“Сәхнә йәшлекте ярата”04.10.2016
“Сәхнә йәшлекте ярата” Арабыҙҙа шундай кешеләр бар – улар ғәҙәти, ябай, баҫалҡы... Хатта ниндәйҙер кимәлдә уңышҡа өлгәшкән шәхес булһалар ҙа, үҙҙәрен юғары ҡуймайҙар, һис тә һауаланмайҙар. Шуға ла ундайҙар кеше күҙенә лә бик салынып бармай... Юҡ, юҡ, онотолоуға дусар ителгәндәр, тимәйем. Бары тик һәүетемсә, үҙ донъяһында ҡайнап, башҡорт эстрадаһын үҙ яҡтылығы менән яҡтыртып, илһамланып ижад итеүҙәре. Хәйер, ошондай үҙенсәлекле шәхестәрҙең береһе, бүтән бер йырсыға ла хас булмағанса инглизсә, французса,
испанса оҫта итеп йырлаған Диана ИШНИЯЗОВАНЫҢ үҙе менән әңгәмә ҡорайыҡ. Әйткәндәй, ул 90-сы йылдарҙың ретро йырсыһы ла, бөгөнгө көндә Өфө ҡала мәҙәниәт һарайының солист-вокалисы, башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙарының береһе.


– Диана, 6 октябрҙә сираттағы концертың була. Ошо ваҡиға айҡанлы уй-кисерештәрең менән уртаҡлаш әле.
– Эйе, тиҙҙән концертым була. Мине онота төшкән халыҡ ижадымды ҡайтанан хәтеренә төшөрһөн ине, мине белмәгәндәр иһә ғәҙел баһаһын бирһен. Күптәр мине энергиялы, сая, һәр саҡ баш­лап йөрөүсе булараҡ күреп өйрәнгән. Был юлы ла ғәҙәти булмаған образдарҙа сығыш яһамаҡсымын: тыныс та, нәзәкәтле лә, тигәндәй. Шул уҡ ваҡытта барыһын да яуға күтәргәндәй ҡуҙғыта алам. Кем мине белмәй, танышырға килһендәр, ә кем белә, үҙҙәре өсөн өр-яңынан асһындар. Күңеленә хис-тойғо етмәгән әҙәмдәр, ғәҙәттә, тауҙарға сыға, ҡайҙалыр диңгеҙгә бара. Ә һеҙ ундай осраҡта минең концертыма килә алаһығыҙ. “Башҡортостан” дәүләт концерт залына...
– Фонограммаһыҙ, йәғни тере тауышҡа йырлайһыңмы?
– Әлбиттә...
– Диананың энергетикаһы шундай көслө, тиҙәр. Халыҡ йырҙарын да башҡараһың, ҡайҙан һиндә шундай көс-ғәйрәт?
– Йырға әүәҫлек бәләкәй саҡтан, тип әйтә алам. Бала ғына көйө артист булырға хыяллана тор­ғайныҡ. Әсәйемә әхирәттәре ҡунаҡҡа килһә, уларҙың балалары менән концерт ҡуя инек. Уны өлкән апайым ойоштора торғайны. Әсәйҙәр сәй эскән арала, тиҙ генә йырлап-бейеп репетиция яһайбыҙ ҙа, һуңынан уларҙы диванға ултыртып, концерт күрһә­тәбеҙ.
Әсәйем дә йырсы булырға хыялланған, тик теләге тормошҡа ашмаған, шуның өсөн дә мин уның хыялын ғәмәлгә ашырҙым. Ул өсөбөҙҙө лә музыка мәктәбенә уҡырға бирҙе. Бер апайым һәм һеңлем бар. Фортепиано класында уҡыным. Калининградта музыка училищеһына уҡырға индем. Атайым хәрби кеше ине, беҙ шул ҡалала йәшәнек. Башҡортостанға өләсәйҙәремә ҡайта торғайныҡ. Атайым Учалынан, ул өйҙә йырлай торғайны, баянда уйнаны, шулай үҙенең башҡортлоғон баянға һалды. Әсәйем 18 йәшендә генә кейәүгә сыҡҡан. Ул ситкә киткәнендә Башҡортостандан үҙе менән пластинкалар ҙа алған. Тыуған илен ныҡ һағынғанда башҡортса пластинкалар тыңлай торғайны. Ғөмүмән, бөтәбеҙ ҙә тыңлай инек. Хәҙер белеүемсә, ул Рим Хәсәновтың йырҙары булған. Фидан Ғафа­ров, Нәзифә Ҡадирова башҡарыуындағы йырҙарҙы яраттыҡ, әммә ул осорҙа йырҙың йөкмәткеһен аңламай инем, йырҙары ифрат матур, моңло ине.
Ә хәҙер Башҡортостанда йәшәй башлағас, Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадировалар менән аралашам да ике донъяның айырмаһын күрәм. Мин бәләкәй саҡта бөтөнләй икенсе донъя ине ул, ә хәҙер бөтөнләй башҡаса. Ә бит ул саҡта алда ни булыры башҡа ла инеп сыҡмай ине.
– Ә бәләкәй сағыңда кем булырға хыяллана инең?
– Табип булырға теләгем ҙур ине. Атайым менән әсәйем иҫән-һау булып, мәңге йәшәһендәр өсөн генә. Уларҙы дауалағым, тағы берәр ғүмер бүләк иткем килде. Ләкин атай-әсәйем, айырыуса әсәйем музыка мәктәбендә, артабан Калининград музыка училищеһында уҡыуымды теләне. Һуңғы ике курсты Учалыла тамамланым. Өфө сәнғәт училищеһында вокаль эстрада бүлеге барҙыр тип уйлағайным, булманы, шуға күрә училищенан һуң сәнғәт институтына хор-дирижерлыҡ бүлегенә уҡырға индем.
– Сәхнә һине йоттомо? Унда үҙеңде нисек тояһың?
– Миңә сәхнәлә шул тиклем рәхәт, уңайлы, ләкин ҡартайғансы сәхнәлә була алмам, сәхнә йәшлекте, матурлыҡты ярата. Барыбер бер ваҡыт пенсия осоро килеп етер. Әйткәндәй, ике эште бер юлы ла алып барырға була, сәхнә менән көнкүреш­те. Әлегә иһә үҙемде сәхнәнән тыш бер ҡайҙа ла күҙ алдына килтерә алмайым.
– Йырлап аҡса эшләп буламы беҙҙең республикала?
– Юҡ шул. Матди яҡтан ирем ярҙам итә.
– Костюмдарҙы кем тегә?
– Әхирәтем. Уның “Анна” тигән ательеһы бар, ул профессиональ тегенсе. Хәҙер инде Сәймә апай Хәсәнова менән таныштым, ул да бик оҫта тегә.
– Әлеге лә баяғы энергетикаға килгәндә, концерттан һуң нисек үҙ булмышыңа кире ҡайтаһың?
– Ҙур соло концертынан һуң, ғөмүмән, ике-өс көн яҡшы ғына йоҡлап алырға кәрәк. Гастролдәрҙә йөрөп килгәндән һуң да.
– Күңелеңдә бушлыҡ булһа?
– Шөкөр, ундай хәлгә ҡалғаным юҡ. Һәр саҡ күңелемдә ниндәйҙер тойғолар... Йырҙар...
– Ҡайһы композиторҙар менән эшләйһең?
– Йырҙарҙы, ғәҙәттә, үҙем яҙам. Артур Туҡта­ғолов, Урал Иҙелбаев, Флера Шәрипова, Юрий Шитов әҫәрҙәрен йырлайым.
– Рәсәй сәхнәләренә сығырға хыялың булдымы?
– Булды, тик ул хыялда ғына ҡалды. Бәлки, ҡы­йыу­лыҡ та етмәгәндер йә мөмкинлек булмағандыр. Йәшерәк саҡта атай-әсәй алыҫҡа ебәрергә теләмәне. Берҙән, элек Рәсәй кимәлендә хәҙерге кеүек проекттар ҙа юҡ ине бит.
– Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡаныңды иҫләй­һеңме?
– Беренсе тапҡыр “Аманат-шоу”ҙа йырланым. 96-сы йылдар ине. “Оран” тигән йыр менән сыҡтым ҙур сәхнәгә, көйөн үҙем яҙҙым, һүҙҙәре – Розалия Таһированыҡы. Ул беренсе етди сығышым булды. Элгәре тағы “Урал моңо”нда сығыш яһай торғайныҡ, 2011 йылда унда беренсе урынға лайыҡ булдым.
– Әйткәндәй, башҡорт эстрадаһында нимәне үҙгәртергә теләр инең?
– Мөмкин түгелдер ул уны үҙгәртергә. Ә кем белә уның ғәмәлдә ниндәй булырға тейешлеген? Бөтә нәмәне лә әрләргә, тәнҡитләргә еңел ул, ә эшләү ауыр.
Бөгөнгө йәштәр шундай үҙенсәлекле. Улар ижадта эҙләнә. Барыбер үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең күңелендә эске бер бола бар. Улар һәр ваҡыт тиҫ­кәре юлдан бара. Белмәйем, нимә теләйҙер улар, нимәне иҫбат итергә, күрһәтергә тырышалыр. Һәр хәлдә, икенсе төрлө фекер йөрөтәләр, тормошто бөтөнләй икенсе юҫыҡта күрәләр. Мин хәҙер уларҙы аңламайым...
– Тимәк, һин үҙ-үҙеңде тапҡанһың?
– Бәлки, юҡтыр ҙа... Бәлки, мин күберәкте аңлай башлағанмындыр. Элек минең өсөн тормош тик аҡ һәм ҡараның аныҡ сиктәренән торһа, хәҙер ундай сиктәр юҡ.
– Башҡорт халыҡ йырҙарын да ихлас баш­ҡараһың…
– Уларһыҙ булмай инде, әммә бик ауыр, күп көс талап итә, тип әйтә алам. Башҡорт халыҡ йырҙары – классик әҫәрҙәр бит. Ә мин эстрада йырсыһы булғанға күрә, классика – минең өсөн башҡа өлкә.
– Ниндәйҙер үҙенсәлекле тарихҡа ҡоролған йырҙарың бармы?
– Бер яңы йырым “Мөхәббәт мәңгелек” тип ата­ла. Рәсимә Ураҡсина һүҙҙәренә. Көйөн үҙем яҙҙым. Тарихын ул үҙе миңә һөйләгәйне. Элекке заманда төпкөл бер ауылда (унда хатта юлдар ҙа һалын­маған, йәш егеттәр уҡырға китһә, йылға аша йөҙөп йә ат менән сығыр булған) бер егет менән ҡыҙ бер-береһен яратып йөрөгән. Бер заман егет уҡырға киткән. Уның кире ҡайта алмаҫын бер кем дә белмәгән. Бер кис улар тауға менеп, бер-береһенә ҡарата мәңгелек мөхәббәттәрен һаҡларға һүҙ биргән. Һәм егет сығып киткән еренән кире әйләнеп ҡайтмаған. Һәр береһе тормошон ҡорған, ошо мөхәббәттәре уларға йәшәргә көс биреп торған. Тетрәндергес... Әлбиттә, кеше үҙе кисермәйенсә был хисте аңлай алмайҙыр, әммә йыр аша ошо тойғоно тамашасыма еткерергә тырышам. Йыр – ул бәләкәй тарих, кәйеф, хис-тойғоларҙың сағы­лышы...
– Әйткәндәй, бөгөн беҙҙә кейәүгә сығыуҙың төрлө “алымдары” бар тип әйтергә мөмкин. Егеттәрҙең финанс хәленә ҡарап ҡына сыҡҡан­дарға нисек ҡарайһың?
– Мин үҙем яратып кейәүгә сыҡтым. Тормош шу­лай, әлбиттә, мөхәббәт тип кенә аҡсаһыҙ ҙа йә­шәп булмай. Бар, әлбиттә, егеттең аҡсаһына ҡарап ғаилә ҡорғандар. Финансҡа ғына ҡарап кейәүгә сығыу дөрөҫ түгел, әлбиттә. Аҡсаға ҡытлыҡ тыуһа, улар әрләшә башлай, шунан ғаилә тарҡала. Мөхәббәттән нәфрәткә – бер аҙым.
– Ә балаларығыҙҙың кем булыуын теләй­һең?
– Балаларымдың йырсы булыуын теләр инем. Ҡыҙҙарымдың кесеһе әле бәләкәй, әлбиттә, әммә уны ла “ҙурайғас, әсәйең кеүек йырсы булырһың, моғайын” тип күҙаллайҙар. Өлкән ҡыҙым да йырсы булырға хыяллана ине, әле уйлай әле.
Бер мәл Диананан “әгәр иртәнсәк тороуыңа тауышың бөтһә, бөтөнләй йырлай алмаҫыңды аңлаһаң, һин нимә эшләр инең?” тип урынһыҙыраҡ шаяртып һорағас, “мин йәшәй алмаҫ инем улай” тип яуап биргәйне. Ысынлап та, йыр – уның өсөн тормоштоң үҙе. Сит яҡтарҙа йәшәп тә, үҙенең башҡортлоғона, тыуған Башҡор­тоста­нына, халҡы моңдарына әйләнеп ҡайтҡан башҡорт ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел. Диана Ишниязова кеүек халҡыбыҙға ихлас һәм лайыҡлы хеҙмәт итеүселәр бар икән, беҙ ҙә тик алға, камиллыҡҡа табан барырбыҙ.

Таңсулпан РӘСҮЛ әңгәмәләште.


Вернуться назад