Кәрәҙҙәргә тултырылған ҡояш нуры30.09.2016
Кәрәҙҙәргә тултырылған ҡояш нуры Урмандарға, тиҫтәләгән төр сәскәгә күмелгән болон-туғайҙарға бай Яңауыл яҡтарында халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө – ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн йомарт тәбиғәт уңайлы шарттар тыуҙырған. Бөгөн районда 50-ләп ҡорт баҡсаһы, 10 меңдән артыҡ умарта бар. Август мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда, төбәктә 900 центнер бал алынған.

Ҡортсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнеү башлыса шәхси ихаталарға тура килә. Ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең һигеҙ меңгә яҡын умартаһы бар. Яңауыл ҡалаһының үҙендә көн күргәндәр иҫәбендә улар 855 күс тәшкил итә. Ауыл Советтары буйынса ҡара­ғанда, иң күп умарта Яңы Артауылда теркәлгән – 1671 баш, артабан Ямаҙыла – 870. Первомайскийҙа 760 умарта хужаларын татлы ризыҡ менән тәьмин итә.
Крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтары өлөшөнә 880 умарта тура килә. Иң күп ҡорт тотоусылар булып Айҙар Имамов, Нәрфис Мостафин, Исмаил Алиевтар һанала. Райондағы ауыл хужалығы предприятиеларында 334 баш умарта булып, улар “АгроМ”, “Ураҙы агрофирмаһы” һәм “Стандарт” йәмғиәт­тә­рендә.
Ҡортсолоҡ менән шөғөл­ләнгәндәрҙе дәртләндереү йөҙөнән ҡаланың үҙәк май­ҙанында йыл һайын Бал байрамы үткәрелә. Умартасылар унда үҙҙәре етештергән шифалы ризыҡты һатып ҡына ҡалмай, һөнәрҙәштәре менән тәжрибә уртаҡлаша. Мәҫә­лән, быйылғы ошондай сарала 50-нән ашыу ҡортсо бик ихлас ҡатнашты. Улар ха­лыҡҡа өс литрлы банкала 1500-ҙән 2300 һумға тиклем баһаланған бал менән бергә ҡортсолоҡтоң башҡа төр тауарҙарын да тәҡдим итте. Прополис, һитә, инә ҡорт һөтө күптәр өсөн бик тә кәрәкле булып сыҡты.
Умартасылар әйтеүенсә, дөйөм алғанда, быйыл тө­бәктә балдың сығышы насар булмаған. Шулай ҙа үткән йылдар менән сағыштыр­ғанда уңыштың аҙыраҡ булыуын билдәләгәндәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Булатйылға ауылынан Рәйеф Яхин бер умартанан уртаса 20-шәр килограмм бал алған, тәбиғәт шарттары уңай килгәндә, был күрһәткес 30-40-ҡа ла етә икән. 200 башҡа яҡын умар­таһы булған ҡортсо татлы ризыҡты алыҫ Себер тарафтарына ла алып барып һата икән.
Юсыҡ ауылы йүнселдәре Гөлназ менән Фиҙәрис Абзаловтар иһә 80 баш умарта тота.
– Көслө күстәр уртаса 30-ар килограмм бал бирҙе, уңыштан бик тә ҡәнәғәтбеҙ, – тине Гөлназ ханым. – Ҡорт­тар әлегә йорт яны биләмә­һендә, яҡын киләсәктә ҡур­тымға ер алып, умарталыҡ булдырырға ниәтебеҙ.
Иҫке Көйөк ауылы умар­тасыһы Динар Фәттәховтың “нескә билдәре” 50 күстән артып киткән. Балсы шөғөлө уға атаһынан күскән, урта мәктәптән һуң Өфө райо­нындағы Михайловка һө­нәрселек училищеһында бал ҡорто тотоу серҙәренә ныҡ­лап өйрәнгән. Әрме хеҙмә­тендә йөрөп ҡайтҡас, тиҫтә ярым йыл урындағы колхозда умартасы булған. Күмәк хужалыҡ тарҡалғас, үҙаллы эшкә тотонған.
– Балымды һәр йыл һа­йын, маҡтай-маҡтай, бер үк кешеләр ала. Тиҙ арала һа­тылып та бөтә, – тине Динар Фәнис улы. – Яңауылдан тыш, яҡындағы Нефте­кама­лағы йәрминкәләргә лә алып барам татлы ризыҡты. Кил­гән табыш үҙемә етеп тора, тырышһаң, умартасылыҡ – бик тә табышлы тармаҡ ул.
Бал етештереүсе әйтеүен­сә, тирә-яҡ ауылдар халҡы араһында ҡорт ҡараусылар йылдан-йыл арта бара. Урман эсендә тиерлек йәшәгәс, был кәсеп менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар бар.






Вернуться назад