Өфөләге Тармаҡ-ара институтта хеҙмәтте һаҡлау музейын асыу күҙаллана. Унда ошо тема менән бәйле тарихи материалдар һәм әйберҙәр тупланасаҡ.
Белгестәрҙең фекеренсә, һаҡлыҡ сараларының, зарарлы етештереү факторҙарын үлсәү приборҙары һәм алымдарының, хеҙмәтте һаҡлау буйынса документтарҙың барлыҡҡа килеү һәм камиллашыу тарихы ошо өлкәләге профессионалдар, республикалағы эш биреүселәр, хеҙмәткәрҙәр өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Әйтергә кәрәк: Башҡортостанда хеҙмәтте һаҡлауҙың үҫеш дәүере иҫтәлекле ваҡиғаларға бай. Уларҙы өйрәнеп, белгестәр йәшәйеш именлеге мәсьәләләрен әүҙемерәк хәл итәсәк, хеҙмәткәрҙәрҙең эштәге хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн камилыраҡ шарттар булдырасаҡ.
Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарихи йәһәттән ҡыҙыҡлы приборҙарға, һаҡлыҡ сараларына, документтарға эйә булған ойошмаларға һәм белгестәргә ошо башланғысты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ күрһәтеү һәм Тармаҡ-ара институтҡа экспонаттар тапшырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә.
Л. ФӘРИТОВА.