Был мәғлүмәттәргә күҙ һалғас, ҡайһы берәүҙәрҙең күңелендә көнләшеү тойғоһо тыуыуы бар. Ашыҡмағыҙ, шуға иғтибар итегеҙ: күп кенә илдәрҙә пенсионерҙарға аҡса ғына түләнә, бер ниндәй ташламалар юҡ. Аҙыҡ-түлектең, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм транспорт хеҙмәттәренең ҡайҙа күпмегә төшкәнен белмәйбеҙ бит әле. Нисек кенә булмаһын, Рәсәйҙәге социаль хеҙмәтләндереү кимәлен бик хөрт тип әйтерлек түгелдер.Америка Ҡушма
Штаттары
Ғүмер баҡый бер ҡайҙа ла эшләмәгәндәргә айына 300 доллар түләнһә, аҙ ғына стажы булғандар шунан ике тапҡырға күберәк ала. Иң ҙур ярҙам – элекке хәрбиҙәргә һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренә.
Ғөмүмән, штаттарҙа пенсияның уртаса күләме – 1100 доллар. Уның ҡарауы, хаҡлы ялдағылар өсөн бер ниндәй льготалар юҡ тиерлек.
Германия
Хаҡлы ялға 65 йәштән сығалар. Пенсияның уртаса күләме 900 долларға тиң. Иң аҙ – 400 доллар тирәһе – алғандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысын дәүләт ҡаплай.
Эшкә төшкәндәргә социаль түләүҙе туҡтаталар. Ҙур компанияларҙың элекке хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә рәүештә корпоратив пенсия ала. Уның күләме стажға бәйле.
Грузия
Бөтөнләй артта ҡалған бәләкәй дәүләттәрҙе иҫәпкә алмағанда, донъялағы иң аҙ пенсия ошонда – 40 доллар самаһы ғына.
Дания
Донъялағы иң ҡәҙерле пенсионерҙар йәшәй бында. Улар айына 3000 доллар тирәһе ала.
Израиль
65 йәштән хаҡлы ялға китәләр, айына яҡынса 1500 доллар алалар. Бынан тыш, һәр кеше пенсионерҙар ҡорона ингәс тә уртаса эш хаҡын хеҙмәт стажы йылдары һанына ҡабатлағандан килеп сыҡҡан күләмдә бер тапҡыр бирелә торған социаль ярҙамға хоҡуҡлы. Төрлө льготалар ҙа бар.
Испания
Айына 1000 доллар тирәһе тәшкил иткән пенсия көндәлек ихтыяждарға ла, ял итеүгә, күңел асыуға ла етә. Транспортта йөрөүгә һәм тағы ҡайһы бер хеҙмәттәргә ташламалар ҡаралған. Испандар ололарҙы һәр саҡ ҡәҙерләй, туғандар үҙ-ара ныҡ татыу, шуға был илдә ҡарттар йортон табыуы ҡыйын.
Ҡытай
Бында пенсия өлкәндәрҙең барыһына ла түгел, ә элекке хәрбиҙәргә, полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм дәүләт вазифаһында күпмелер ваҡыт эшләп киткәндәргә генә түләнә. Башҡаларҙы балалары ҡарарға тейеш.
Литва
Ололар осон осҡа саҡ ялғап йәшәй, тип әйтергә лә була. Уртаса 330 доллар тәшкил иткән пенсия уларға туҡланыуға һәм торлаҡ өсөн түләүгә генә етә. Транспортта йөрөүгә, теш протезы ҡуйҙыртыуға, дарыуҙарға, ерҙе ҡуртымға алыуға, сүп-сар түктереүгә һәм башҡаһына ташламалар ғына хәлдәрен бер аҙ еңеләйтә. Элекке дәүләт хеҙмәткәрҙәре, әлбиттә, яҡшыраҡ тормош кисерә.
Польша
Күптәргә 400 долларға торошло күләмдә пенсия түләнә, был уларға ярайһы уҡ һәйбәт йәшәргә мөмкинлек бирә. Иң аҙ матди ярҙам (180 доллар тирәһе) алыусыларға транспорт, медицина, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә ташлама яһала. Тиҫтә йыл элек поляктар йәше етеү менән хаҡлы ялға китергә тейеш булған, хәҙер уларға эшләп йөрөргә лә рөхсәт бар.
Төркиә
Пенсия бында өлкәндәргә генә түгел, хужабикә булып өйҙә ултырған ҡайһы бер ҡатындарға ла тәғәйенләнә. Мәҫәлән, кейәүгә сыҡҡансы – мәрхүм атаһыныҡы. Йәки, тол ҡалһа, иренеке.
Төрөктәр ҡарттар йортоноң ни икәнен белмәй, фәҡирлектә көн иткән әбей-бабайҙарҙы ла осратмаҫһың был илдә. Ни тиһәң дә, балалары Ислам дине һәм халыҡ йолалары нигеҙендә тәрбиәләнә.
Хаҡлы ялдағыларға яҡынса 700 доллар түләнә. Хәрбиҙәрҙең пенсияһы ҙур, уртаса 2000 доллар, элекке депутаттар ҙа шул сама ала. Банк хеҙмәткәрҙәренеке – уртаса күләмдән биш тапҡырға күберәк.
Финляндия
Уртаса алғанда, был илдә пенсияның айлыҡ күләме 2000 доллар. Шуныһы ҡыҙыҡ: юғарылыҡ буйынса сик билдәләнмәгән, йәғни йәшерәк саҡта ни тиклем күберәк аҡса эшләгән булһаң, хаҡлы ялда шул хәтлем байыраҡ йәшәйәсәкһең. Ә бына түбәнге сик бар – 550 доллар тирәһе. Фин пенсионерҙарына транспортта йөрөүгә лә, бассейнда йөҙөүгә лә, һауыҡтырыу сараларына ла ташлама бирелә.
Ҡарттар йорттары күп, улар пенсия хаҡына өлкәндәргә бик яҡшы хеҙмәттәр тәҡдим итә. Эйе, финдарҙа туғанлыҡ мөнәсәбәттәре ҡаҡшаған: ата-әсәләр балаларын бәлиғ булғансы ҡарай ҙа айырым йәшәргә сығара, аҙаҡ үҙҙәренә шундайыраҡ яҙмышҡа күнергә тура килә.
Швеция
Пенсияның уртаса күләме 800 доллар тәшкил итә, өҫтәүенә дәүләт хаҡлы ялдағыларҙың торлаҡҡа бәйле ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә.
Япония
Шул уҡ 800 доллар самаһы түләнә, әммә япондар өсөн был күп түгел. Пенсионерҙарҙың күбеһенә эшләп йөрөргә тура килә. Көнкүреш сығымдарынан артҡан аҡсаһына улар Индонезия, Филиппин һәм Малайзия һымаҡ ҡиммәт булмаған илдәргә сәйәхәт ҡылырға ярата.
Был илдә хаҡлы ялға 70 йәштән генә сығалар, сөнки ғүмерҙәре оҙон.