Өфөлә халыҡтың ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар алдындағы дөйөм бурысы, йыл башындағынан 20 процентҡа артып, 2,36 миллиард һумға еткән. Предприятиелар һәм ҡала етәкселеге тарафынан төрлө сара күрелеүгә ҡарамаҫтан, мәсьәлә еңел генә хәл ителерлек түгел. Бурыстың яртыһынан күбе, яҡынса 1,5 миллиард һумы, йылдан ашыу түләмәгәндәргә тура килә.Торлаҡ хужалары компанияларға үҙҙәрен һыу, газ, йылылыҡ менән тәьмин итергә, торбаларҙы яҡшы хәлдә тоторға мөмкинлек бирмәй тиһәң дә була, сөнки әле йыйылған бурыс күләме баш ҡалала бер йыл эсендә барлыҡ селтәрҙәрҙе йүнәтеүгә, ҡышҡы осорға әҙерләүгә тотонолғанға тиң. Өфө хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, хәл бөтөнләй үк киҫкенләшмәгән, ҡала һалҡын миҙгелгә әҙер, шулай ҙа хафаланырға сәбәп етерлек. Әгәр халыҡ бер көн килеп барлыҡ бурысын түләһә, коммуналь хеҙмәттәр ҡайҙалыр проблема тыуғанын көтмәҫ, бик күп мәсьәләне алдан яйға һалып ҡуйыр ине.
Хәйер, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың вәкилдәре ремонт эштәренең сығымдар исемлегендә тәүге булып тормауын билдәләй. “Планға ярашлы йүнәтеүҙе һәр саҡ һуңғы сиратҡа ҡалдырабыҙ. Беҙгә бит аҡса бүтән маҡсаттарҙа ла кәрәк: реагенттарға, эшселәргә хеҙмәт хаҡы биреүгә, һалымдарҙы, пенсия һәм социаль страховка иғәнәләрен түләүгә”, – ти “Өфө һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһы етәксеһе Асҡар Фәйзуллин.
Коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡты һанап барған һәм түләүҙәрҙе ҡабул иткән Берҙәм иҫәп-касса үҙәге кемдең ни өсөн бурысы йыйылғанын үҙ анализы буйынса асыҡларға тырышҡан. Үҙәк директоры Илдар Ардашировтың белдереүенсә, әлеге миллиардтар – тарифтар үҫеүе һөҙөмтәһе. Эйе, быны быйыл июлдә хаҡтар артҡандан һуң дөйөм бурыстың 15 процентҡа күбәйеүе лә дәлилләй. Бығаса көс-хәл менән осон осҡа ялғап килгәндәр бер мәл шулай түләй алмаған да ҡуйған. Әммә ундай аҙ килемле ғаиләләр бурыслылар араһында ни бары 10 процент тәшкил итә. Биш процент – бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм эскелек менән ғүмер уҙғарған әҙәмдәр. Егерме биш процент – эшһеҙ ҡалып йәки кредит һаҙлығына батып, ваҡытлыса ауыр хәл кисергәндәр. Иң ныҡ аптыратҡаны – алтмыш проценттың ярайһы уҡ етеш йәшәгән ғаиләләр булыуы. Уларҙың бер өлөшө белә тороп түләмәй, ҡайһылары бурысы барлығын онотоусан.
Баш ҡалала коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ ай һайын 383 мең шәхси иҫәпкә яҙылып бара, шуның 53 меңе буйынса ғына түләү ваҡытында башҡарыла. Бурысын өс айҙан ашыу ҡапламағандар – 30 мең тирәһе. Ресурс менән тәьмин итеүсе предприятиелар 750 миллион һум самаһы бурысҡа ҡул һелтәгән тиһәң дә була – барыбер түләмәҫтәр тип, иҫәпкә лә алмайҙар. Өс йылдан ашыу көткәндәр бит. Судҡа мөрәжәғәт итеүҙән файҙа юҡ, сөнки ғариза биреү ваҡыты үткән. Бурыслылар араһында икенсе урынға йәшәргә күсеп киткәндәр ҙә бар, ҡайһылары күптән – гүр эйәһе.
Әлбиттә, өмөттө өҙөп, тик ултыра алмай коммуналь тармаҡ һәм ресурс ойошмалары. Һәр ҡайһыһы бурыстарҙы ҡайтарыу йәһәтенән үҙенсә эш тәжрибәһенә эйә. Берәүҙәргә хоҡуҡи баҫым ғына йоғонто яһай алһа, бәғзеләренең намыҫына тейеү ҙә ярап ҡала. Һөҙөмтә бар. Мәҫәлән, “Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә бурыс бер йылда 578 миллион һумдан 480 миллионғаса кәметелгән, хатта инде юғалды тигән 28 миллион һум ҡайтарып алынған. “Өфө инженерлыҡ селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре фатирҙар буйлап банк терминалдары менән йөрөй икән, был торлаҡ хужаларынан бурысты урын-ерендә үк түләтеү мөмкинлеген бирә.
Әгәр халыҡ яуапһыҙлыҡтан, әйләнә-тирәһендәгеләргә ҡарата битарафлыҡтан арынһа, ошондай ҡатмарлы хәлдәр тыумаҫ, предприятиелар ҙа көйлө эшләр, сифатлы хеҙмәтләндерер ине. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙҙа әле эҫе һыу бер торбанан ғына бирелгән кварталдар байтаҡ. Системаны яңыртҡан осраҡта коммуналь ойошмалар йәйен һыуҙы икешәр аҙнаға түгел, ә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа туҡтатып тора аласаҡ.
Коммуналь тарифтар үҫә... Ошо турала уйлаған һайын күңелдә шик тыуып ҡуя: беҙҙе ресурстар менән тәьмин иткән, хеҙмәтләндергән ойошмалар, миллиардлаған һумлыҡ бурыстарын ҡайтара алмағас, планда ҡаралған күрһәткестәргә өлгәшеү хаҡ арттырырға мәжбүр түгелме икән? Кешеләр кемгә үпкәләргә хаҡлы? Әгәр ваҡытында түләмәһәләр, һис шикһеҙ, үҙҙәренә генәлер.