Изгелек өләшергә ашыҡты30.09.2016
Изгелек өләшергә ашыҡтыЯҙмыш кешеләрҙе сәбәпһеҙ осраштырмай, тиҙәр. Кемдәндер үрнәк йә ғибрәт алаһың, икенселәрҙән тәжрибә туплайһың, өсөнсөләрҙең хатаһын ҡабатламаҫҡа тырышаһың, дүртенселәргә күңелеңдәген асып һалаһың... Эйе, әҙәм балаларының тормош юлын киҫештереп, уларға бер-береһенең өлгөһөндә йәшәргә өйрәтә Раббыбыҙ.

...Студент ваҡыттың тәүге айы. Йөҙҙән ашыу кешелек курсыбыҙҙа – дүрт төркөм. Күбебеҙ әлегә бер-береһен танып бөтмәй, шуға айырым-айырым аралаша. Ә бына дүртенсе урыҫ-баш­ҡорт төркөмөндәге Гөлсөм Яубаҫаро­ваны бөтөнөһө лә белә: ғәжәп етеҙ, ҡыҙыҡһыныусан, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән ихлас Бөрйән ҡыҙы, гүйә, араларҙы дуҫлыҡ ебе менән тиҙерәк тоташтырырға ашыға...
Уҡыуҙы тамамлап, төрлө яҡҡа тара­лышҡас та күберәк Гөлсөм аша бер-беребеҙҙе яңынан табыштыҡ, хәлебеҙҙе белешеп торҙоҡ. Һис кемдең яҙмы­шына битараф булмаған оло йөрәкле курсташыбыҙ ауыр саҡта гелән ярҙам итергә әҙер торҙо, яҡшылыҡ, изгелек орлоҡтары сәсергә ашыҡты...
Эйе, тормошто, кешеләрҙе ярат­ты Гөлсөм. Бер ҡасан да уфтанманы, зарланманы. Аҡ күңеле аша тирә-йүнгә йылмайып баҡты. Оҙаҡ йылдар Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләүе лә тәбиғәттән һалынған холҡона – башҡаларҙы ҡурса­лар­ға теләүенә, сыҙамлы­лығына, ихтыяр көсөнә – бәйле булғандыр.
Тыуған яғын һөйҙө Гөлсөм. Йыраҡ тип тормайынса, тиҙ генә ҡайтып әйләнер ине. Һуңғы юлында ла изге ерен, һөйөклө ата-әсәһен, яҡында­рын күреүҙән күңеле бөтәйеп, Өфөгә ашҡынғандыр...
Эйе, ҡыҫҡа булды ғүмере ҡәҙерле курсташыбыҙҙың. Шул арала әллә күпме изгелек, яҡшылыҡ өләшеп өлгөрҙө ул. Яҙмышыбыҙҙың ошондай яҡты күңелле кеше менән бәйле булғаны өсөн Гөлсөмдөң һөйөклө ата-әсәһенә, туғанда­рына рәхмәт белдерәбеҙ, уларҙың, шулай уҡ мәр­хүмәнең иренең, берҙән-бер ҡәҙерле ҡыҙының оло ҡайғыһын ур­таҡлаша­быҙ, барыһына ла сабырлыҡ, именлек теләйбеҙ.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы башҡорт филологияһы факультетының 1998 йылғы сығарылыш студенттары.


Вернуться назад