Әсә тураһында йыр30.09.2016
Әсә тураһында йыр Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев IV Халыҡ-ара “Бөйөк дала тауышы” радиофестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Ул “Ана туралы жыр” ҡаҙаҡ халыҡ йырын башҡарып, “Яңы исем” номинацияһында беренсе урынға сыҡты.

Ошо көндәрҙә “Казмедиа орталығы” киноконцерт залында фестивалдең гала-концерты булды. “Бөйөк дала тауы­шы” еңеүселәрен бүләкләү тантана­һы “Ҡаҙағстан” милли телеканалын­да күрһәтелде, уны ошо каналдың сайтынан да ҡарарға мөмкин.
Был радиофестиваль – Ҡа­ҙағстан радиоһы проекты. Ул музыка аша дәү­ләт телен пропагандалай. Сара 2012 йылдан алып уҙға­рыла. Конкурс поло­же­ниеһына ярашлы, ҡат­на­шыу­сылар ҡаҙаҡ йырын йә иһә ҡаҙаҡ телендә үҙ хал­ҡы­ның йырын баш­ҡарырға тейеш. Радио тың­лаусы­лар конкурс­тың сай­тында еңеү­селәрҙе бил­дәләй.
Быйыл тауыш би­реү­селәр һаны бер миллиондан ашты. Ике аҙна да­уамында фи­налға сыҡ­ҡан при­зер­ҙар асыҡланды. Ҡа­ҙағстан, Төркиә, Рәсәй, Украина һәм Бе­лоруссиянан 60 йырсы ҡат­нашты. Улар араһынан 16 еңеүсе һайлап алынды.



Вернуться назад