Һыуға үтә ағыулы фенол менән диоксин һалып эскәнегеҙ бармы? “Йәшәүҙән туйманым әле!” тигән яуап ишетермен, моғайын да. Ә миңә эсергә тура килде. Юҡ, минең дә йәшәүҙән туйған юҡ былай. Ләкин ул заманда ҡаланың һыу үткәргесенә ышаныс бөтмәгәйне шул. Тик был юлы эскән һыу ни өсөндөр ашҡаҙанды ныҡ ҡына көйҙөрөп алып китте... Ә иртән радионан Өфөнөң һыу алғысына яҙғы һыу менән бергә фенол, диоксин, тағы әллә нәмәләр эләгеүе, крандан һыу эсеүҙе ҡәтғи тыйыу хаҡында хәбәр иттеләр. Шунда уҡ урамдағы туҡталыштарға һыу цистерналары килтереп ҡуя башланылар. Төшкә табан Өфө тураһында бөтөн донъя һөйләй ине инде.
Яҙ яҡынлаша башлаһа, ошо киң билдәле “Фенол тарихы” иҫкә төшә. Күпселек төр мәғлүмәт ябыҡ булған совет заманында ундай ағыуланыуҙар йыш булғандыр инде, беҙ генә белмәй йәшәгәнбеҙҙер. Кешенең ни өсөн һәм нимәнән үлгәнен ҡайҙан белеп бөтөрәһең.
Элегерәк япондарҙан көлә инек: улар эсә торған һыуҙы ла кибеттән барып һатып ала икән! Хәҙер үҙебеҙҙә шулай. Былтыр йәй Стәрлетамаҡтың таҙартыу ҡоролмаларын ҡарап йөрөп иҫ китеп ҡайтҡайны. Бөтөн ҡаланың завод-фабрикаларынан, ойошмаларынан, күп ҡатлы йорттарынан килгән йыуынты һыу бик ҙур майҙанды биләп ятҡан махсус бассейндарҙа микробтар ярҙамында урғылып-күбекләнеп таҙартыу стадиялары аша үткәндән һуң эргәләге Ағиҙел йылғаһына түгелә. “Таҙартылғандан һуң һыу ҡабат бөтөн нормаларға яуап бирерлек хәлгә килә”, — тип аңлатты журналистарға таҙартыу ҡоролмаларының етәксеһе. Ләкин мин: “Яраҡлы булғас, эсеп ҡарайһығыҙмы, хәҙер машинанан стакан алып киләм”, — тигәс, етәксе был тәҡдимдән ҡырҡа баш тартты. Күрәһең, ул да йәшәүҙән туймаған.
Ярай әле, был ҡоролмалар финанс яғынан хәлле булған “Каустик” берекмәһенең балансында тора. Ә бит ундай бай предприятиелар һәр ҡала-районға тәтемәй. Тик әлеге хәлдә шуныһы бик хәтәр: Стәрленән тыш Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалаларының, әллә нисәмә район үҙәге һәм ҡасабаһының бысраҡ һыуы Ағиҙелгә ҡоя һәм Өфөгә килә! Баш ҡала халҡы шуны эсергә мәжбүр, бүтән ҡайҙан алһын. Дөрөҫ, халыҡта мутациялар күҙәтелмәй шикелле. Тик Ағиҙелде йөҙәр миллион тонналап бысрата башлауға ла бер быуат та үтмәгән бит әле. Тимәк, мөғжизәләр алда.
Хәҙер һауытҡа ҡойоп һыу һатыусы фирмаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ундай төрлө-төрлө маркалар япондарҙың төшөнә лә инмәйҙер. Тик барыбер һатып алғанда күңелде шик тырнай: әллә ысынлап та республиканың икенсе яҡ мөйөшөндәге экологик таҙа сығанаҡтан алып киләләр, әллә яҡындағы йортта крандан ғына ағыҙып алалар...
Һыу сифаты проблемаһын хәл итеү ил һәм республикабыҙ хөкүмәттәренең даими иғтибар үҙәгендә тора, һәм улар был тәңгәлдә бик мөһим ҡарарҙар ҙа ҡабул итә. Мәҫәлән, һуңғы бер йылда ғына ла “Башҡортостан Республикаһының эсәр һәм минераль һыуы” тигән Президент программаһы донъя күрҙе, республиканың Экологтар союзы “Таҙа һыу” тигән ассоциация ойошторҙо, Өфөлә “Башҡортостан Республикаһында һыу бүлеү һәм һыу ресурстарын һаҡлау” тигән фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды һ.б. Һыуҙың күләмен һәм сифатын күҙәтеүсе ойошмалар ҙа байтаҡ: Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы, Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, “Росприроднадзор”, “Роспотребнадзор”, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Кама бассейны һыу идаралығының Башҡортостан буйынса һыу ресурстары бүлеге һ.б.
Хәҙер япондарҙан көлмәйбеҙ. Һыу сифаты яҡшырасаҡ тип вәғәҙәләгән Хөкүмәт программалары күбәйгән һайын магазинға барып һыу фильтрҙарын да күберәк алып ҡалырға ашығабыҙ. Бигерәк тә яҙ яҡынлаша башлаһа. Йәшәүҙән туйманыҡ бит әле.
Рәшит Кәлимуллин
Мәғлүмәт:Кеше тәүлегенә 2,5-3 литр һыу тотона. Донъяның эсәр һыу запасы бик ҙур — 35 миллион кубокилометр, кешелек донъяһы уның бер проценттан аҙырағын ғына ҡуллана. Ләкин шул уҡ ваҡытта Ер шарының күп төбәктәрендә, нигеҙҙә халыҡ тығыҙ йәшәгән урындарҙа, уға ныҡ ҡытлыҡ кисерәләр, байтаҡ дәүләттәрҙә күптән инде һыуҙы нормалап биреүгә күстеләр.
Булған һыуҙың сифатын яҡшыртыу ҙа ҡатмарлана барған проблемаға әйләнде. Башҡортостанда йыуынты һыуы таҙартып түгелергә тейешле 204 предприятиеһының 17-һе генә был эшен нормаға еткереп үтәй, ә 41 предприятиеның һыуы бөтөнләй таҙартылмай йылғаға ағыҙыла. Республикабыҙҙың һыу ятҡылыҡтарына йыл һайын 373 миллион кубометр йыуынты һыу түгелә һәм шуның 4 проценты ғына кәрәгенсә таҙартыла. Беҙҙәге 14 район үҙәгенең һәм ҡасабаһының канализация һәм таҙартыу ҡоролмалары бөтөнләй юҡ.
XX быуатта планетаның халҡы — дүрт, ә һыу ҡулланыу алты тапҡырға артты. Ғалимдар яҙыуынса, эсәр һыу етешмәү киләсәктә күпселек илдәрҙең иҡтисадын тотҡарлаусы һәм халыҡ-ара хәлде көсөргәнешле итеүсе төп факторға әйләнәсәк.