Өлгөрмәһәң, балға әйләнә04.10.2016
Халыҡтың пенсия тупланмаларын күсереү кампанияһы йылдам тиҙлек ала: быйылғы 8 айҙа был маҡсатта былтырғы ошо осорҙағынан 80 процентҡа күберәк ғариза яҙылған. Эксперттар билдәләүенсә, күптәр системаның үҙгәреүе арҡаһында хәләл аҡсаһын юғалтырмын тип ҡурҡа, ә дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары әлеге мөмкинлектән нисек тә булһа файҙаланып ҡалырға тырыша.
Халыҡтың ышанысын яулау йәһәтенән Һаҡлыҡ банкының дәүләткә ҡарамаған пенсия фондына етеүсе юҡ: төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарына ҡарағанда, пенсия тупланмаларын күсереүселәрҙең яртыһынан күберәге тап шунда мөрәжәғәт иткән. Баҙарҙа ҡатнашҡан бүтән фондтар ҙа әүҙемлеген һүрелтмәй, улар клиенттарҙы йәлеп итеүсе агенттарға һәр килешеү өсөн яҡынса 2,5 – 3,5 мең һум түләй икән. Ҡайһы берәүҙәре банктар араһынан ярҙамсылар эҙләй. Мәҫәлән, ВТБ-ның пенсия фонды, үҙҙәренең кредит ойошмаһынан тыш, Почта-банк, ОТП-банк һәм Совкомбанк менән хеҙмәттәшлек итә.
Буласаҡ пенсионерҙарҙың күбеһен дәүләткә ҡарамаған фондтарға ғариза яҙырға Үҙәк банк менән Финанс министрлығының тупланмаларҙың яңы системаһын булдырыу, өлөшөн алырға өлгөрмәй ҡалғандарҙың Пенсия фондындағы аҡсаһын балдарға әйләндереү тураһындағы белдереүе этәргән. Әлбиттә, бер кемдең дә алданғыһы килмәй, шуға быйылғы һуңғы өс айҙа бойондороҡһоҙ пенсия ойошмаларына тупланма өлөштө һумдарҙа һаҡларға теләүселәрҙән тынғы булмаясаҡ, ти аналитиктар.