Рәсәй пенсионерҙары 1 апрелдән сираттағы индексация булыуын көтә. Хеҙмәт пенсияһы — 3,4, социаль пенсия 14,1 процентҡа артасаҡ. Төрлө социаль льготаларға хоҡуҡлы граждандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр 6 процентҡа үҫәсәк. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Премьер-министр Владимир Путин ошо хаҡта белдерҙе.
— Быйыл 1 февралдән хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшө 7 процентҡа артҡайны инде, 1 апрелдән 3,4 процентҡа тағы ла бер индексация үткәрәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, үҫеш 10 проценттан ашыу тәшкил итәсәк. Был быйылға бюджетты ҡабул иткәндә планлаштырылғандан бер аҙ юғарыраҡ, — тине Рәсәй Хөкүмәте башлығы.
Социаль пенсия күләменә килгәндә, уның индексацияһын, быйылғы бюджетта ҡаралғанса, 14,1 процент күләмендә ҡалдырасаҡбыҙ, тип билдәләне Владимир Путин.
Февралдәге индексациянан һуң Башҡортостанда ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 8 900 һумға етте.
Әлфиә ШӘРӘФЕТДИНОВА.