Күркәм Туйыштың Әбей батшаға барғаны05.10.2016
Күркәм Туйыштың Әбей батшаға барғаны Рәсәйҙә ғаилә, зат тарихына ҡыҙыҡһыныу уяна. Хатта генеалогик хеҙмәт баҙары барлыҡҡа килгән. Тамырҙары тураһында белер өсөн кешеләр ҙур сығымдар түгергә лә әҙер.

Аптырарға кәрәкмәй, башта уҡ шуны әйтәйек: һүҙ башҡорттар хаҡында бармай. Мәҫәлән, илдең бүтән теләһә ҡайһы төбәгендәге берәй ҡала кешеһен алайыҡ. Ғәҙәттә, ул өләсәй-олатайҙарынан ары ата-бабаларын белмәй, ә атай-әсәй яҡлап ике туғандарҙан башҡалары менән аралашып бармай. Йәғни шәжәрә тамырҙары күптән өҙөлгән.
Әммә тормошта төрлө хәлдәр тыуа. Иң беренсе сәбәп – иртәме-һуңмы кеше барыбер үҙенең кемлеген, тамырҙары ҡайҙан икәнен белгеһе килә. Хатта балалар йортонда тәрбиәләнгәндәр ҙә үҫеп еткәс ата-әсәһен эҙләй башлай. Уларҙы тап ошо үҙенең кемлеген таныу маҡсаты йөрөтә. Икенсенән, бөгөн сит илдә йәшә­гән кемдер Рәсәйгә ҡайтып, ил граждан­лығын алырға булды, ти. Уға затын иҫбатларға тура киләсәк. Йәки, киреһенсә, сит илдәге туғандары менән нәҫел ебенә таянып, шунда күсеп китеү зарурлығы тыуһа. Өсөнсөнән, алыҫ туғаны мәрхүм булғас, уның милкенә дәғүә иткәндә лә шәжәрәң ярҙамға килеүе ихтимал.
Ихтыяж булғас, баҙарҙа тәҡдим дә барлыҡҡа килә. Бөгөн Мәскәүҙә генеалогия менән шөғөлләнгән 12, Санкт-Петербургта өс шәхси эшҡыуар бар. Быға бер нисә йөҙ ирекмәнде һәм бер нисә мең үҙаллы эш иткән кешене лә ҡушһаң, ҙур ғына армия килеп сыға. Уртаса алғанда, XIX быуат дауамындағы нәҫел ебен өйрәнеү 150-200 мең һум тора икән. Быға өс-алты, ҡайһы бер осраҡ­тарҙа бер йыл ваҡыт китә. Шуныһы мөһим: һөҙөм­тәгә ҡарамай, бөтә эш процесы өсөн түләнә. Шәжәрәнең 10-15 тә, 100-200 кешенән дә тороуы ихтимал. Бында туғандар исемен теҙеп яҙып ҡына ҡуймайҙар, ә кәрәкле документтарҙың күсермәләре лә өҫтәлә.
Тыуҙы – өйләнде – вафат булды. Кемгәлер был ғына теҙмә ҡыҙыҡ тойол­маҫ. Ундай осраҡта ата-бабаларыңдың кем булыуы, нимә менән шөғөлләнеүе, ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшеүе тура­һында тотош ҙур хеҙмәткә заказ бирергә мөмкин. Ләкин бының өсөн бик бай булыуың мөһим, сөнки эш бер нисә миллион һумға барып баҫыуы бар.
Әлбиттә, ғаиләң тарихын үҙаллы ла өйрәнергә була. Төрлө урындарға йөрөп, архивтарҙа ултырып шәжәрәһен төҙөргә ваҡытын йәлләмәгәндәр ҙә күп. Уларға 150-200 йыл эсендәге мәғлүмәттәрҙе туплар өсөн 40 мең һум тирәһе кәрәгәсәк, ти бер шундай генеалогия үҙәге етәксеһе Андрей Маратканов.
Ошонда был мәсьәләне тикшереүҙе туҡтатып тороп, үҙебеҙҙең милләткә күсә­йек. Шөкөр, өлөшлө халыҡ беҙ, башҡорт­тар! Маңҡорт түгелбеҙ, үҙ нәҫел-тамы­рыбыҙҙы беләбеҙ. Һәр ғаиләлә тиерлек шәжәрә ағасы төшөрөлгән документ ҡәҙерләп һаҡлана, ваҡыт-ваҡыт зат-зәүер йә тотош ауыл менән шәжәрә байрамдары үткәрәбеҙ, туғанлыҡты барлайбыҙ. Хатта ҡәрҙәш халыҡтар ҙа ошоға көнләшеберәк ҡарай. Иҫемдә, билдәле генә бер йырсы: “Һеҙгә шул хәтлем һоҡланам. Шәжәрәгеҙ бар. Бәхетле халыҡһығыҙ”, – тигәйне.
Бына мин дә, форсаттан файҙаланып, рәсми ҡағыҙҙарым араһынан йәнә шәжәрәм яҙылған ҡағыҙҙарҙы тартып сығарҙым. Ваҡыт-ваҡыт шулай ҡарап алам уларҙы. Атайым яғынан 11 быуынымды беләм: Гөлдәр – Мөхәррәм – Ғарифулла – Кәлимулла – Сафуан – Бүләкбай – Ҡарағужа – Амангилде – Абдулла – Күркәм Туйыш – Туҡембәт.
Әсәйем яғынан тағы ла күберәкте: Гөлдәр – Дания – Фауариз – Ғилман – Йәнбирҙе – Мырҙагилде – Мырҙағол – Этйеймәҫ – Килдебай – Мустый – Ҡалағол – Нуғайсүрә – Үмрәй – Нурый... Бер һум аҡса ла түләмәй, мәлендә ҡыҙыҡһынып, өлкән туғандарҙан һорашып, күсереп кенә алыу ҙа еткән. Шәжәрә ситендәге яҙыуҙар шул турала һөйләй. Үҙ ҡулым менән ошолай яҙып ҡуйғанмын: “Был шәжәрәне 1913 йылда Ғәбделкәбир Йәһүҙин күсерә. Унан – Ҡасим Йәһүҙин. Унан – 1989 йылдың 29 апрелендә Әсләм Йәнбирҙин. Унан – 1994 йылдың 16 ноябре шаршамбыла Гөлдәр Бүләкбаева”. Иманым камил, берәй ваҡыт минән дә күсереп яҙып алыусы табылыр әле.
Һәр бер ата-бабамдың исеменә күҙ төшкән һайын, хәтерҙә уларҙың тарихы ла яңыра. Кәлимулла билдәле имсе булған, Көршәк мулла тип йөрөткәндәр, уға Урта Азиянан да дауаланырға кил­гәндәр. Минең үҙемде лә сирҙән арын­дырғаны иҫемдә... Бүләкбай, хәлле кеше, хатта дөйәләр тотҡан... Туҡембәт Әлим­бәтов Тамъян ырыуы старшинаһы булған... Күркәм Туйыштың, исеме есеменә тура килеп, йөҙө нур сәсеп торған. Ул сит кешеләргә күренә алмаған, сөнки күҙ тейер булған. Был турала ишетеп ҡалған Әбей батша үҙенә алып килһендәр өсөн уның артынан аттар егелгән ҡупшы арба ебәргән. Юл буйына Күркәм Туйышты кеше күҙенән ҡурсалап барғандар. Император ҡатын уның йөҙө ысынлап нур сәсеп торғанын күреп ышанған һәм кире оҙаттырған. Юлда төнгөлөккә туҡтағас, бер ҡатын, был мауыҡтырғыс ваҡиғаны ишетеп, Күркәм Туйышты күрергә маташып, хеҙмәтсе ҡиәфәтендә бүлмәһенә үтеп ингән. “Матур тиҙәр ине, ысынлап та матур икән дәбаһа!” – тигән ул шунда. Күп тә үтмәй, Күркәм Туйыш ауырып китә, ә өйгә ҡайтып етеү менән вафат булып та ҡала...
Бына ниндәй бай тарих һөйләй беҙҙең шәжәрәләр. Башҡорт бөтә, ти ҙә оран һалабыҙ. Шундай хәтере булған халыҡ нисек Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡһын инде!





Вернуться назад