“Ҡыҙыл әтәс”тән ҡалмаһа ла...05.10.2016
“Ҡыҙыл әтәс”тән ҡалмаһа ла... Халыҡ мөлкәтен страховкаларға ашыҡмай
..Ул ҡышҡы көндө, дөрөҫөрәге кисте, бөгөнгөләй хәтерләйем. Миңә биш-алты йәш тирәһе булғандыр. Урам буйлап кемдер: “Янғы-ы-ын! Янғы-ы-ын!” – тип һөрәнләп уҙҙы. Атайым йәһәт кенә сығып йүгерҙе. Әсәй ҙә уның артынан уҡталды ла, бәләкәй балаларын яңғыҙ ташлап китергә йөрәге етмәй, туҡталып ҡалды. Шулай ҙа беҙ ҙә кейенешеп алып, күмәкләп бәлә булған ергә ашыҡтыҡ.
Ваҡиға үҙәгендә – үрге остағы йәш ғаиләнең өйө. Барыуыбыҙға янғын һүндереүселәр килеп етмәгәйне әле. Халыҡ дәррәү йыйылып, утты йүгәнләп маташа. Ҡайҙа ул, ялҡын дөрләй генә!..
Балалар алыҫтараҡ тапанабыҙ. Бер ни эшләй алмайбыҙ. Шулай ун биш минуттай ҡарап тороп тиерлек йортто яндырып бөтөрҙөк. Ут һүндереүселәр килеп һыу һипкәс, янғын баҫылды ла ул. Тик өйҙән ҡап-ҡара торомбаш-бүрәнә ишараттары ғына ҡалғайны инде...


Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ мәҡәле. Аҙна һайын берәй ауылда, ҡалала бындай фажиғә­ләр булып тора. Йәйгеһен күбеһен­сә эҫе ҡояш сәбәпсе булһа быға, ҡышҡы­һын – төҙөк булмаған йылытыу при­борҙарын ҡулланыу. Былтыр ғына республикала дүрт меңдән ашыу янғын сығып, 350 мил­лион һумлыҡ матди зыян кү­релгән. Ярай ҙа кешеләр янып үлмәһә, мөлкәт кенә юҡҡа сыҡһа... Ул сағында “иң мөһиме – баш һау, мал табылыр” тип, бар ғәм менән бәләгә тарыусыларға ярҙам итергә ашығабыҙ. Кем аҡса бирә, кем кейем, көнкүреш кәрәк-ярағы килте­рә. Дәүләт тә үҙ өлөшөн индерә. Ләкин был күләм ҙур түгел: биш меңдән ун мең һумға тиклем.
Бына шунан һуң иң ауыры башлана. Тәүге мәлдә туғандарыңа һыйынып йәшәп торорға ла була. Әммә ғүмер буйы түгел бит инде – яңынан торлаҡ хәстәрләргә кәрәк. Уның өсөн сығым да, көс тә, ваҡыт та күп талап ителә. Өйҙө өйәһең дә өйәһең, ти бит халыҡ та. Ә шун­да йортоң страховкаланған булһа...
Бөгөн Рәсәй халҡының һигеҙ проценты ирекле рәүештә торла­ғын страховкалаһа, Башҡортостан­да был һан тағы ла аҙыраҡ. Мәҫәлән, май айында Краснокама, Яңауыл, Ҡал­тасы, Мишкә райондарында ҡоторған дауылдан зыян күреүселәрҙең 3,9 процентының ғына страховка киле­шеүе булған.
Яңыраҡ Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында республика­ның Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров:
– Күп илдәрҙә торлаҡты үҙ ир­кең менән страховкалау – ғәҙәти күре­неш. Мәҫәлән, был һан Америка Ҡушма Штаттарында – 90, Европала 95 процент тәшкил итә. Беҙ үҙебеҙ­ҙең халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу маҡса­тында “Торла­ғыңды янғын һәм тәбиғәт бәлә-ҡаза­ларынан һаҡла” тигән мәғлүмәти-профилактик акцияһын башланыҡ, – тине.
Ысынлап та, гел генә ситтәрҙән, дәүләттән өмөт итеү дөрөҫмө һуң? Элек, хәтерләйем, атай-әсәй йыл да өйҙө, мал-тыуарҙы, хатта бала­ларҙы страховкалай торғайны. Ауыл хакимиәте лә ошоно талап итте. Бә­лә килһә, аҙмы-күпме аҡ­саһын ала инеләр. Хәҙер мөлкәтең тураһында хәстәрлек күреү – һәр кемдең үҙ ихтыярында. Һәм, ғә­ҙәттә, берәү ҙә фажиғәгә тарымайынса ошо хаҡта уйланмай. Нимә сәбәпсе быға: аҡса юҡлыҡмы, бош­маҫлыҡмы, бәхетле осраҡҡа өмөт­лә­неүме? Миңә ҡалһа, йышыраҡ кеше, дәүләт елкәһенә һалыныу.
Буштың атаһы үлгән бит хәҙер, шуға үҙ йүнеңде үҙеңә хәстәрләргә ҡала. Ә страховка баҙарында уның осһоҙ ғына төрҙәре лә бар. Мәҫә­лән, 2500 һумлыҡ килешеү өлгөһө. Берәй хәл була ҡалһа, страховка түләүе 600 мең һумға баҫасаҡ. Йәки 7500 һумлыҡ вариантын ҡарайыҡ. Бында иһә ике миллион һум аҡса алырға мөмкин буласаҡ.
Әлбиттә, кемдер ошо сумманы ла ҡиммәт тиер. Ләкин олоғара ҡайғы менән сағыштырғанда был аҙ юғал­тыу бит. Әлеге мәлдә торлаҡты ирекле страховкалау тураһында закон проекты әҙер­ләнә. Ул тормошҡа ашырыла ҡал­һа, ғәҙәттән тыш хәл­дәргә тарыған граждандар осһоҙ страховка полисына дәғүә итә ала. Улар йылына 360 һум ғына түләйә­сәк. Ә страховка түләүен дәүләт гаран­тиялаясаҡ.
Әммә был ҡанун ғәмәлгә инерме, уғаса күпме ваҡыт уҙыр – билдәһеҙ. Әлегә, һаҡланғанды Алла һаҡлар тиеп, үҙ мәнфәғә­теңдә үҙ теләгең менән эш итергә кәрәк.




Вернуться назад