Өлкәндәрҙең рәхмәте – мең бәрәкәт30.09.2016
Өлкәндәрҙең рәхмәте – мең бәрәкәт Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмил­лә­һир-рахмәнир-рахим!
Иншаллаһ, иртәгә – Өлкән йәштәгеләр көнө. Ошо уңайҙан ололарҙы ихлас күңелдән ҡотлап, уларҙың Аллаһ Тәғәләнең рәхмә­тенә өлгәшеп, һау-сәләмәт булыуын, балала­рының изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныс­тарын күреп йәшәүен теләйем. Ҡартлыҡтың шатлыҡ икәнен раҫлап ғүмер итәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!
Өлкән быуын һәр заманда ла тормошто алып барыусы, юл күрһәтеүсе булған. Уларҙың аң-зиһене, аҡылы, ҙур тәжрибәһе мөһим мәсьәләләрҙе яйға һалыуға хәл иткес өлөш индергән. Быны, әл-хәмдү лил-ләһ, яңы заман йәмғиәте лә яҡшы аңлай. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа ағинәйҙәр эшмәкәрлегенең киң йәйелдерелеүе – ошоға аныҡ дәлил. Боронғо ваҡыттағы кеүек аҡһаҡалдар ҙа әүҙем булһа, өлкәндәрҙең кәңәш-фекере киңерәк майҙанда ишетелер ине.
Аллаһ Тәғәлә тарафынан оҙон ғүмер насип ителгән берәүҙе лә ҡартлыҡ урап үтмәй. Ғүмерҙең “уңыш йыйыу” мәле муллығы менән ҡыуандырһын өсөн һәр кем йәштән әҙерлә­нергә тейеш. Хаҡ юлдан барған, тыйылған ғәмәлдәрҙән ситтә торған, күңеле таҙа булған, сәләмәт тормошҡа ынтылған кеше ҡартлы­ғындағы төп бәхеткә һуҡмаҡ һала. Өҫтәүенә ул ғаилә ҡороп, халҡының, милләтенең киләсәген ышанып тапшырырлыҡ белемле, әҙәпле-әхлаҡлы балалар үҫтерергә, ул-ҡыҙҙарының күңелендә иман, рух, тыуған ергә, өлкәндәргә ҡарата ихтирам-хөрмәт һәм башҡа күркәм тойғолар тәрбиәләргә тейеш. Кешелек бурыстарын атҡарған әҙәм балаһының ҡартлығы, һис шикһеҙ, бәхеткә күмелер.
Өлкәнәйгән һайын күңел нескәрә, баланы­ҡылай йомшаҡҡа әйләнә, иғтибар көтә. Ошоно иҫтә тотоп, ололарға йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерергә, ҡәҙер-ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ҡайһы берәүҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны аҡса менән хәл итергә тырыша. Йәнәһе, ҙур ярҙам күрһәтә. “Өлкәндәрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәт­ләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты булһын”, — тигән был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ололарға һүҙ, эш аша ихтирам-хөрмәт күрһәтеү, изгелекле булыу — йәштәрҙең төп кешелек бурысы. Уларҙың ризалығын алыу, ҡәнәғәтлегенә өлгәшеү һәр кемдең тормошона бәрәкәт бирер. “Ғибәҙәтте Аллаһ Тәғәләгә ҡылығыҙ һәм ата-әсәгә изгелек итегеҙ. Улар янығыҙҙа йәшәп ҡартайһа, һис бер заман “уф!” тип әйтмәгеҙ, гелән матур, яғымлы һүҙле булығыҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Һәммәбеҙгә лә ошо әмерҙе үтәп, өлкәндәрҙең фатихаһында йәшәргә яҙһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад