Айҙың һәр дүртенсе дүшәмбеһендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк.
Беренсе булып эстафетаны вице-премьер, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин ҡабул итә. Ул 26 мартта киске сәғәт 8-ҙән 10-сы яртыға тиклем тура эфирҙа буласаҡ.
Һорау биреүҙең бер нисә алымы бар. Шуларҙың береһе — 8 (347) 2-921-005 номеры буйынса тура эфир студияһына шылтыратыу. Бынан тыш, күсмә телевидение станцияһы ярҙамында студия менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Был көндө станция Нефтекамала урынлашасаҡ.
Һорауҙы телеканалдың сайтында ла ҡалдырырға була.
А. ХӘЛИЛОВ.