Ҡанаттарым булһа әгәр…04.10.2016
Ҡанаттарым булһа әгәр… Торатау янынан үтеп барабыҙ. Мәғрур тауҙан ҡоштар күтәрелә.
Эх, ниндәй бәхетле улар! Ҡанаттары һуң, ҡанаттары шул тиклем киң… Юҡ, туҡта әле – был бит кешеләр!

Бәләкәй саҡта кем генә ҡанатлы булыу хаҡында хыял­ланманы икән?! Хәйер, мөм­кин­лектәр заманы тыуҙы – әҙәм балаһы һауаға артылыр өсөн ниндәй генә ысул юҡ хәҙер. Әлеге “һауа сәйәхәт­селәре”, мәҫәлән, күккә парапланеризм ярҙамында күтә­рел­гән.
– Дүртенсе йыл шөғөл­ләнәм, тәүге тапҡыр инструктор менән бергә остоҡ, хәҙер үҙем кешеләрҙе йөрөтәм, – ти уларҙың береһе Ринат Ситдиҡов. – Ҡандракүлгә, Асылыкүлгә йөрөйбөҙ, шулай ҙа яратҡан урыныбыҙ – Торатау, сөнки был тау итәгенән, тирә-яғы асыҡ булыу сәбәпле, төрлө йүнәлештә осорға мөмкин, – тип тә өҫтәй спортсы.
Әлбиттә, тәүге тапҡыр инс­труктор менән осоу икенсе­һенә һауаға яңғыҙың ғына “һә тигәнсе” күтәрелеү тигәнде аңлатмай әле. Баҡтиһәң, күктә гиҙер өсөн башта ерҙә мең мәшәҡәт ҡылырға кәрәк: старт алырға, боролорға, туҡтарға өйрәнеү фарыз. Бынан тыш, ентекле инструктаж үтеү, елдең ағымын һәм тиҙлеген фаразлау – һәр осош талабы. Әйткәндәй, һәүәҫкәрҙәр өсөн тәғә­йенләнгән парапландың тиҙлеге яй булһа ла, осоу бейеклеге аҙ түгел – 1,6 километр. Ғөмүмән, бындай шөғөл менән мауығыу өсөн теләктән тыш йөрәк тә ныҡлы булырға тейештер. Һәр хәлдә, һиге­ҙенсе ҡатта урынлашҡан фатирҙың балконында шыуышып йөрөгәндәр өсөн түгел парапланеризм.
Шулай ҙа йәнгә ниндәй сихәт бит ул бер сәғәт буйы тирә-яҡтың матурлығын ҡоштар бейеклегенән күҙәтеп һоҡланыу. Был бәхеткә Ринат, мәҫәлән, аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр эйә була. Әммә үҙе генә ҡәнәғәтләнеп ҡайтып китмәй егет – һыртын быс­раҡтан әрсеп, изге тауҙы ла ҡыуандыра. Атап әйт­кәндә, быйыл ғына ла Торатау итәгенән ике йөҙ тоҡтан ашыу сүп-сар йый­ған. Ерҙә атлап йөрөүсе­ләрҙең бысрағы, күрә­һең, күктә нығыраҡ күренә.
Аҙнаның ярты көнөн нимәгә бағышларға мөм­кин: ятып йоҡларға, Интернетта улты­рырға, урамда йөрөргә. Ә кемдер бына һауала оса. Афарин, Ринат!
Әйткәндәй, парапланеризм­дың тарихы ХХ быуат аҙа­ғында ғына башлана. Парашютты маҡсаттан тыш француздар ҡул­ланып ҡарарға була. Параплан, атап әйткән­дә, моторһыҙ, ауырлығы 6-20 килограмм тәшкил итә. Уға идара итеү әллә ни ҡыйын­лыҡ тыуҙырмай, сөнки уртаса тиҙлеге сәғәтенә 20 километр. Уның ҡарауы, донъяла был аппарат ярҙамында бер туҡта­май 500 километрға тиклем осоусылар ҙа бар. Әлеге рекорд ҡуйыусыларҙың осоу тиҙлеге сәғәтенә 70 кило­метрға тиклем барып еткән.





Вернуться назад