Өфө – ГАЛЛЕ ДУҪЛЫҒЫН НЫҒЫТЫП30.09.2016
V Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезының нәҡ Өфөлә үтеүе оло мәғәнәгә эйә – Башҡортостан был йәһәттән Рәсәй төбәктәренә һәр саҡ өлгө һанала.
Конгресс-холл фойеһында “Ағиҙел” Башҡортостан халыҡ кәсептәре предприятиеһы бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторғайны.
Рәсәй кадастр инженерҙарының милли палатаһы президенты Виктор Кислов әйтеүенсә, форумда етди мәсьәләләр күтәрелә, киләсәккә уй-пландар билдәләнә, тәжрибә туплау өсөн бындай аралашыуҙар бик кәрәк. Шулай уҡ ҡунаҡ Өфөнөң күркәмлегенә лә һоҡланыуын йәшермәне.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов республика етәкселеге исеменән сығыш яһаны. Вице-премьер сараның фекер алышыу өсөн бик тә уңайлы майҙансыҡ булыуына баҫым яһаны.
Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков белдереүенсә, эшмәкәрлектәренең тәүге йылдарында ниндәйҙер икеләнеү, хатта хәүефләнеү кеүек тойғо булһа, ваҡыт үтеү менән ул юҡҡа сығып, хәҙер эштәрҙең йылдамлашыуын күрәбеҙ.
Игорь Михайлович бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Почет грамоталары тапшырҙы.
Германия кадастр инженерҙары ассоциацияһынан вәкил, кадастр инженеры Клеменс Кипке Рәсәй кимәлендәге бындай мөһим сарала ҡатнашыуын оло мәртәбәгә тиңләне.
– Өфө менән Галле туғандаш ҡалалар һанала, яҡтар араһында дуҫлыҡ бәйләнеше булдырылған, – тине ул. – Әллә күпме егет һәм ҡыҙ беҙҙә белемен арттырған шикелле, Германия студенттары ла Рәсәйҙә уҡый. Минеңсә, заман әле айырыуса ике йүнәлештә – техник яҡтан һәм хоҡуҡ белеме буйынса ғилемле булыуҙы талап итә.