Ҡаруанһарай – милләтебеҙ ҡото30.09.2016
Ҡаруанһарай –  милләтебеҙ ҡото Быуат башы һайын халҡыбыҙ яҙмышында хәл иткес мәлдәр теркәлә. Уларҙың һәр береһендә, Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән, милләтебеҙ үҙенең данлы, шанлы үткәненә тоғро ҡалып, лайыҡлы рәүештә яңы тарихи битен яҙа.
XXI быуатта башҡорттар Каруанһарайҙа сираттағы ҡоролтайын уҙғарғаны һәм Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеү тантаналарын билдәләй башлағаны, тип инер, моғайын, был көндәр тарихҡа. Сыуаҡ көҙҙөң нурлы көнөндә Ырымбур өлкәһенең Каруанһарай мәсетендә доғалар ҡылып башланған сара артабан “Каруанһарай – Башҡортостан дәүләтселеге бишеге” “түңәрәк өҫтәл”ендә дауам итте.







Шәйехзада БАБИЧ


Олуғ шатлыҡ

Яңғырап, шаулап сыҡҡан
шатлыҡ йырын
Фәрештәләр һөйөнөп тыңлаһын.
Шатландырҙың, тәңрем, һибеп нурың,
Башҡортостан халыҡ донъяһын.

Ябраил мәләк, елпеп ап-аҡ ҡанат,
Осоп йөрөһөн Башҡортостанда.
Хәбәр бирһен тиеп: “Булдың азат!
Сыҡтың йәмле, гөллө бостанға”.

Азат булды ғәзиз Каруанһарай,
Азат булды барлыҡ ерҙәрең…
Йырлап ебәр һөйөнөп, уйнап ҡурай,
Сыҡһын тиҙерәк шатлыҡ йырҙарың.

Теләктәрең алға килеп тора,
Азатлыҡҡа ошо ғәләмәт.
Инеп тора “дәүләт”, ҡунып тора,
Киләсәгең яҡты, сәләмәт…

“Бәхет ҡыҙы” матур йөҙөн асып,
Һиңә табан көлөп боролдо…
Шатлан, уйна, һикер ярһып-ярһып!
Күпме шатланһаң да урынлы…

Үләм… Ташам… Тормайым,
ашам күккә…
Үкенмәйем инде үлһәм дә…
Үкенмәйем инде тыуған йортҡа
Күкдин ҡарап көлөп торһам да…

Ҡаруанһарай –  милләтебеҙ ҡотоУҙған быуаттың 90-сы йылдары. Беҙ ул ваҡытта студент инек. Башҡорттоң аҫыл улдары, Ырымбурға барып, Каруанһарайҙы милләтенә кире ҡайтарып биреү маҡсатынан митингтар ойоштороп йөрөнө. Кем белә, бәлки, ныҡышмалылыҡ етмәгәндер, бәлки, зыялыларҙың янып-ярһып талап итеүен ишетергә теләгәндәр табылмағандыр, әммә 1837 – 1846 йылдарҙа Ырымбурҙың хәрби губернаторы В. Перовскийҙың ҡарары менән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн белем алыу, туҡталыу урыны – милли йорт булараҡ һалынған Каруанһарай, йөрәктәрҙе әрнетеп, ситтә ҡалғандай. Йөрәктәрҙе әрнетеп, сөнки был бинаны, тарихи ҡомартҡыны, ҙур архитектура комплексын төҙөү өсөн башҡорт халҡының төрлө кантондарынан күп һанлы халыҡ ҡатнаша, аҡса йыйыла. В. Перовский уны хатта тәғәйен башҡорттар өсөн һалдыра. Үҙенең янында беҙҙең ҡурайсыларҙы йөрөткән, милләттең ғәмен һәм хәстәрен тойған хәрби губернатор башҡорттарға бик ыңғай ҡарашта була. Юҡҡамы ни уны үҙ күреп, милләтебеҙҙең бейеү сәнғәте өлгөләре араһында сағыу бейеүҙәр, йырҙар һаҡлана.


Ул – Башҡорт йорто

Ситтә ҡалғандай, тинем, сөнки территориаль яҡтан уҙған быуатта уҡ Каруанһарай Рәсәйҙең башҡа өлкәһендә ҡалһа ла, уны бер башҡорт та хәтер ебенән, күңеле сәхифәһенән ысҡындырмағандыр, сөнки был төбәктә меңдәрсә милләттәшебеҙ йәшәй, милләт рухы һаҡлана.
Ырымбурға барған һайын, һырылған Каруанһарайҙы күреп, эс бошоп ҡайтып китә торғайныҡ. Был юлы беҙҙе ул асыҡ сырай менән ҡаршыланы, ишек алдынан уҡ башҡорт кейемендәге апайҙарҙың: “Һаумыһығыҙ, милләттәштәр!” – тип сәләмләүе үҙе ни тора ине. Ихлас халыҡ инде беҙ!
Яңыраҡ Ырымбур ҡалаһында Башҡорт­остан Республикаһы ойошторолоуға – 100, Каруанһарай төҙөлөүгә 170 йыл тулыу уңайынан Башҡортостан Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ырымбур өлкәһе хакимиәте тарафынан ойошторолған сарала йәнә лә халҡыбыҙ күңелендәге милли тойғоноң, көл өҫтөндәге ҡуҙ һымаҡ, дөрләп тоҡанырға ғына әҙер тороуын тойоп ҡайттыҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишем­ғолов, “Каруанһарай” тарихи-архитектура комплексы бинаһында “Каруанһарай” – Баш­ҡортостан дәүләтселегенең бишеге” темаһына арналған “түңәрәк өҫтәл”де асып, ырымбурҙарҙы ғына түгел, тотош Баш­ҡортостан халҡын олуғ байрам менән тәбрикләне. “Хөрмәтле милләттәштәр, белеүегеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин “Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, бына бөгөн беҙ тап Башҡорт автономияһы ойошторолған төбәктә – Ырымбур ерендә ошо танта­наларҙы башлайбыҙ, тиһәк тә була. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ РСФСР составында тәүгеләрҙән булып ойошторолған автономиялы республика ғына түгел, ә килешеү нигеҙендә төҙөлгән берҙән-бер субъект”, – тине, сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән тәбрикләп. Байрам тантанаһында шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Аппа­ратындағы социаль сәйәсәт департа­ментының мәҙәниәт һәм архив эштәре мөдире Илһам Фәтҡуллин, Ырымбур өлкәһе губернаторы һәм Хөкүмәтенең эске сәйәсәт аппараты идаралығының консультанты Фәрит Абдразаҡов ҡатнашты.
Тарихсы, олуғ ғалим Марат Ҡолшәрипов­тың сығышы һәр кемдә тәрән ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғалим, һәр ваҡыттағыса, тарихи факттарға таянып, Башҡортостан Республикаһы, башҡорт халҡы яҙмышына ҡағылышлы ваҡиғалар хаҡында берсә тәрән борсолоу, шул уҡ ваҡытта хәҡиҡәттең үҙе кеүек булған, үткәндәрҙәге үҙгәртеп булмаҫлыҡ аргументтарҙы иҫкә төшөрҙө.
– 1998 йылдың мартында “Профиль” журналында бер авторҙың туҙға яҙмаған мәҡәләһе донъя күргәйне. Унда Зәки Вәлиди хаҡында бына нимәләр яҙылған: “Ул башҡорт күсмәндәре араһынан сыҡҡан белеме урта быуаттар кимәлендә булған кеше... ул ҡырағай күсмәндәр араһында берҙән-бер интеллектуал һәм үҙенең күсмә тормош алып барған халҡын демократия һәм федерализм – Европа дәүләт мәҙәниәте менән бәхетле итергә тырышҡан...” Быны нисек аңларға? Исеме донъя кимәлендә билдәле ғалимдың, бөйөк ойоштороусының кемлеген белмәйҙәр булып сыға. Ә бит ул тап Рәсәй федерализмы башында торған. Был хаҡта мин бик күп яҙҙым һәм сығыш яһаным. Әйткәндәй, Башҡортостан автономияһы 1919 йылдың 23 мартында түгел, ә 1917 йылдың ноябрендә үк иғлан ителгән була. Шул уҡ йылдың июлендә тап ошо йортта тәүге Башҡорт ҡоролтайы уҙғарыла. Йәнә шуға иғтибар итергә кәрәк: уларға делегаттар кантондарҙа тауыш биреү юлы менән һайлана. Был да ҡоролтайҙың легитим йыйын ойоштороуы тураһында һөйләй. Ул съездарҙа иң тәүҙә территориаль автономия хаҡында һүҙ алып барыла. Тарихҡа билдәле булған 1-се Фарманға ярашлы, башҡорттар, ғөмүмән, нейтралитет иғлан иткән. Петроград та Башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә тыныс ҡарай, сөнки ул Совет власының 1917 йылдың 2 ноябрендә ҡабул ителгән “Рәсәй халыҡтары хоҡуҡтары декларацияһы”на ҡаршы килмәй. Хатта Башҡорт автономияһы хаҡында 22 ноябрҙә “Правда” гәзитендә мәғлүмәти характерҙағы мәҡәлә баҫылып сыға.
Әлбиттә, Дутов власҡа килгән осорҙа Ырымбурҙа ысын мәғәнәһендә граждандар һуғышы башлана. Башҡорт хәрәкәтенең әүҙем ағзалары Ғ. Иҙелбаев, Ғ. Мағазовты большевиктар ата. Хәйер, был хаҡта оҙаҡ һөйләргә була.
Республика көнө тип иғлан ителгән датаға ҡарата түбәндәге факттарҙы әйтеп китеү мөһим. Үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте араһында Башҡортостан Совет автономияһы тураһында килешеүгә 1919 йылдың 20 мартында ҡул ҡуйыла. Уға Рәйес В. Ленин, Бөтә Рәсәй ВЦИК рәйесе вазифаһын башҡарған И. Владимирский, милләттәр буйынса нарком И. Сталин, ВЦИК секретары А. Енукидзе һәм башҡорт делегацияһы исеменән А. Ҡулаев, М. Халиҡов, А. Бикбов ҡул ҡуйған. Килешеү тексы 23 мартта “Известия ВЦИК” гәзи­тендә баҫылып сыҡҡан, – тип һөйләне ул.
Марат Мәхмүт улы – башҡорт милли хәрәкәте тарихын һәм З. Вәлидиҙең ошо ваҡиғалағы ролен яҡтыртҡан атаҡлы ғалимдарыбыҙҙың береһе. Шуға күрә Ырымбурҙа үткән сараларҙа уның ҡатнашыуы байрамға мәртәбә бирә, төҫ өҫтәй. Марат Ҡолшәриповтың тарихи ҡылысы ла ҡынында ғына, үҙе башҡорт милли хәрәкәт тарихын тәрән өйрәнгән ғалим булараҡ, ул журнал-гәзиттәрҙә генә баҫылған түгел, кеше ауыҙынан сыҡҡан уйҙырмаларға ла юл ҡуймай.
Сарала тарихсыларҙың ҡатнашыуы уның мәртәбәһен арттырыу менән бергә тарихи ысынбарлыҡты яңынан күҙ алдына баҫтырырға ла ярҙам итте. Китап палатаһы директоры, урта быуын тарихсыларынан Азат Ярмуллин “Каруанһарай”ға бәйле ваҡиғаларҙы бәйән итеп, түбәндәгеләрҙе өҫтәне: “16 ноябрҙә Каруанһарайҙы Башҡорт мәркәз шураһы үҙ ҡулына ала һәм бинаны һаҡлауҙы Мосолман полкына ҡуша. Шул уҡ көндә Ырымбурҙың распределительный комитетына хәбәр итә: “С 16 ноября Башкирский Областной Совет с согласия губернского комиссара, вступил в фактическое владение Караван-Сараем и охрану его поручил Мусульманскому военному комитету.
Поэтому Совет просит Губернское присутствие Караван-Сарай исключить из списка казенных имуществ и считать собственностью башкир”.
Шулай итеп, көтмәгәндә башҡорт халҡы ике изге маҡсатына ирешә: Баш­ҡортостан ерле мөхтәриәте иғлан ителә һәм Каруанһарай башҡорттар ҡулына күсә. Милли хәрәкәттең уртаһында ҡайнап йөрөгән мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич, бөтөн хистәрен һалып, ошо ике ҡыуаныслы ваҡиғаға бағышлап, “Олуғ шатлыҡ” исемле шиғырын яҙа. 3-сө Дөйөм башҡорт ойоштороу ҡоролтайы 1917 йылдың декабрендә Каруанһарай бинаһында тантаналы рәүештә үтә.
Унда Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан иғлан ителгән Башҡортостан мөхтәриәте раҫлана, беренсе милли хөкүмәт ойошторола. Ҡоролтай 8-енән алып 20 декабргә тиклем эшләй. Ошо ваҡыт эсендә мөһим мәсьәләләр ҡарала: Башҡортостан автономияһының сиктә­рен билдәләү, эске идара, ер мәсьәләһе, иҡтисад, халыҡ мәғарифы, дини идара, финанс мәсьәләләре, ғәскәр һәм милиция төҙөү, Башҡортостандың юғары һәм урындағы власть органдарын ойоштороу эше.
Шулай итеп, Каруанһарайҙа Башҡорт­ос­тан дәүләтселеге тыуа. Бина Баш­ҡорт­остан хөкүмәтенең резиден­цияһына әүерелә. Әммә Бабич яҙғанса “Олуғ шатлыҡ” дәүере бик ҡыҫҡа була. Шағир уйлағанса, милли мөхтәриәт яулау эше еңел генә бирелмәй, үкенескә ҡаршы. 1918 йылдың ғинуарында Ырымбур ҡалаһы большевиктар ҡулына күсә... Шулай ҙа заманалар үҙгәрә тора, бына бөгөн беҙ Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә данлыҡлы Каруанһарайҙа уның 170 йыл­лығын билдәләйбеҙ”.
Тарихсы Зәкирйән Әминев, башҡорт халҡының бик алыҫ йылдарҙағы тарихын иҫкә төшөрөп, боронғо дәүерҙәрҙәге баш­ҡорт дәүләте хаҡында тарихи сығанаҡтарҙа мәғлүмәттәр һаҡланыуын, Башҡорт авто­номияһын төҙөүгә башҡорт зыялылары бер көндә генә түгел, ә быуаттар буйы ошо рәүешле йәшәү һөҙөмтәһендә килеүен раҫланы. Йәнә сығыш яһаған Ырымбурҙың тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр Фәнил Ишбулатов та, Фәрит Нәҙершин да ҡаланың барлыҡҡа килеүе, Каруанһарайҙың башҡорттар тормошонда тотҡан урынын билдәләне. “Түңәрәк өҫтәл”де алып барыусы, сығышы менән Ырымбур егете Нурислам Ҡалмантаев та ҡыйыу фекерҙәре менән ҡыуандырҙы:
– Каруанһарай башҡорттар, мишәрҙәр, хатта ҡаҙаҡтар ярҙамында төҙөлгән, тиеүселәр ҙә бар. Дөрөҫөн әйтеп, доку­менттарға таянып һөйләргә кәрәк, йәмәғәт. Был архитектура ҡомартҡыһын һалыу өсөн 808 мең һум аҡса йыйыла ул ваҡыттағы иҫәп буйынса, шуның 806 меңен – башҡорттар, ҡалғанын мишәрҙәр һәм бер ҡаҙаҡ ханы бирә. Һандар үҙе үк кемдәр күп көс түккәнен әйтеп тора. Етмәһә, ҡом, таш ташып, төҙөлөштә ҡатнашып, һуңғы малын һуйып, шулай ризыҡ алып килеп һәм башҡа төрлө ярҙам итеүселәр ҙә күп булған. Ғөмүмән, Каруанһарай төҙөү хаҡында указ сығыу менән башҡорттар был эшкә бик ихлас тотона, сөнки В. Пе­ровскийҙың быны уларға булған хөрмәт йөҙөнән башҡарғанын беләләр. Шуға күрә Өфөнөң берәй паркына, аллеяһына уның исемен биргәндә, һис насар булмаҫ ине, – тип тамамланы ул фекерен.
Ҡаруанһарай –  милләтебеҙ ҡотоБашҡортостан Диниә назараты рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Дин комиссияһы етәксеһе Айнур Арыҫланов үҙ сығышында ошо ерҙәрҙе яулап алыу өсөн көрәштә ата-бабаларыбыҙҙың һәләк булыуы, халҡыбыҙ һәр заман иманға һыйынып йәшәүе, Зәйнулла ишан хәҙрәт милләтенә дөрөҫ юл күрһәтеүе хаҡында ихлас һөйләгәндә күптәрҙең күҙенә йәш тулды.
Сарала “Латифа” артстудияһы директоры Эльза Ҡотлобаева мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү алымдары хаҡында һөйләп үтте.
Бөгөн “Каруанһарай”ҙа башҡорт йәмәғәтселегенең эшен ойоштороусылар – урындағы “Каруанһарай” мосолман дини ойошмаһы етәксеһе Гөлимә Сәлихйән ҡыҙы Жангабилова һәм “Каруанһарай” мәсете имам-хатибы Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев. Гөлимә Сәлихйән ҡыҙы үҙ сығышында тәү сиратта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, Башҡортостан Хөкүмәтенә “Каруанһарай”ҙа реконструкция уҙғарыу өсөн 10 миллион һум аҡса бүлгәндәре өсөн олуғ рәхмәтен еткерҙе:
– Беҙ бинаның бер ерен дә үҙгәртмәнек, бер еренә лә хилафлыҡ килтерергә тырышманыҡ. Ул төҙөлгән дәүерендә нисек булған, шул килеш тергеҙелде. Каруанһа­рай­ҙа эш башланыу менән урындағы халыҡ та килеп, хәлде һорашып торҙо. Хатта ағас ултыртҡан саҡта Каруанһарай өсөн алғанды белеп, өҫтәп бирҙеләр. Беҙ бында элек үҫкәндәрен дә йолҡоп ташламаныҡ, ә буяп, үҙенә күрә бер экспонат итеп һаҡлайбыҙ. Беҙгә һәр мөйөш ҡәҙерле. Ырымбур башҡорттарының рухын күтәргәне өсөн Башҡортостаныма рәхмәт.
Әмир Миңләхмәт улы, архивтарҙа ултырып, беҙ Каруанһарайҙың архитектура проектын эшләнек. Бына ошо тарихи документты, рәхмәт әйтеп, һеҙҙең ҡулға бирәбеҙ. Башҡорттар йәшәгән һәр ерҙә кем теләй, әйҙә, шунда тергеҙһен яңынан Каруанһарайҙы! – тине ул, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловҡа тарихи документты тапшырып.
Дөрөҫөн әйткәндә, хөрмәтле гәзит уҡыу­сылар, күҙгә йәш эркелде. Каруанһарай Баш­ҡортостанға ҡайта! Бер ҡатындың эске ниәте, халҡы тарихына мөхәббәте ана ниндәй ҙур эштәрҙең һөҙөмтәһенә алып килгән. Ана шулай һәр беребеҙ халҡыбыҙ яҙмышына изге ниәтле булһаҡ ине. “Каруан­һарай” мәсете имам-хатибы Хөр­мәтулла хәҙрәт Буранбаев киләсәктә бында халҡы­быҙ сәфәр ҡылыр изге урындарҙың береһе булыр тип өмөт итә.
Ә уны реконструкциялауҙа ҙур ярҙам күрһәткән “Нефтегазсервис” йәмғиәте директоры Әнүәр Бикмырҙинға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Ошонда уҡ резолюция ҡабул ителде. Уға ярашлы, яҡын киләсәктә “Каруанһарай” тарихи-архитектура комплексында башҡорт ойошмаларына, китапханаһына урын бүлеү, ошо төбәктә тыуған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү һәм башҡа милли проекттар хаҡында әйтелә. Был хаҡта гәзитебеҙ аша таныштырып барырбыҙ, Аллаһ насип итһә. Юридик яҡтан да “Каруанһарай”ҙы мил­ләтебеҙҙеке итергә яҙһын.


Туған телде уҡытыу ата-әсәнән тора

“Түңәрәк өҫтәл”дән һуң Ырымбур дәүләт филармонияһында Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайының ошо төбәккә ҡараған ағзалары менән киңәйтелгән ултырышы башланды. Ул арала филармонияға ингән ерҙә “Любизар” хәрби-патриотик клубы вәкилдәре ҡурай моңо, уҡ-һаҙаҡ менән таныштыра, уларҙың милли кейемдәре әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора. Танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты ла халыҡ һырып алған. Ошо төбәк ҡыҙы Фәниә апай Дауытова өр-яңы йырҙарынан торған дискын һәм китабын алып килгән. Башҡортостандың Милли музейы, З. Биишева исемендәге ”Китап” нәшриәте, “Ағиҙел” башҡорт кәсепселек, Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәктәре тауарҙары халыҡҡа тәҡдим ителде. Оҙаҡ күрешмәгән туғандар ҙа ошо байрамда осрашып, үҙ-ара аралашты, сөнки ҡоролтай ултырышынан һуң Башҡортостан артистары ҡатнашлығында ҙур концерт көтөлә ине.
– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү тураһында”ғы Указына ярашлы, урындарҙағы ҡоролтайҙар әҙерлекте бөгөндән башларға тейеш. Шуға күрә төбәк-ара ҡоролтай ойошмалары хәҙер үк саралар планын раҫларға бурыслы. Һеҙҙән яңы тәҡдимдәр ҙә көтәбеҙ, – тине киңәйтелгән ултырышты асып Әмир Ишемғолов. Ошонда уҡ Башҡорт ҡоролтайы көньяҡ төбәк-ара ойошмаһы советы рәйесе итеп Таһир Искәндәров һәм урынбаҫарҙар һайланды – Ләйсән Йосопова, Нәсимә Собханғолова, Радик Ғиз­зәтов. Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яңы ағзалары конгресты алты төбәк-ара ойошмаға бүлеү хаҡында ҡарар ҡабул иткән. Үҙәге Стәрлетамаҡта иҫәпләнгән был төбәккә ҡараған Башҡортостандың көньяҡ райондарынан һәм, әлбиттә, Ырымбур ҡоролтайынан (уны Йәғәфәр Яманһарин етәкләй) вәкилдәр ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Күзбәкованың сығышы һәр кем өсөн фәһемле булғандыр.
Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законына ярашлы, һәр бер баланың IX класты бөткәнсе (йәки төп дөйөм белем) туған телдә уҡырға хоҡуғы бар. Был положение Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында”ғы Законына ла ингән. Ата-әсәләр быны белмәһә, ҡолаҡтарына киртеп ҡуйһын һәм ғариза яҙһын. Федераль дәүләт белем биреү стандарттары туған телдә уҡытыуҙы тыймай. Киреһенсә, унда туған телде өйрәнеүгә бәйле талаптар ҡуйылған. Уларға ярашлы, мәктәп баланы туған телендә иркен аралашырға, грамоталы яҙырға, үҙ телендә төрлө стилдәге текстарҙы яҙа белергә өйрәтергә тейеш.
Бик күп закондар баланың туған телен белергә тейешлеген яҡлай. Х-ХI кластарҙа ла туған телдәрҙе йәки башҡорт дәүләт телен өйрәнеү өсөн ике сәғәт ваҡыт бирелә. Был сәғәттәр урыҫ теленә йәки башҡа федераль компонент предметтарына бүленергә тейеш түгел.
– 2015/16 уҡыу йылынан мәктәптәрҙә “Основы духовной культуры народов России” тигән предмет уҡытыла башланы. Башҡортостан Мәғариф министрлығының күрһәтмәһенә ярашлы, был дәрес сиктәрендә “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәне уҡытылырға тейеш. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыу йәки уларҙағы тәрбиә процесын тулыһынса башҡорт теленә күсереү өсөн ата-әсәләрҙән ғариза кәрәк. Талап итегеҙ үҙегеҙ, хөрмәтле милләттәштәр. Бөтә закондар ҙа беҙҙең яҡлы, – тине Рәйсә Күзбәкова, һүҙен тамамлап.
Ултырышта Ҡоролтай ағзаһы, төбәк ойошмаһы урынбаҫары Ләйсән Йосопова киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе Ринат Рамаҙанов Ырымбурҙа ла йәштәр ҡоролтайы төҙөп, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә саҡырҙы. Сығышының аҙағында ул башҡорт халҡының гимны “Урал”ды башҡарып, сарала ҡатнашыусыларға рухи ҡеүәт өҫтәне.
Сара һуңында Әмир Ишемғолов:
– Ҡоролтай халыҡҡа кәрәкле ойошма булырға тейеш. Исем өсөн ағза булып тороу мотлаҡ түгел унда. Ең һыҙғанып эшкә тотонайыҡ. Алла бойорһа, Каруанһарайҙы Башҡортостан ерендә лә тергеҙербеҙ. Башҡортостан Башлығы ла, Хөкүмәтебеҙ ҙә беҙҙе ҡеүәтләй. Беҙ хәҙер төбәк ойошмаларын да финанслай башланыҡ. Рәсәй, Башҡортостан гранттарына лайыҡ булып, аҡса табыу юлдарын эҙләйек. Аппаратты тотор өсөн беҙгә матди сығанаҡтар, йәштәр кәрәк. Халыҡтың рухы күтәрелергә тора. Ҡоролтайға яңы һулыш өрәйек, – тине.


Йыр-моң менән алға атлайбыҙ!

Шығырым тулы зал. Милли моңға, рухи аралашыуға һыуһаған халыҡ Ырымбур дәүләт филармонияһына йыйылды. Уларҙы тәбрикләп тәүҙә Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Валентина Латипова, Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт һәм эске сәйәсәт министрының 1-се урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алла Лигостаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов сығыш яһаны һәм ике төбәк араһын нығытыуҙа әүҙем эшләгәндәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Артабан инде сәхнәнән йыр-моң ағылды. Фәниә Дауытованың “Каруанһарай – башҡорттарҙың хазинаһы” йыры менән башланып киткән рухлы концерт программаһы халыҡты тарихи үткәндәргә алып ҡайтты, дәрт-дарман өҫтәне, илатты, йырлатты, бейетте. Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең, “Далан” төркөмөнөң сығышы ялҡынлы алҡыштарға күмелде. Тарихи бейеүҙәр күңел донъяһын үткән быуаттарға әйҙәһә, йырҙар төпкөлдәрҙә ятҡан рухи аңды ҡуҙғатты. “Арғымаҡ” төркөмөнөң егеттәре, әйтерһең, залға көлтә-көлтә өмөт, дәрт ташланы. Әле генә моңло йырҙар тыңлап, тәрән кисерештәргә бирелеп ултырған тамашасылар дәррәү рәүештә бейергә төшөп китте.
Яңынан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған Указға әйләнеп ҡайтам. Унда Башҡорт АССР-ының РСФСР составында беренсе автономия һәм килешеү нигеҙендә төҙөлгән берҙән-бер республика булыуы хаҡында ла әйтелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡа республикалар ВЦИК-тың декреты нигеҙендә үрҙән ҡушыу буйынса барлыҡҡа килгән. Бына ниндәй данлы, шанлы беҙҙең тарихыбыҙ. Киләһе йылдарҙа Каруанһарай Башҡортостан ерлегендә лә барлыҡҡа килһә, тарихи хәҡиҡәт тантанаһы булыр ине был. Тантаналар күңелдән шиғыр булып урғылды:


Каруанһарайға йыр

Изге бер көс бында тартып тора,
Ырымы ҙур ырыҫ-төбәктең.
Ошо быуатта ла ҡеүәт көҫәп,
Саптарымды унда йүнәлттем.

Аҡыҡ таштан һалғандармы икән?
Һалғандармы йөрәк йырынан?
Каруанһарай!
Ҡото милләтемдең,
Күҙ ҡамашты сафлыҡ нурынан.

Күҙ алдына баҫа ылау-ылау
Башҡорт ғәме бында аҡҡаны.
Ата-бабаларҙың аманаты,
Тупрағында ята ал ҡаны.

Ошо ғына ерҙәр өсөн, ай, кем
Яуға сыҡҡан юллап азатлыҡ.
Губернатор уйы меңәр ҡатлы,
Мең башҡорттоң уйы бер ҡатлы.

Ырымбур ҙа тигән, ай дан ҡала,
Батырҙарҙан ерҙә нам ҡала.
Милләт рухын тойоп, әйтерһең дә,
Далаларҙа ҡылған сайҡала.

Аһ, Перовский!
Орден ғына түгел,
Нурлы йөрәк уның түшендә.
Бына кем ул башҡорт ихласлығын,

Ҡеүәтле күс бәҫен төшөнгән.
Кемдер сисеп биргән хәситәһен,
Ҡыҙҙар һалған бүләк һырғаһын.
Ә бер егет хатта йәлләмәгән
Ярыштарҙа еңгән юрғаһын.

Уралдан ҡом ташығандар ирҙәр,
Ҡул йылыһы һеңгән һәр ташҡа.
Бында милләт берҙәмлеге менән
Ҡәүем рухы бергә тоташҡан.
Доға ҡылған илдә аҡһаҡалдар,
Фатихаһыҙ нисек эш барһын!
Каруанһарай башҡорт йорто булыр!
Каруанһарай бәхет йорто булыр!
Мең-мең йөрәк типкән ут ярһып.
Ағинәйҙәр асмаҫ һандыҡтарҙан
Нәҫел һәҙиәһен сығарған:
Төштәрендә изге Әүлиәләр
Ырымбурға атын туғарған.

Ырымбур ҙа тигән ҡотло ҡала,
Быуаттарға моңоң тарала.
Ошо ерҙә Шәйехзаданың да
Илгә йөрәк һүҙе ярала.

Ошо ерҙә тәүге ҡоролтайҙар
Дәүләт итеп илде танытҡан.
Зирәктәрҙең генә зиһендәре
“Көйлө хитап” тигән йыр отҡан.

Быуаттарҙы ялғап быуаттарға
Һин тораһың биҙәп даланы.
Булды шундай йылдар: нигеҙеңә
Бер башҡорт та баҫа алманы.

Каруанһарай!
Йырҙарыма ҡай саҡ
Килеп инһә һағыш һәм дә зар:
Һин башҡортһоҙ нисек түҙгәнһеңдер,
Ә милләтең булды интизар.

Бөгөн йәнә һинең манараңдан
Ишетелә аҙан тауышы.
Беҙгә – ул им,
Баҫмаһа ла был моң
Ата-бабаларҙың һағышын.
Һауаларҙы айҡап осто, ана,
Шоңҡар ғына тигән яу ҡошо.

Ҡор йыйғандар йәнә башҡорттарҙың,
Ҡурай моңо алыҫ тарала.
“Любизар”ҙар уҡ-һаҙағын барлай –
Мәғәнәүи ҡеүәт ярала.

Тарихсылар һүҙе – ҡылыс йөҙө,
Ялтлап китә һарай көмбәҙе.
Үҙ йортоңа ҡайта балаларың,
Һыйындырҙың ҡай саҡ кемдәрҙе?

Ырымбурға элек барған булһаҡ,
Ырымбурға бөгөн ҡайтабыҙ.
Рәсәй дәүләтенең бишеге был,
Телмәр тотҡан Зәки атабыҙ.

Каруанһарай!
Асыҡ сырай менән
Йөрәгеңде астың халыҡҡа.
Әйтер һүҙем асмандарҙы айҡай,
Йыр сығармам илдә йыр юҡтан.

Йыр сығарам:
Халҡым йөрәгендә
Каруанһарай моңо урғыла.
Йыр үҙәне – милләт күңелендә,
Эскенәйе тулы нур ғына.


Вернуться назад