Ҡаҙна янсығы ниндәй булыр?05.10.2016
Беҙҙең тормош кимәле дәүләт бюджетына бәйле, сөнки социаль мәсьәләләрҙән алып хәүефһеҙлеккә саҡлы барыһы ла ҡаҙна сығымдарына ҡарап тора. Шуға күрә бюджетты нисек туплау һәм тотоноу элек-электән иғтибар үҙәгендә булды.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының сират­тағы ултырышы тап ошо мәсьәләгә – республика бюджеты проектын тикше­реүгә арналды. Был эш ҡануниәт тарафынан аныҡ билдәләнгән мотлаҡ тәртипкә буйһона, уның һәр пункты закон тарафынан билдәләнгән. Киләһе йылға һәм 2019 йылға тиклемге осорға бюджет, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше һәм мотлаҡ медицина страховкалауының территориаль фонды бюджеты проекттары менән депу­таттарҙы Башҡортостандың финанс министры Рида Собханғолова, иҡти­сади үҫеш министры Сергей Новиков һәм медицина страховкалауы фонды рәйесе Алексей Меньшиков таныш­тырҙы.
– Башҡортостан бюджеты проекты буйынса бөтә документтар Дәүләт Йыйылышының Интернеттағы сайтына урынлаштырыласаҡ һәм теләгән һәр кешенең уларҙы асып ҡарарға, үҙ тәҡдимдәрен индерергә мөмкинлеге буласаҡ. Беҙ был яҙмаларҙың береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, – тине Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Бюджет документтары артабан бөтә комитеттарҙа ҡараласаҡ, шунан һуң бюджет комитеты был һығымталар һәм иҫкәрмәләрҙе дөйөмләштереп, үҙ һығымтаһын яҙа һәм парламент тикшереүенә сығара. Дәүләт янсығын билдә­ләгән мөһим ҡанунда хата китмәһен һәм аныҡлыҡ, сығымдар буйынса ғәҙел­лек хөкөм һөрһөн өсөн ул парламент кимәлендә, ғәҙәттә, өс тапҡыр ҡарала.



Вернуться назад