Нисек миллионер булырға? Йәки Корея кешеһе беҙгә өлгө күрһәтә04.10.2016
Нисек миллионер булырға? Йәки  Корея кешеһе беҙгә өлгө күрһәтә Өфө ҡалаһынан яҡынса 20 саҡрым алыҫлыҡта ғына бер Корея кешеһенең ҡарбуз үҫтереп, миҙгел эсендә миллион һумдан ашыу табыш алыуы хаҡында ишеткәс, башта ышанмайыраҡ та ҡуйғайным. Ҡайҙан-ҡайҙан, Кореянан килеп, Башҡортостан ерендә ҡарбуз үҫтер, имеш. Булмаҫ. Ирекһеҙҙән был еләкте тәүге тапҡыр ауыҙ иткән көнөм иҫкә төштө. Атайым бер тоҡ итеп алып ҡайтҡайны тәмлекәстәрҙе. Ашап кинәндек. Шул хәтерҙә ҡалған – ҡыяр-помидорҙы орлоғо менән “йыпырһаҡ”, быныҡын таҙартыу мәшәҡәт тыуҙырҙы. Ул саҡта ла сығышы менән Кореянан булған ирле-ҡатынлы Чондар беҙҙән алыҫ түгел хуторға (рәсми исеме – Рус Үргене) килеп, ҡарбуз үҫтереп күрһәткәйне. “Заветы Ильича” колхозы хатта ваҡытлыса йорт та биргәйне...
Ҡыҫҡаһы, әле баҡсасының үҙен барып күрмәй булдыра алманыҡ.


Уйланып килә торғас, аэропортты үтеп, Искиноға ла яҡынлашҡанбыҙ. Артабан кескәй күл, нәҡ шуның эргәһендә генә эшҡыуарҙың биләмәһе тип аңлатҡайнылар. Дөрөҫ, ана, ҡарайып ятҡан баҫыуы, унан ары ыҡсым йорто күҙгә салынды. Уңға борол да төш инде, юҡ, булмай, сөнки юл ситенә беркетелгән тимер ҡоршау – теләккә кәртә. Эргәһенән генә үтеп-һүтеп йөрөгән, әммә ғүмерҙә күрмәгән Булгаков ауылы урамы аша үттек. Ҡыҫҡаһы, Өршәк йылғаһы күперен сығып, ҡабаттан Өфө яғына боролоп бара биргәс, таптыҡ эшҡыуарҙы.
Тәүҙән үк Сим Ой-ранан, әйткәндәй, үҙенә Айрат тип өндәшергә үтенде, күптәр уны Олег ти, ниңә бер ҙә эҫе көндәре менән дан тотҡан Хәйбулла, һис юғы Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарын һайламауын ҡыҙыҡһындыҡ.
“Кореана” крәҫтиән-фермер хужалығы рәйесе Сим Ой-ра билдәләүенсә, ҡайһы берәүҙәр ҡарбуз үҫтереү өсөн 30-35 градус эҫелек тәүшарт тип уйлай һәм төптән яңылыша, мул уңыш алыуға +18 градус йылылыҡ та етә. Тупраҡҡа орлоҡ төртөп сығып, Хоҙайҙан ғына көтөп ятыу – ахмаҡлыҡ, ә инде ең һыҙғанып эшләһәң, барыһы ла уң килеп торасаҡ.
63 йәшлек егәрле уҙаман сентябрь аҙаҡтарында ҡарбуз йыйыуҙы тамамлаған икән, беҙ килгәндә ҙур булмаған плантацияһын яҙғылыҡҡа әҙерләп йөрөй ине. Әлбиттә, яңғыҙы түгел, төп ярҙамсылары – Александр Полянов, Валерий Шигаев һәм Александр Иванов менән тырматыу һәм йәшелсә һабаҡтарын өйөүҙе башлап торалар.
– Йәйгеһен хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 50-гә барып етә, Булгаковтан ғына түгел, ә эргә-тирә ауылдарҙан да эш һорап килеүселәр етерлек, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Аҡсаһын түләйем, мунса бар, ашатыуҙы ла ойошторам. Йәшелсә-емеште күмәртәләп илебеҙҙең төньяҡ өлкәләренә оҙатабыҙ, айырыуса Сыктывкар һәм Ухта ҡалалары күпләп һатып алды быйыл, һүҙ ҙә юҡ, бында ла һаттыҡ. Ырымбур тарафтарынан килтерелгән ҡарбуздың конкуренция булыу-булмауы тураһында шуны әйтәм – бер ниндәй ҙә химия ҡушылмағас, беҙҙекенә өҫтөнлөк бирәләр.
Бына бит, кемдер “эш юҡ, шөғөл таба алмайым” тип зарланғанда, күптәнге танышым тотҡан да күңеленә оҡшаған һөнәр менән шөғөлләнә башлаған. Әлбиттә, күпме генә тыйылһам да, унан бер миҙгелдә күпме табыш алыуы хаҡында төпсөшмәй түҙмәнем, һәр кемдең “йөрәк һандығы” төбөндә сере булыуын белһәм дә. Ғәжәп бит, бер нисә ай эсендә бер миллион ярым һум килем алһынсы!
Сим Ой-ра 100 гектарҙан ашыу ерҙе 49 йылға (уны бөтөнләйгә һатып алырға теләй) ҡуртымға алған. Ҡарбуздан тыш, ҡабаҡ үҫтереүгә тотонған, өҫтәүенә, бер нисә гектарға иген сәскән, сабынлығы ла бар. Киләһе йылдарҙа һыйыр малдарын үрсетмәксе, хатта Ҡаҙағстандан дөйәләргә заказ биргән.
Ул орлоҡто атаһының тыуған яғы Корея Республикаһынан ҡайтартыуы тураһында әйтте, ҡарбуз үҫтереү өсөн фәнни яҡтан ҡарарға кәрәклеген белдерҙе, үҙе тыумышы менән Ташкент ҡалаһынан, төрлө баҫҡыстарҙы үткән – ябай эшсенән алып ауыл хужалығы министры урынбаҫарына тиклем күтәрелгән, Үзбәкстанда “ГлавВодхозстрой” йәмғиәтенең директоры кеүек яуаплы вазифа башҡарған. Киләсәктә иһә “Башкорея” йәки “Сеулфа” ише Башҡортостан менән Корея араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға, ике республиканы яҡынайтыуға ҡоролған берәй ҡеүәтле предприятие асыу уйы менән яна. Бирһен Хоҙай!
– Денис улым – иҡтисадсы, ҡыҙым Милана ла ағаһына яҡын һөнәргә уҡый, кәләшем Лена – балалар баҡсаһы мөдире ярҙамсыһы. Яҡындарымдың барыһы ла Мәскәүҙә, – ти фермер. – Һин капитал тураһында һораштың, ғаиләм миңә, мин уларға ярҙам итешеп, тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ. Әгәр теләк булһа, һаҡлыҡтағы бәләкәй генә сумманан да ниҙер башларға мөмкин.




Вернуться назад