Хаҡлы ялға иртә сығам тиһәң...04.10.2016
Хаҡлы ялға иртә сығам тиһәң... Рәсәйҙә әлеге ҡануниәт буйынса ҡатын-ҡыҙ – 55, ир-ат 60 йәштән хаҡлы ялға сыға. Шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа кешегә пенсионерҙар сафына ваҡытынан алдараҡ баҫырға хоҡуҡ бирелә. Бының өсөн күп кенә ҡағыҙҙарҙың ваҡытында дөрөҫ тултырылыуы кәрәк, юғиһә пенсияға документтар юллаған саҡта ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал.


Хаҡлы ялға иртә сығам тиһәң...Хаҡлы ялға 5 йылға иртәрәк сығырға мөмкин (ирҙәргә – 55, ҡатындарға 50 йәштән):
1. Гражданлыҡ авиацияһының һауа судноларын хеҙмәтлән­дереүҙә мәшғүл булған инженер-техник­тарға.
Мотлаҡ талаптар: ирҙәрҙең – 25, ҡатындарҙың 20 йыллыҡ страховка стажы булыуы йәки ошо йүнәлештә көслө зат вәкилдәренең – кәмендә 20, гүзәл заттың аҙ тигәндә 15 йыл эшләүе.
2. Енәйәт кодексына ярашлы иркенән мәхрүм ителгәндәр ултыр­ған урындарҙа эшләгәндәргә һәм хеҙмәт иткәндәргә.
Мотлаҡ талаптар: ирҙәрҙең – 25, ҡатындарҙың 20 йыллыҡ страховка стажы булыуы йәки ошо йүнәлештә көслө зат вәкилдәренең – кәмендә 15, гүзәл заттың аҙ тигәндә 10 йыл эшләүе.
3. Театр йәки концерт-тамаша ойошмаһы сәхнәләрендә ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәндәр.
Страховка стажына ҡарата талаптар юҡ, әммә ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа ошо йүнәлештә 15 – 30 йыл эшләгән булырға тейеш. Был ваҡыт сәнғәт төрөн иҫәпкә алып билдәләнә. Мәҫәлән, балет һәм цирк артистары пенсияға бүтән коллегаларынан иртәрәк сыға ала. Әгәр тейешле стажы тулған икән, ирҙәр – 55, ҡатындар 50 йәше еткәнен көтөп тормаһа ла була.
Ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа 50 йәштән пенсия ала башлай:
1. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһындағы янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтендә эшләгән осраҡта.
Страховка стажына ҡарата талаптар юҡ, әммә ирҙәрҙең дә, ҡатындарҙың да ошо йүнәлештәге һөнәри тәжрибәһе кәмендә 25 йыллыҡ булырға тейеш.
Ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа, нисә йәштә икәнлегенә ҡарамаҫтан, хаҡлы ялға китә ала:
1. Балаларға тәғәйенләнгән мәғариф ойошмаларында педагог булараҡ эшмәкәрлек алып бар­ғандар.
Страховка стажына ҡарата талаптар юҡ, әммә ирҙәрҙең дә, ҡатын­дарҙың да ошо йүнәлештә кәмендә 25 йыл эшләгән булыуы шарт.
2. Медицина ойошмаларында кешеләрҙе дауалау һәм һаулыҡ һаҡлауға бәйле башҡа төрлө эш менән шөғөлләнгәндәр.
Страховка стажына ҡарата талаптар юҡ, әммә ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа ошо йүнәлештә ауыл-ҡасабаларҙа – кәмендә 25, ҡала ерендә аҙ тигәндә 30 йыл эшләгән булырға тейеш.
Ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа 40 йәш­тән пенсия ала башлай:
1. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһындағы һөнәри авария-ҡотҡарыу хеҙ­мәттәренең һәм берләшмәләренең ҡотҡарыу­сылары.
Страховка стажына ҡарата талап­тар юҡ, әммә ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа ошо һөнәр буйынса кәмендә 15 йыл эшләгән булырға тейеш. Әгәр тейеш­ле стажы тулған икән, уларға 40 йә­ше еткәнен көтөп тормаҫҡа ла мөмкин.


Вернуться назад