Бүләк эйәләрен тапты05.10.2016
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың 2016 йыл өсөн Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Быйыл уға “Аҡбуҙат: башҡорт эпосы” һәм “Akbuzat: A Bashkirian Epic” тигән китаптарында баҫылған “Аҡбуҙат” эпосына һүрәттәр серияһы өсөн М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры Айрат Тереғолов, театр-сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергәне, юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары Гөлсинә Мәүлекәсова менән Илдар Манапов лайыҡ булды.


Вернуться назад