25 сентябрҙә 82-се йәшендә күренекле ғалим, Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Үзбәк Ғосман улы Ғосманов арабыҙҙан китте.29.09.2016
25 сентябрҙә 82-се йәшендә күренекле ғалим, Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Үзбәк Ғосман улы Ғосманов арабыҙҙан китте. Ү.Ғ.Ғосманов 1935 йылдың 13 авгусында Дүртөйлө районының Таймырҙа ауылында донъяға килгән. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, 1959 - 1962 йылдарҙа тыуған районының Ленин исемендәге колхозын рәйесе һәм бер үк ваҡытта зоотехник вазифаһын башҡара. Һуңынан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы аспирантураға уҡырға инә һәм уны тамамлағас, ошонда уҡ ғилми хеҙмәткәр, иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегенең хужалыҡ механизмы секторы мөдире булып эшләй.
1989 - 1997 йылдарҙа Ү.Ғ.Ғосманов Башҡортостан аграр университетының ауыл хужалығы кафедраһын етәкләй. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының биология, медицина һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлегендә - академик-секретарь. 1998 йылда Ү.Ғ.Ғосманов Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан ғилми үҙәгенә етәксәелек итә.
Үзбәк Ғосман улының ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе - аграр иҡтисад, производствола хеҙмәтте ойоштороу. Ул 250-нән ашыу ғилми хеҙмәттең авторы һәм авторҙашы, ауыл хужалығы өлкәһендәге бихисап хоҡуҡи акттарҙы эшләү ҙә әүҙем ҡатнашты.
Әүҙем ғилми һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлеге өсөн Ү.Ғ.Ғосманов Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде, Рәсәйҙең һәм Башҡортосандың "Атҡаҙанған фән эшмәкәре" тигән маҡтаулы исемгә, Башҡортостан Фәндәр академияһының М.И.Тоҡомбәтов исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Яҡшы кеше һәм күренекле ғалим Үзбәк Ғосман улы Ғосманов тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Р.З.Хәмитов, К.Б.Толкачев, Р.Х.Мәрҙәнов, С.А.Молчанов, И.Р.Мөхәмәтдинов, С.Т.Сәғитов, М.А.Шәйхулов, Ә.С.Ғаязов, И.И.Ялалов, Р.М. Хәйруллин.


Вернуться назад