында хеҙмәт бригадалары була торғайны, шул йүнәлеште тергеҙеү мөһим, – тине Ольга Васильева. – Балалар йәнә мәктәп баҡсаһындағы эшкә йәлеп ителергә тейеш. Шулай уҡ бина эсен йыуыу, йыйыштырыу ҙа уҡыусының ғүмеренә, сәләмәтлегенә һис ниндәй хәүеф менән янамай. Ошо алым ярҙамында тәү сиратта бала күңелендә үҙенең уҡыған ере өсөн яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләй аласаҡбыҙ”.
Шуны билдәләргә кәрәк: министрҙың тәҡдиме ата-әсәләрҙең күбеһе тарафынан хуплап ҡабул ителгән. Хатта ҡайһы берәүҙәр яуап рәүешендә уҡыусыларҙы уңыш йыйыуҙа ҡатнаштырыу йолаһын тергеҙеү мөһимлеген белдергән.
* * *
“Яңы министр элекке белем биреү алымдарын өлөшләтә ҡайтармаҡсы” тигән фекерҙә күптәр. Ольга Васильева быны кире ҡаҡмай.
– Совет мәктәбенең алдынғы тәжрибә ысулдарын тергеҙергә кәрәк, – ти ул. – Маҡсат бик ябай – кеше төрлө хәлдә лә Кеше булып ҡалырға тейеш. Тарих, әҙәбиәт, музыка, хеҙмәт аша тәрбиәләү генә ошондай һөҙөмтә бирәсәк. Бөгөнгө йәштәрҙе битарафлыҡта йыш ғәйепләйҙәр. Дөрөҫ түгел. Мин заман йәштәрен шул ҡәҙәр яратам. Битараф түгелдәр, тик ҡыйыулыҡ, ниндәйҙер ҡарарҙы ҡабул иткәндә тәүәккәллек етмәй уларға. Ә урта, өлкән быуын вәкилдәре, яҡшы менән ямандың нимә икәнен аныҡ белеп үҫкәнлектән, баҙап ҡалмай. Ошо тәрбиә ысулын тергеҙергә бурыслыбыҙ.