26 – 30 августа Әрмәнстанда
Үҙәк һәм Көнсығыш Европа викимедистарының конференцияһы булды. Уның эшендә Рәсәйҙән урыҫ, яҡут википедияларының вики-активистары, шулай уҡ Викимедиа фонды вәкилдәре, Башҡорт википедияһы вәкилдәре Денис Ейәнбәтов менән Ришат Сәйфетдинов ҡатнашты. Конференцияны ойошторған Әрмәнстан викимедиаһы ҡунаҡтарҙы тауҙарҙа урынлашҡан һәм хаҡлы рәүештә “Әрмән Швейцарияһы” тип аталған бәләкәй генә курорт ҡаласығы Дилижанда ҡабул итте. Уларҙы заманса ҡунаҡханаларға урынлаштырҙылар, ә сара үҙе Дилижан халыҡ-ара колледжында үтте. Был уҡыу йортона һуңыраҡ тағы бер туҡталырмын, ә әлегә конференцияның үҙе тураһында һөйләмәксемен.
Сараға Әрмәнстан викимедиаһы башлығы Сусанна Мкртчян старт биргәндән һуң, колледж биләмәһендә Википедияның айырым өлөштәрҙән йыйылған шар формаһында эшләнгән логотибына һәйкәл асылды.
Сығыштарҙан миңә бигерәк тә вики-йәмғиәттәр араһында һәм уларҙың эсендә килеп тыуған низағтарҙы хәл итеүгә арналған презентация көслө тәьҫир яһаны. Үкенескә ҡаршы, күрше төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың теге йәки был мәсьәләлә, шул иҫәптән уртаҡ мираҫ буйынса ла ыҙғышыуы – бөтөн донъя буйлап таралған күренеш, ә вики-йәмғиәттәр аныҡ йәмғиәт, аныҡ халыҡтың сағылышы булып тора. Быға тиклем низағтарҙы хәл итеү өсөн түҙемлек, ғәфү итә белеү һәм йөрәктең сафлығы кәрәк тип уйлаһам, презентацияла, әгәр кәрәкле белем һәм тәжрибә туплағанда, бигерәк тә психология өлкәһенән, аҡыл да был мәсьәләне хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә ала икәнлеген аңланым.
Шулай уҡ Википедияны мәғариф системаһында файҙаланыу тураһында презентация ла ҡыҙыҡлы булды. Бында гректар үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Мәктәп уҡытыусылары йыш ҡына Википедияны танырға һәм уны уҡыу процесында файҙаланырға теләмәй. Уларҙың фекеренсә, Википедия әҙер мәғлүмәт сығанағы булып тора һәм уҡыусыларға үҫергә мөмкинлек бирмәй: мәғлүмәтте шунан ғына күсереп алалар, уны баһаламайҙар, сығанаҡтарҙың дөрөҫлөгө тураһында уйламайҙар, йәнәһе.
Баҡтиһәң, быға ҡаршы миҫалдар ҙа бар икән. Википедия ярҙамында уҡыусыны уйланырға, мәғлүмәтте анализларға, төрлө сығанаҡтарҙы сағыштырырға һәм уларҙың дөрөҫлөгө тураһында һығымта яһарға, объектив критерийҙарға нигеҙләнергә, шулай уҡ үҙ фекереңде асыҡ итеп әйтеп бирергә, башҡалар менән аралашырға, изге күңелле булырға өйрәтергә мөмкин. Әгәр бер заман башҡорт мәктәптәрендә реферат урынына Википедияға яҙылған яңы мәҡәлә ҡабул итһәләр, мәҫәлән, тәбиғи фәндәр йәки тыуған яҡты өйрәнеү буйынса, был беҙҙең мәктәпте бик ныҡ үҙгәртер ине, моғайын.
Ҡыҙыҡлы ғәмәли эштәр төрлө илдәрҙәге вики-йәмғиәттәр менән яҡындан танышыу мөмкинлеген бирҙе. Урындарҙа йәмғиәттәрен киңәйтеү өсөн нимәләр эшләнеүе тураһындағы презентациялар иғтибарҙы йәлеп итте. Мәҫәлән, поляктар даими рәүештә тәбиғәткә сыға, белорустар иһә ауылдар буйлап йөрөй һәм ундағы халыҡҡа эшмәкәрлектәре тураһында һөйләй, ҡатнашырға саҡыра, бер үк ваҡытта география, тыуған төйәк, ауылдар тураһында мәҡәләләр яҙа.
Беҙгә Грузия википедияһы вәкилдәре килеп, мәҡәләләр менән алмашыу тәҡдимен яһаны. Йәғни беҙ Башҡорт википедияһында – Грузия һәм грузиндар тураһында, улар үҙҙәрендә Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында билдәле күләмдә мәҡәләләр яҙырға тейеш. Исемлек яҡтар тарафынан билдәләнә. Әлеге ваҡытта был проект буйынса Башҡорт википедияһында фекер алышыу бара. Минеңсә, бындай эшмәкәрлек ике яҡҡа ла файҙалы буласаҡ.
Сара уҙған колледжға килгәндә инде, ул 2014 йылда шәхси меценаттар аҡсаһына асыла. Уларҙың күпселеге Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә йәшәгән эшҡыуар әрмәндәр – исемдәре бинаға ингәндә иҫтәлекле таҡтаташҡа матур итеп яҙылып ҡуйылған. Уҡыу йортонда инглиз телендә халыҡ-ара белем бирелә. Ул түләүле һәм арзан түгел – бер уҡыу йылы өсөн 50 мең АҠШ доллары түләргә кәрәк. Шулай булһа ла, уҡыусылар донъяның төрлө төбәгенән йыйыла, Әрмәнстан һәм Рәсәй уҡыусылары өсөн айырым квоталар бар.
Китапханала байтаҡ китаптың урыҫ телендә булыуы ныҡ аптыратты. Шулай уҡ сит тарафтарҙа йәшәп тә, үҙенең тыуған ере, Ватаны тураһында хәстәрлек күреп, аҡса йыйып, шундай абруйлы уҡыу йорто төҙөгән эшҡыуарҙарҙың изге ғәмәле һоҡландырҙы. Беҙгә, башҡорттарға, уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк. Был сараны ойоштороу кимәленә лә ҡағыла. Әлбиттә, Әрмәнстан википедияһы – тәжрибәле, үҙаллы эшләп килгән йәмғиәт. Беҙгә лә ошондай өлгөргәнлеккә һәм үҙаллылыҡҡа ынтылыу ҡамасауламаҫ ине.
Ришат СӘЙФЕТДИНОВ,
Башҡорт википедияһының
юзер-төркөмө ағзаһы.