Ололар көнө шундай көн ул, үҙҙәре һымаҡ тыныс, һәүетемсә генә үтә. Беҙҙең илдә ул байрам көн һаналһа ла, кешеләр, бигерәк тә йәштәр битарафыраҡ. Ә шулай ҙа бөтмәгән икән ерҙә шәфҡәтле кешеләр.Улар 2 октябрҙә бөтә Рәсәй буйлап гөрләтеп “Некислое такси” флешмобы үткәрҙе. Бында ил буйынса 40-тан ашыу ҡала, 400-ҙән ашыу экипаж һәм меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Әлбиттә, был акцияға өфөләр ҙә ҡушылмай ҡалманы. Һәр ваҡыт ил, донъя буйынса нимә барғанын белеп, төбәктә флешмобтар ойошторған шәп егетебеҙ Инвир Хисаметдиновтан бының турала белешкәс, ул:
– Бөгөн беҙ, йәштәр, мәрхәмәтле эштәр ҡылырға оноттоҡ – йә эшләй белмәйбеҙ, йә ялҡау килә. Ошо ниәттән башҡарылған акция был. Ойоштороусылары – “Ютуб” селтәренең “Некислый канал” ағзалары һәм Рәсәйҙең байрам ойоштороусылар коллегияһы, – тине.
Ә флешмоб иһә тап ял көнө оло йәштәге инәй-бабайҙарҙы ҡала буйлап таксиҙа кәрәкле ерҙәренә бушлай алып барыуҙан ғибәрәт ине. Әлбиттә, тәү ҡарамаҡҡа акцияның исеме сәйерерәк һымаҡ тойолһа ла, был сараны яҡтыртҡан видеотаҫмаларҙа әсе лимон ашап, акцияны уйлап тапҡан мәрхәмәтле йәштәргә ихласлап рәхмәт әйткән инәй-бабайҙарҙы күргәс, барыһы ла аңлашылды. Икенсенән, һыуыҡтар төшкән мәлдә сирләп кенә барған оло йәштәге кешеләргә лимон килешмәй ҡалмағандыр, ул әсе лә булып тойолмағандыр.