“Урал батыр” эпосы буйынса кино буласаҡ!04.10.2016
Яңыраҡ баш ҡалабыҙҙа үткән “ӨфөФорум”да кинооператор һәм кинопродюсер Рияз Исхаҡов “Башҡортостан кинематографияһы – бизнес йәки артхаус” темаһына сығыш яһаны. Форсаттан файҙаланып, уға күптәребеҙҙе уйға һалған һорауҙы бирмәй булдыра алманым:

– Рияз ағай, Башҡорт кинемато­графияһы ни өсөн бөйөк эпосыбыҙ “Урал батыр” тураһында кинофильм тө­шөрмәй? Киләсәктә ул буласаҡмы?
– Беҙ был турала, ысынлап та, күп уйландыҡ, күп тапҡыр тәҡдим иттек. Ҡайһы берәүҙәребеҙ ҡыҫҡа метражлы фильмдар, йәнһүрәттәр төшөрөүгә тотондо. Шәхсән мин эпос буйынса “Аҡбуҙатты эҙләгәндә” (“В поисках Акбузата”) тигән ғилми-популяр фильмдың дүрт серияһын төшөрҙөм.
Минеңсә, “Урал батыр”ҙы осһоҙға ғына сифатһыҙ итеп төшөрөргә ярамай, сөнки унда шул тиклем, фәлсәфәүи, тарихи һәм башҡа өлкәләргә ҡарағанда, бай материал тупланған. Шуны халыҡҡа лайыҡлы рәүештә еткерергә кәрәк. Кимәл буйынса ҡарағанда, ул “Властелин колец” һымаҡ фильмдар дәрәжәһендә булырға тейеш. Ә был бик ҡиммәтле проект.
Эпос буйынса фильмдарҙы схематик рәүештә генә эшләгәндәр араһында мин дә булдым, ғәйебемде таныйым. Бик популяр фильм төшөрҙөм, әммә унда фрагменттар ғына булды, һыу аҫты батшалығынан нимәлер күрһәтеү өсөн генә. Әммә аҡ-ҡара төҫтәге һүрәтен эшләһәләр, комикс варианты итеп, бик ныҡ ябайлаштыралар эпосты. Минеңсә, эпосты масштаблы итеп төшөрөргә кәрәк, сөнки был кино, халҡыбыҙҙың тарихы тәрән булған кеүек, хөрмәткә лайыҡ булырға тейеш. Шуға ла беҙ яйлап, хаталана-хаталана булһа ла, тәжрибә туплап, был фильм­ды төшөрөү мәленә яҡынаябыҙ... Һәм ул, әлбиттә, буласаҡ!




Вернуться назад