“Ейәнемә 17 йәш. Уның ыңғайына мин дә заман менән бергә атларға тырышам, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынам. Әле ул селфи менән мауыға. Көнө-төнө ҡулынан телефонын төшөрмәй. Артыҡ бирелеп китмәһен тип көйәләнәм. Быға ҡарата психологтарҙың фекере нисек икән?” Ошондай хат килде гәзит уҡыусыбыҙҙан. Өләсәйҙең борсолоуы юҡҡа түгел, күрәһең… “Селфи” (“үҙ-үҙеңде фотоға төшөрөү”) тормошобоҙға яңыраҡ ҡына килеп инһә лә, Интернеттан файҙаланыусылар араһында ныҡлы урын алды. Һуңғы йылдарҙа ул ғәҙәти күренешкә әүерелде. Хатта өлкән быуын кешеләре лә селфи менән ҡыҙыҡһына. Психологтар билдәләүенсә, кеше холҡондағы ҡайһы бер үҙенсәлектәр селфи менән мауығыуға килтерә. Беренсенән, улар – йәмәғәтселек фекеренә бәйле булған кешеләр. Был төркөмгә үҙенә түбән ҡарашта булғандар йәки үҙен тейешенсә баһаламағандар инә. Икенсенән, һәр яҡлап камиллыҡҡа ынтылғандар ҙа селфи менән мауыға. Ундайҙар башҡа кешеләр фотоға төшөргәнде яратмай, әммә “үҙем идеаль эшләй алам” тип уйлай.
Ғөмүмән, ҡайһы бер үҫмерҙәр селфи ярҙамында үҙҙәрен бик текә итеп тоя, сөнки бында ярыш хисе өҫтәлә. Үҙ-үҙен фотоға матурыраҡ, ҡыҙығыраҡ итеп төшөрөп, социаль селтәргә ҡуя ла, шунда “лайк”тар, йәғни шәхесенә баһа йыя. Селфиға бәйлелек бик тиҙ үҫешә. Тәүҙә фото аҫтына ҡуйылған һәр “лайк”ты үҫмер уңыш тип ҡабул итһә, аҙаҡ ул маҡтау һүҙҙәренә әленән-әле ихтыяж кисерә башлай. Был “лайк”тарҙы улар еңеү менән тиңләй.
Селфи яһағанда экстремаль хәлдәр йәки үҙенсәлекле фон эҙләп, бәлиғ булмағандар араһында күңелһеҙ осраҡтар теркәлә тора. Мәҫәлән, Кузбасста 16 йәшлек үҫмер юғары вольтлы электр линияһы бағанаһына үрмәләгәндә ҡолап төшөп үлгән. Мәскәүҙә уның тиҫтере электричка башында селфи яһағанда таяғы менән яңылыш электр сымына тейеп токтан һуғылған. Рязандә лә бер бала тимер юлда һәләк булған. Бындай миҫалдар бик күп.
Тағы ла шуны иҫтә тоторға кәрәк – ысын тормошта иғтибар, ихтирам, йылы һүҙ етмәгән йәштәр был тойғоларҙы виртуаль донъянан эҙләй башлай. Үҙ-үҙеңә ышанысты арттырырға кәрәк, тип кәңәш итә психологтар.
Тағы ла бер мөһим мәсьәләгә туҡталып үтергә кәрәк. Селфи менән мауығыуҙы сир тип табып, уға селфит тигән исем дә бирелгән. Шуға иғтибар итегеҙ: әгәр ҙә яҡын кешегеҙ үҙен бер туҡтауһыҙ фотоға төшөрһә (үҙ-үҙеңде көнөнә ун тапҡырҙан да ашыу), социаль селтәрҙәргә фотоһын һалып, “лайк”тарҙы түҙемһеҙлек менән көтһә, ә улары булмаған йәки аҙ булған осраҡта кәйефе төшөп, төшөнкөлөккә бирелһә, был осраҡта уйланырға урын бар.