Хәҡиҡәт ҡанына һеңгән05.10.2016
Хәҡиҡәт ҡанына һеңгән “Депутаттан уңдыҡ”, — ти Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов. Уның әйтеүенсә, оҙаҡ йылдар Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Әлшәй районынан депутат итеп төҙөлөш эштәрен яҡшы белгән, проблемаларҙы дөрөҫ аңлаған, танылған 3-сө төҙөлөш тресы етәксеһе Рәйес Саубанов һайланған. Ул район хужалыҡтарына матди һәм төҙөлөш яғынан, һайлаусыларҙың тормош хәлен яҡшыртыу буйынса ғәйәт ҙур ярҙам күрһәткән. Барыһы ла уға бик рәхмәтле.

Бөгөн иһә төбәктән Башҡортос­тан Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайға депутат итеп халыҡ араһында оло абруй ҡаҙанған медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академия­һының ағза-корреспонденты, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры Әхәт Бакиров һайланған. Халыҡтың һаулығын һаҡлау һәм нығытыуҙы депутат үҙенең төп бурысы итеп ҡуйған, уны тормошҡа ашырыу буйынса төрлө ысулдар һәм юлдар эҙләй. Ул Әлшәй районында һайлаусылар менән йыш ҡына осрашыуҙар ойоштора, уларҙың һорау-теләктәрен тормошҡа ашырыу хәстәрлеген күрә. Сәләмәтлеген нығытыуға мохтаж кешеләрҙе институтҡа саҡырып, медицина тикшереүҙәре үткәрә, ҡайһы берҙәре шунда клиникала ятып тейешле дауа ла ала.
Медицина өлкәһендә эшләү­селәр менән танылған ғалим ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрә, бөгөнгө талаптарға ярашлы консультациялар, кәңәштәр бирә. Әхәт Барый улы 20 йыл самаһы ошо ғилми институтҡа етәкселек итә. Быға тиклем төрлө медицина учреждениеларында эшләп бай тәж­ри­бә туплаған, халыҡ менән аралашыу нескәлектәрен үҙләш­тергән. Ул – халыҡ, бигерәк тә медицина өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр араһында билдәле ғалим, кеше­ләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыуҙа йән атып йөрөгән шәхес. Закуан Зөфәр улының “Депутаттан уңдыҡ” тигән һүҙҙәре башҡарылған эштәр менән нығытыла бара.
Әхәт Барый улының фекеренсә, кешене дарыу ғына дауалай алмай, бында медицина хеҙмәткәр­ҙәренең ауырыу кешегә булған йылы мөнәсәбәте, уның тураһында ҡайғыртыуы һәм хәстәрлек күреүе ҙур әһәмиәткә эйә, сирлегә дәрт өҫтәй һәм өҫтәмә көс бирә. Бөгөн институтта тәжрибәле, изге күңелле кешеләр эшләй, улар ауырыуҙың хәлен нисек тә яҡшыртыу сараһын күрә, быны үҙҙәренең төп бурысы итеп һанай. Уларҙың көләс йөҙө, йылы мөнәсәбәте – һәр кем өсөн оло дауа.
Мәҫәлән, Баязит Саҙиҡов ошо институтта егерме йылдан артыҡ эшләй, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы эш шарттары булдырыу хәстәрлеген күрә, бинаны таҙа һәм бөхтә тотоу, ваҡытында ремонтлау буйынса ҙур тырышлыҡ һала. Уның эшенән табиптар ҙа ҡәнәғәт.
Әйткәндәй, Баязит Саҙиҡов Ейән­сура районының Байдәүләт ауылында тыуа. Атаһы Вәли ағай халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанған, эшлекле һәм уңған кеше булды. Әсәһе Сәғиҙә апай мәктәп директоры булып эшләне. Алма ағасынан алыҫ төшмәй тигәндәй, уларҙың өс бала­һы ла эшһөйәр булып үҫте. Бая­зиттың һеңлеһе Фәриҙә, лимона­рий­ҙа тропик һәм субтропик үҫем­лектәр үҫтереп, лимондан тонна-тонна уңыштар алып, Башҡортос­танды данға күмде. Әле республи­каға килгән делегациялар шунда булып, эш һөҙөмтәләренә һоҡланып китәләр.
Баязит Саҙиҡов институтты тыуған йорто һымаҡ күрә, уны тейешле кимәлдә тотоуға бар тырышлығын һала. Дауаланыусылар уның эшенән бик ҡәнәғәт. Бындағы тәртип, пациенттарға ҡарата йылы һәм хәстәрлекле мөнәсәбәт шәфҡәт туташтарының ҡанына һеңгән, тормош ҡағиҙәһенә әйләнгән.
Баймаҡ районынан килгән Зәбирә Байгилдина, Стәрлетамаҡ районынан Мөдирә Насирова: “Мәҫәлән, Светлана Килдейәроваға ҡарата ниндәй генә рәхмәт һүҙҙәре әйтһәң дә аҙ һымаҡ. Уның изге күңелле, итәғәтле, иғтибарлы, хәстәрлекле булыуына һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле тормош теләйбеҙ”, – ти.
Ысынлап та, Светланаға ҡарата халыҡ араһында тик яҡшы фекер йөрөй. Ғөмүмән, институт хеҙмәт­кәрҙәренең бөтәһе лә тип әйтерлек ошондай баһаға лайыҡ.
Институт Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә ҙур абруй менән файҙалана. Дауаланыу, файҙалы кәңәштәр алыу өсөн бында Ырымбур, Силәбе һәм башҡа өлкәләрҙән, Татарстандан да килә­ләр һәм ҡәнәғәт кәйефтә ҡайтып китәләр.
Бөгөн ғилми институтта тиҫтәлә­гән медицина фән­дәре докторы, профессорҙар, фән кандидаттары эш­ләй. Улар кешеләрҙе дауалау менән генә сикләнмәй, ғилми хеҙмәт менән дә мәшғүл. Табиптарҙың һәм медицина туташтарының белем кимәлен үҫтереү, ғилемен арттырыу, медицинаның киләсәге тураһындағы мәғлү­мәттәр менән сығыш яһайҙар, фән менән ғәмәли эштең бәйләнеше хаҡында хәстәр­лек күрәләр.
Шуныһы ҡыуаныслы: институт хеҙмәт­кәрҙәре халыҡ-ара конфе­рен­цияларҙа әүҙем сығыш яһай. Докладтары һәр саҡ юғары баһа­лана. Был инде учреждениеның данын, мәртәбәһен күтәрә, эшләгән хеҙмәткәрҙәргә дәрт һәм ҡеүәт өҫтәй.
Ҡыҫҡаһы, ғилми институт респуб­ликаның һәм иле­беҙ­ҙең байлығын арттырыуҙа мөһим роль уйнаған хеҙмәтсәндәрҙең һаулығын һаҡлауҙа, нығытыуҙа оло хәстәрлек күрә. “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”, – ти халыҡ. Институт директоры Әхәт Барый улы был хәҡиҡәтте ҡабул итеп, ҡанына һеңдергән.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.



Вернуться назад