Дуҫлыҡ күпере нығый28.09.2016
Бер нисә йыл элек Мәләүез районы һәм ҡалаһы менән Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһы араһында дуҫлыҡ күпере һалынғайны.
Күптән түгел Мәләүездә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Белогорск ҡалаһы хакимиәте башлығы Станислав Крыжановский һәм уның урынбаҫары Михаил Розум эш сәфәре менән булды. Рәсми делегацияны район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡаршы алып, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше менән таныштырҙы, күмәк көс менән тормош сифатын яҡшыртыу буйынса өлгәшелгән мөһим үҙгәрештәрҙе билдәләне. Райондың ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса республикала алдынғы урын биләүен, сәнәғәт һәм эшкәртеү предприятиеларының, “500 ферма” республика программаһының тотороҡло эшләүен, мәғариф системаһын үҫтереүгә, балалар ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
Артабан ҡунаҡтар ҡаланың уңышлы эшләгән предприятиеларына юл тотто. Улар күркә ите етештереү һәм эшкәртеү буйынса заманса предприятие – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы – эше менән танышты.
Сифатлы продукцияһы илдең төрлө төбәгендә ҙур ихтыяж менән файҙаланған “Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” эшмәкәрлеге лә Ҡырымдан килгәндәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар предприятие менән танышты, байтаҡ цехта, лабораторияларында булды. Артабан ҡунаҡтарҙы ҡаланың яңыса белем биреү учреждениеларының береһе – 6-сы лицейҙың 2-се корпусында ҡаршы алдылар. Һуңынан улар К. Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идаралыҡ университеты филиалы – Башҡортостан технологиялар һәм идаралыҡ институтында студенттар практик күнекмә үткән лабораторияларҙы ҡараны. Филиал – технологиялар һәм производство идаралығы өлкәһендә белгестәр әҙерләгән, халыҡ-ара эшмәкәрлекте уңышлы алып барған уҡыу йорттарының береһе.
Ҡырым ҡунаҡтарының эш сәфәре “түңәрәк өҫтәл” ултырышы менән тамамланды. Сарала Мәләүез һәм Белогорск ҡалалары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу мәсьәләләре тикшерелде. Станислав Крыжановский менән Михаил Розум Мәләүез ҡалаһы һәм халҡы тураһында яҡшы тәьҫораттар ғына алыуын билдәләне.