Фәлән ерҙә алтын бар...30.09.2016
Һәр йәш кеше һөнәр алып сыҡҡас, эш табыу мәсьәләһенә юлыға. Бәлки, кем өсөндөр ул проблема булып та күренмәҫ. Әммә бөгөн дипломы буйынса эшләгәндәр аҙым һайын осрап тормай, шулай бит?
Һуңғы ваҡытта йәштәр ҙә, хеҙмәт йәшендәге өлкәнерәктәр ҙә ситкә китеү яғын ҡарай. Ни өсөн? Беҙҙә бөтөнләй эш юҡ, тип әйтеп булмай ҙа инде. Был темаға бәхәс гел шау-шыулы була. Ысынлап та, ҡайҙа барырға? Мәскәүгәме, Питерғамы, Себергәме? Үҙебеҙҙә ҡалып, ауыр булһа ла, бәләкәй эш хаҡына йөрөргәме?
Роберт СӘМИҒУЛЛИН, 27 йәш, белеме буйынса педагог, төҙөлөштә эшләй:
– Дөрөҫөн әйтәм, мин юғары уҡыу йортона ингәндә үк уҡытыусы булып эшләмәйәсәгемде белә инем. Диплом кәрәкте лә, ҡайҙа инергә еңелерәк, шуны һайланым да ҡуйҙым. Ә төҙөлөштә эшләүемдән ҡәнәғәтмен. Аҡсаһы педагогтыҡынан ике тапҡырға күберәк, әлбиттә. Эш еңел түгел. Мәктәптә “тауыҡ көлөрлөк” хеҙмәт хаҡына йөрөр инем әле. Ауыл балаһы мин, эштең теләһә ниндәйен дә башҡарырға көсөмдән килә. Офиста башҡалар ултырһын әйҙә, миңә “ҡара эш” булһа ла ярай. Бригада менән төрлө яҡтарға барып эшләйбеҙ. Ғаиләле кешеләргә бер аҙ ауырыраҡтыр. Шулай ҙа төҙөлөштәр үҙебеҙҙә лә гөрләп барғанда, әллә ҡайҙа Мәскәүгә йә Себергә барып, күп осраҡта эш хаҡы ала алмай алданып йөрөмәҫ инем.
Рәсимә ҺАҘЫЕВА, вахта ысулы менән эшләгән ашнаҡсы:
– Ауылда эшемдән ҡыҫҡартылғас, бер аҙ эшһеҙ яттым да, ғаилә ағзалары менән кәңәшләшеп, ҡырға сығып киттем. Өйҙә һаулығы ҡаҡшаған ирем ҡалды, ул мал-тыуарҙы ҡарай, балалар – студент. Тәүҙә Өфөлә эш эҙләнем, йәмәғәт транспортында кондуктор булырға ла мөмкинлек бар ине, уйланым-уйланым да Төмән өлкәһенә вахталағыларға ашнаҡсы булып йөрөүҙе ҡулайыраҡ итеп таптым. Башҡорт йәштәре лә байтаҡ ҡына. Күптәре юғары белемле. Ҡырға ла китмәҫ инем, балаларҙы уҡытырға аҡса кәрәк. Минеңсә, шулай ситтә эшләү – ваҡытлыса күренеш, тормош яҡшырмай ҡалмаҫ әле, түҙергә кәрәк.
Арсен ШӘРИПОВ, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты:
– Уҡыуҙы бөткәс, ҡайҙа яҡшы эш табам, шунда китәм. Маҡсатым – карьера баҫҡысынан үрләү. Әгәр сит илгә китеү мөмкинлеге булһа, баш тартмаясаҡмын. Бер башҡорт малайы, әйтәйек, ҙур һәм бай компанияла бүлек етәксеһе, идара башлығы булып китһә насармы ни? Үҙебеҙҙең “Роснефть”, ”Газпром”, “Роснано” кеүек билдәле компанияларға барып эләгергә лә ынтылыр инем. Бөтәһенә лә тыуған ауылда фермала ҡалырға тимәгән бит.
Ләйсән НИЗАМЕТДИНОВА, Мәскәү ҡалаһы:
– Мин әле тыуған яҡтарымдан алыҫта, әммә был мәңгелеккә шунда ҡалам тигән һүҙ түгел. Тәжрибә туплайым, әҙерәк капитал йыям әле. Унан Өфөгә ҡайтып, ресторан бизнесы асмаҡсымын. Улай ғына ла түгел, бер нисә туристик районда кафелар селтәрен булдырып, яҡташтарыма эш бирәсәкмен. Ҡайҙа эшләү мөһим түгел, минеңсә. Әлбиттә, гастарбайтерҙарҙың эш сифаты насар, тик арзан эш көсө булғанлыҡтан, уларҙы яллау яғын ҡарайҙар, тип ишетәм. Башҡортостанда ла ундайҙар күп икән, ә беҙҙең типһә тимер өҙөрҙәй ирҙәр ситкә китергә мәжбүр, тиҙәр. Бөгөн бер кем дә берәүҙе лә мәжбүри рәүештә эшкә ебәрмәй, аңлағыҙ, һәр кем үҙ теләге менән йөрөй.
Илүзә ҒӘЛИЕВА, сит илдәрҙең береһендә эшләп ҡайтҡан:
– Рәсәйҙә ауыр замандарҙа уҡ сығып киткәйнем. Күп йылдарым туғандарымдан, балаларымдан алыҫта үтте, үкенәм. Аҡсаны күп эшләүен-эшләнем дә ул, ҡыҙым менән улымды фатирлы ла иттем, тик иҫ киткес һағына торғайным. Шул һағышым нервыларға насар йоғонто яһаған, хәҙер сирҙән башым сыҡмай. Йәшлек менән ситтә йөрөһәң дә, ғаилә ҡорғас, бер урында, дөрөҫөрәге, тыуған яҡҡа яҡыныраҡ ерҙә төпләнеү мөһим. Беҙҙең башҡорт Башҡортостандан (аҫаба башҡорт ерҙәренән) алыҫ китһә, бигүк мандый алмай ул, ҡартайғас булһа ла йәнтөйәгенә ҡайта. Әйтергә теләгем шул: тәүҙә тыуған ерегеҙҙә нигеҙ ҡороғоҙ, өй һалығыҙ, унан һуң ваҡытлыса эшләргә китһәгеҙ ҙә ярай. Уның ҡарауы йортоғоҙ, ерегеҙ һәр саҡ һеҙҙе көтәсәк.