Биш мең һум кемгә тейеш?04.10.2016
Үткән айҙа “Рәсәй” телеканалы хәбәрсеһе менән әңгәмә барышында ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев пенсияға ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында ла бер аҙ һөйләгәйне. Атап әйткәндә, ул киләһе йылдың ғинуарында хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһына бишәр мең һум өҫтәп түләүҙең маҡсатын аңлатты.


– Күптән түгел генә илебеҙҙә ғүмер оҙайлылығы хәҙергенән 5 – 7 йылға кәмерәк ине. Әле Рәсәй граждандарының уртаса йәше 71 тирәһе, – тип ҡәнәғәтлек менән билдәләне Премьер-министр. – Быны, әлбиттә, Япония һәм Европаның алға киткән ҡайһы бер илдәре менән сағыштырып булмай, әммә беҙҙә ирҙәрҙең 10 йыл элеккенән 10 йәшкә оҙағыраҡ йәшәүе – мөһим күрһәткес.
Шуға ла Хөкүмәтте Рәсәйҙә хаҡлы ялға сығыу йәшен арттырырға, пенсияны индексациялауҙы туҡтатырға саҡырыусылар булған. Йәнәһе, былай ҙа наҡыҫлыҡ кисергән ҡаҙнаға көсөргәнеш артҡандан-арта. Өҫтәүенә, Дмитрий Медведевтың әйтеүенсә, ағымдағы йылдың тәүге яртыһында ил иҡтисады түбәнгә тәгәрәмәне, әммә бик аҙ килем алыуға өлгәште, был башҡарма власты социаль яҡлау сараларын көсәйтеүҙән бер аҙ тотҡарлап торҙо.
– Индексациянан баш тартһаҡ та, икенсе төрлө ҡарарға килдек, – тине Дмитрий Анатольевич. – Минеңсә, беҙҙә ысынлап та дәүләт ярҙамына мохтаж ҡатлам бар. Улар, тәү сиратта, пенсионерҙар. Моғайын, пенсияны процентлап күбәйтеүҙе бер тапҡыр бирелә торған түләүгә алмаштырыу – әлеге иҡтисади шарттарҙа мөмкин булған берҙән-бер ғәҙел саралыр. Артабан иһә ҡәҙимге системаға кире ҡайтыу күҙ уңында тотола.
Һөҙөмтә булараҡ, биш мең һумды киләһе йылдың башында илдәге пенсионерҙарҙың һәммәһе лә – эшләп йөрөгәндәре лә, тулы мәғәнәлә ял итеүселәре лә – аласаҡ. Был ярҙам хаҡлы ялдағыларҙың бер өлөшө өсөн индексацияға торошло, бәғзеләренә хатта отошлораҡ та.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, илдә әле 44 миллион самаһы кешегә Пенсия фонды аша ай һайын аҡса түләнә. Һүҙ ҡартлыҡҡа, инвалидлыҡҡа, аҫраусыңды юғалтыуға бәйле страховка пенсияһы тураһында. Был төркөмдән тыш, социаль һәм дәүләт пенсияһы алыусылар ҙа бар. Биш мең һумлыҡ өҫтәмәгә барыһы ла хоҡуҡлы. Тик берәүҙәренә ул айлыҡ пенсияға ҡушылып киләсәк, икенселәренә Рәсәй почтаһы менән Пенсия фонды тарафынан раҫланған графикка ярашлы айырым таратыласаҡ. Шуныһы мәғлүм булһын: сит илдә йәшәгән Рәсәй пенсионерҙары ваҡытлыса ойош­торолған социаль ярҙамға дәғүә итә алмай.
Индексацияға килгәндә, киләһе йылдан Хөкүмәт уның күләмен уҙған осорҙағы инфляцияға ҡарап билдәләй башлай. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауынса, быйыл хаҡтарҙың артыуы уртаса 5,8 – 5,9 процент буласаҡ, шуға ла әле Пенсия фондының бюджеты нәҡ шул һандарға нигеҙләнеп ҡабул ителә. Әгәр хәл үҙгәреп китһә, финансты өҫтәргә әҙерҙәр.
Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы белдереүенсә, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, эшләп йөрөгән пенсионерҙарға индексация быйылдан бөтә. Шулай ҙа, эш урынынан китһә, хаҡлы ялдағы кешенең пенсияһын үткән йылдарҙағы индексация коэффициенттарын иҫәпкә алып киренән һанарға, йәғни страховка пенсияһын тулы күләмдә түләргә тейештәр.


Вернуться назад