Шайморатовты кем үлемгә ебәргән?22.03.2012
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен биреүҙе һорап, һуңғы осорҙа күп яҙалар. Иосиф Сталин үҙе генералдың башына еткәндер, моғайын. Билдәле булыуынса, Шайморатов 1935 — 1940 йылдарҙа Ҡытайҙа була. Шул осорҙа был илдә күренекле хәрби эшмәкәр, һуңынан Гитлерға һатылған Власов та хеҙмәт итә. Сталин Шайморатов шул һатлыҡ йәндең танышылыр тип уйлай һәм унан ҡотолоу өсөн кавалерия корпусын үлемгә ебәрә, минеңсә.
Советтар Союзы Геройы тигән исем 1934 йылда булдырыла. Бындай исемде бирергә хәҙер СССР юҡ. Шайморатов генералға бөгөн Рәсәй Геройы исемен юллау нисектер юридик яҡтан тура килмәй.
Миңлеғәле Шайморатов — башҡорттарҙың батыры, уға тағы ла ниндәйҙер исем биреү кәрәк тә түгел.
Ул 1924 йылдан бирле коммунист булған, Совет власына ант иткән һәм уға тоғро ҡалған. Хәҙер был власть та, Советтар Союзы ла юҡ. Шуға күрә Шайморатовҡа ниндәйҙер исем биреү тураһында һүҙ ҡуҙғатыу урынһыҙ, тип уйлайым.
Рифат ӘХМӘҘИЕВ,
Совет офицерҙары союзы ағзаһы.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад