Ғәрәп илендәге уңыш05.10.2016
Ғәрәп илендәге уңыш Ошо көндәрҙә Дубай ҡалаһында Бөтә донъя инженерҙар күргәҙмәһе үтте. Унда Башҡортостан вәкилдәре лә сығыш яһап, мәртәбәле бүләккә лайыҡ булды.
Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенттары һәм аспиранттары “ПрофТЕЛЕПОРТ” йәштәр клубына берләшеп, мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм нефть-газ компаниялары араһында бәйләнеш булдырыу менән шөғөлләнә. Проекттың авторы, аспирант Айгөл Теләшева билдәләүенсә, уларҙың уңышлы эше төрлө даирәләрҙә быға тиклем дә билдәләнгән булған.
– Беҙ фәнни проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, студенттарҙың нефть-газ компаниялары менән хеҙмәттәшлегенә булышлыҡ итәбеҙ, мәктәп уҡыусылары араһында инженер-нефтсе һөнәрен популярлаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, – ти ул.


Вернуться назад